ҠЫҪТЫРЫШМАҠ
□ Ввёртывать, вставлять, һуҙ ҡыҫтырыу.
■ Бикбауҙар ғәҙәте буйынса, бер-береһен мәрәкәләргә ниәтләгәндә «мырҙам» һуҙен ҡыҫтырып ебәрә Морат, йәнәһе лә, әсерәк тейә. Р. Солтангәрәев. [Аллабирҙе:] Минең ҡорҙаштың ул, берәй һуҙ ҡыҫтырып ҡуймаһа, теле ҡысыта башлай. «Алдар менән Зөһрә». Хужа кеше һуҙҙе һирәк ҡыҫтыра, куберәк тыңлай. Р. Байымов. Тәнзилә әбейҙең исемен ҡыҫтырып һөйләуҙәре Сәғиҙәгә оҡшаманы. М. Тажи.
♦ Ҡолаҡҡа ла ҡыҫтырмау тыңламау, иҫәпкә алмау. □ соотв. И ухом не вести; пропускать мимо ушей. Әйткәндәрҙе ҡолағына ла ҡыҫтырманы, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыу маҡтап ҡупайтыу. □ Умышленно расхваливать кого, говорить комплименты кому. Я Саттар уҙен маҡтағанды бик ярата ине. Бәҙри уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырғас, ул осоп китерҙәй булды. Ш. Шәһәр.
ҠЫҪТЫРЫШМАҠ (ҡыҫтырышмағы) и. диал. ҡар. йәшенмәк. Ҡыҫтырышмаҡ уйнау.
ҠЫҪЫҠ I (Р: приоткрытый; И.: ajar; T: kısık) с.
1. Ябылыр-ябылмаҫ булып ҡыҫылып торған. □ Приоткрытый. Ҡыҫык тәҙрә.
■ [Гөлйөҙөм] ҡыҫыҡ ишеккә ҡолағын һалып, атаһы менән Тимерғәле ҡарттың һуҙҙәрен тыңланы. Һ. Дәүләтшина.
2. Ҡыҫылып торған (куҙҙәргә ҡарата).
□ Раскосый, узкий (о глазах). Ҡыҫык куҙле ҡыҙ. Я [Хәлимов] ҡыҫыҡ куҙҙәрен асыулы йылтылдатып, әле сығып китмәгән Азаматҡа ҡарап алды. Ш. Янбаев.
3. диал. Киң булмаған, иркен түгел; тар, ҡыҫтау (урын-ер, бина эсе). □ Узкий, тесный. Ҡыҫык урын. Ҡыҫыҡ булмә. Я Бейек тау юлының бер ҡыҫыҡ ерендә аттары әкренләгән ваҡытта байҙың маңлайына бер уҡ килеп тә ҡаҙалған. Риүәйәттән. Ошо тауҙың кукрәгенән сыҡҡан етеҙ йылға, ҡыҫыҡ ярҙарына һыйыша алмай урғылып-урғылып, киң донъяға ҡарап ашыға. М. Кәрим. Ҡыҫык урындарҙа ажғырып урә
һикергән, аҡ кубек уйнатып һаман алға елгән йылға Сәғиҙәнең аяҡ осонда иркәләнә, уҙенең мәңгелек серҙәрен шыбырлай. Ш. Янбаев. Ярһыу аттай, тынлыҡ һөймәй, сапсына ул, шишмә кеуек, ҡыҫыҡ ерҙән ятһына ул [минең уйым]. Р. Назаров.
4. Бик аҙ; наҡыҫ (ваҡытҡа ҡарата). □ Ограниченный, тесный (о времени). Ҡыҫык ваҡыт. Я [Андрей Сергеевич — Нурисламға:] Университетҡа һуңлап килдең. Ваҡытың ҡыҫыҡ. Әҙерәк йоҡла. Ҡулыңдан китап төшмәһен. Ә. Хәкимов.
5. Ҡыҫып, тартып торған; тар (кейемгә ҡарата). □ Узкий, малый, тесный (об одежде, обуви). Ҡыҫык аяҡ кейеме. • Итегең ҡыҫыҡ булһа, донъя киңлегенән ни файҙа? Әйтем.
6. Ауыр, насар, ҡатмарлы. □ Затруднительный, тяжёлый. Ҡыҫык хәл. Ҡыҫык тормош.
ҠЫҪЫҠ II (ҡыҫығы) (Р: теснина; И.: gorge; T: kısık) и.
1. Ике тау араһы. □ Теснина, узкое ущелье. Тау ҡыҫығы. Юл ҡыҫыҡтан утә. Я Башҡа ерҙәгенән айырмалы рәуештә һалҡын ҡыҫыҡ еле иҫә. Бындағы халыҡ, ҡыҫыҡ еле йәшелсәләргә ҡырау төшөрмәй, ти. А. Игебаев. [Юлдың]тәугеһе, турараҡ булһа ла, бик хәтәр юл: гел генә тау-таш яғалап, ҡыҫыҡ та тарлауыҡтар аша утә. «Алдар менән Зөһрә».
2. Еткерә ябылмаған ара; ярыҡ. □ Щель. Тәҙрә ҡыҫығы. Ишек ҡыҫығы. Н Ишек ҡыҫығында сәмләнеуҙән баҙлап янып торған ике дана ҡуш куҙ менән ике ҡара танау пәйҙә булды. Й. Солтанов.
ҠЫҪЫҠ Л ЫҠ (ҡыҫыҡлығы) и. диал. ҡар. ҡытлыҡ. Ҡыҫыклыҡ кисереу. Ҡыҫык-лыҡта уткән бала сағым.
ҠЫҪЫҠ СИКӘ (Р: узкие скулы; И.: narrow cheekbones; T.: dar elmacık kemikleri) и.
1. Оҙонса, тар яңаҡ. □ Узкие скулы. Ҡыҫык сикәле кеше. Я Рәхмәт — оҙон кәуҙәле, ҡалын яурынлы, ҡыҫыҡ сикәле, уҫал ҡарашлы бер егет. Ж. Кейекбаев. [Миңлебай Нәжи-
808