ҠЫҪЫЛЫУ
пичтың] миңә артыҡ оҙон эйәге лә, бик ныҡ ҡыҫыҡ сикәһе генә оҡшамай. 3. Биишева.
2. кусм. Асыусан, үсексән кеше. □ Вспыльчивый, раздражительный человек. Ҡыҙ ҡыҫыҡ сикә булып сыҡты, усегергә генә тора.
ҠЫҪЫЛДЫРЫҠ (ҡыҫылдырығы) и. диал. ҡар. ҡыҫтыбый I, 3. Малай бигерәк ҡыҫылдырыҡ булып сыҡты, бөтә нәмәгә ҡыҫыла.
ҠЫҪЫЛЫУ (ҡыҫыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡыҫыу I, 1—4. страд, от ҡыҫыу I, 1—4. Ҡыҫылып ҡалыу. Ҡыҫылып кереу. Ҡыҫылып ҡуйыу. Ҡыҫылып тороу. Ҡыҫыла барыу. Ҡыҫыла биреу. Ҡыҫыла төшөу. Я Алпамыша кеше араһынан ҡыҫылып алға сыға. «Алпамыша». Урта ишек бер аҙ ҡыҫылған да, унан бер нисә куҙ ҡарап тора. Т. Хәйбуллин. Йылға ла таша-таша ла бер саҡ баҫыла: ярҙарына ҡыҫылып, әкрен генә, тын ғына аға бирә. Ғ. Лоҡманов. [Ҡыҙҙың] йөҙөндә көсөргәнешле, асыулы ҡиәфәт ҡатып ҡалған, ирендәре ҡыҫылған. Г. Яҡупова.
2. Арала ҡалып һығылыу. □ Прищемляться, придавливаться. Бармаҡ ишеккә ҡыҫылды. Я Ҡәуҙәһе ҡыҫылған көйө лә йәш бөркөт ҡанаттарын ыскындырырға маташты, муйынын һуҙып әле Ғәбиттең, әле Әбубәкерҙең ҡулын суҡыны, сыйылданы. Ә. Әминев.
3. Араны бөтөрөп тығыҙланыу. □ Втискиваться, втиснуться, потесниться; сдвигаться, подвигаться; спрессоваться. Я [Әйҙең] ташлы ярҙарына, таштар араһына ҡыҫылып ниндәй зифа ҡарағайҙар уҫкән. И. Насыри. Рум менән улар [Хул-Хаш]иркен генә аҡланды һайлап алдылар, унда ике яҡлап ҡыҫыла барған туңәрәк һыҙҙылар һәм уға, донъя тарафтарына ҡаратып, биш булкәт өҫтәнеләр. Б. Рафиҡов. Ике яҡтағы аҡлан, алға барған һайын, тарая һәм ҡыҫыла, һарылыҡ аралашҡан йәшел япраҡлы ҡайын урманы, уҙенең киң ҡоласын киреп, ҡосағына тартҡан һымаҡ була. С. Ҡудаш. • Ҡыҙ тапһаң — ҡыҫылып ят, ул тапһаң — иркенләп ят. Мәҡәл.
4. Әҙ генә ара ҡалдырып ябылыу, яртылаш йомолоу (куҙҙәргә ҡарата). □ Жмуриться, щуриться, прищуриваться, сощуриваться, слегка закрываться (о глазах). Куҙ ҡыҫылыу. Я Һыуға текәлгән ҡыҙҙың ҡаштары бер йыйырылып, бер яҙылып китә. Куҙҙәре әле асыла, әле ҡыҫыла. Ш. Янбаев. Йәш егеттең куп йөрөуҙән һәм аҙ йоҡлауҙан ҡыҫыла төшкән куҙҙәре асылып, йәнләнеп киттеләр. И. Насыри. Ҡәйумдең бешкән сөгөлдөр кеуек ҡыҙғылт йөҙө ҡапыл уҙгәрҙе, артыҡ һимереуҙән ҡыҫылған куҙҙәре туңәрәкләнеп, ауыҙы асыла төштө. Ғ. Лоҡманов.
5. Ике араға ҡыҫылып инеү. □ Застревать, вязнуть. Ит тешкә ҡыҫылды. Я Хәйруллин ғына, ашап бөткәс, кеҫәһенән теш ҡаҙыу өсөн махсус эшләнгән ҡауырһын сығарҙы ла, теш араһына ҡыҫылған иттәрен ҡаҙый-ҡаҙый һөйләнде. С. Агиш. Утлыҡ ағасына ҡыҫылып, [Буяндың] бер нисә бөртөк ял сәсе ҡалған. Р. Низамов.
6. Баҫым, ҡыҫым арҡаһында тартылыу, бәләкәсәйеү. □ Жаться, сжиматься. // Сжатие, сжимаемость. Есемдәр һыуыҡтан ҡыҫыла. Ҡыҫылған һауа. Ҡыҫылған газ.
7. Ҡыҫҡан кеүек тарайыу; ҡыҫтауланыу (йөрәк, һулышҡа һ.б. ҡарата). □ Давить, стеснять, стеснить, сдавливаться, сжиматься (о сердце)', спереться, перехватить (о дыхании).//Одышка; спазм. Тын ҡыҫылыу. Кукрәк ҡыҫыла. Я Нурбикэнец тыны ҡыҫылды, йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды. X. Тапаҡов. Ә бында, Урал тауҙары араһында, ҡайһы саҡта тын ҡыҫылып ҡуя, алыҫҡа-алыҫҡа, офоҡҡа ҡарағы килә. И. Абдуллин. Ҡатындың төҫтәре ағарған, куҙҙәре ҙурайған, һулыштары ҡыҫылған, ғыжж-ғыжж килә. Д. Юлтый.
8. кусм. Эш, һүҙ араһына урынлы-урын-һыҙ тығылыу. □ Вмешиваться, соваться. // Вмешательство. Ҡыҫылып йөрөу. Кешенең эшенә ҡыҫылыу. Әңгәмәгә ҡыҫылыу. Я [Аҡмырҙа — Яу бикәгә:] Ир-ат эшенә һин ҡыҫылма! Б. Бикбай. Фәрзәнәнең был фәлсәфәгә әллә ни иҫе китмәй, йыш ҡына
809