ҠЫҪЫЛЫУСАНЛЫҠ
хәбәр юҫығына төшөнөп тә бөтмәй шикелле, шуға ла әллә ни ҡыҫылмай, ҡыҫыла алмай. Ә. Әминев. [Сәхибгәрәй:] Ошо боламаны ла бәлә-ҡазаһыҙ, имен-аман үтә алһам, башҡаса бер ваҡытта ла сәйәсәткә ҡыҫылмаҫ инем. И. Ғиззәтуллин. • Ике туған һуғышһа, өсөнсөгә ҡыҫылма. Әйтем.
9. кусм. Аҡсаны, аҙыҡты бик әҙләп, бик һаҡлап тотоноу. □ Испытывать стеснение, нужду, нехватку. Ҡыҫылып йәшәу. ■ [Сабир мулла:] Ашау-эсеу яҡтары бик ҡыҫылды, тоҙһоҙ, майһыҙ бутҡа ашаталар. Б. Ишемғол. Сырцов ҡалаларҙа хәлдәрҙең көндән-көн ауырлашыуын әйтте. Аҙыҡ-тулек ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара. Ғ. Лоҡманов.
10. Көс менән ирекһеҙләп ҡыҫымға бирелеү. □ Быть притеснённым. ■ Ер йылдан-йыл ҡыҫыла, көтөулек кәмей. Ғ. Хисамов. Был ғәмһеҙ, иркен тормош тора-бара ҡыҫылған, бәрәкәтле туғайҙар, ерҙәр хан, тархандар ҡулына аҡрынлап күскән. И. Абдуллин. Ерҙәр ҡыҫыла, әҙәйә башлағас, башҡорттар мариҙарҙы хәҙерге Туҡбирҙе ауылы яғына ҡыҫырыҡлап сығарғандар. Риүәйәттән.
♦ Йөрәк ҡыҫылыу хистәргә бирелеп, йөрәк һыҙлап китеү. □ Сжиматься (о сердце). М Ташып барған хистәрҙән йөрәк ҡыҫыла, ә куцел, сәскәгә күмелгән нәфис туғайҙың йылы саф елдә тулҡыныуы һымаҡ, рәхәт тибрәнә. Ғ. Лоҡманов. Сикә ҡыҫылыу нимәгәлер ризаһыҙ булып, ҡыҙышыу; йән үртәлеү. □ Злиться, раздражаться. ■ Йөрәге сығырҙай булып тибә, сикәләре ҡыҫыла ине уның [Сажидәнең]. Н. Мусин. Сикәһе ҡыҫылып тыңлап торған Мифтахетдин балсыҡ алырға йугерҙе. Й. Солтанов. Теш ҡыҫылыу түҙергә мәжбүр булыу. □ Стиснуть зубы. ■ Унан Салих һәм Насретдин менән булған хәлде ишеткәс тә, Насиптың ҡулдары йоҙроҡланды, теше ҡыҫылды. Ғ. Хисамов. Фәсхиҙе нисек булһа ла, ниндәй юлдар менән талау тураһында дәртләнеп, [Хужа] төрлө уңайлы пландар ҡора башланы: йоҙроҡтар төйнәлде, тештәр ҡыҫылды. Т. Йәнәби.
ҠЫҪЫЛЫУСАНЛЫҠ (ҡыҫылыусанлығы) (Р.: сжимаемость; И.: compressibility; T.: sıkışma kabiliyeti) и. физ.
Есемдең өҫкө йөҙөнә перпендикуляр рәүештә тәьҫир иткәндә, есем күләме үҙгәреүҙең уның тәүге күләменә сағыштырмаһы менән үлсәнә торған дәүмәл. □ Сжимаемость. Һауаның ҡыҫылыусанлығы. һыуҙың ҡыҫылыусанлығы. Шыйыҡсаның ҡыҫылыусанлығы.
ҠЫҪЫЛЫШ (Р: вмешательство; И.: intervention; interference; T.: karışma) и.
Эш-хәлгә туранан-тура булған бәйләнеш; ҡатнашлыҡ. □ Вмешательство. Хирургик ҡыҫылыш. Хәрби ҡыҫылыш. Ҡыҫылышы булмаһын. М Мосафирҙың ер эшенә һис ниндәй ҡыҫылышы юҡлығын, уның бигук аңлашылмаған бүтән сәйер йомош менән килеүен белгәс, ауыл уға ҡул һелтәне. Ә. Хәкимов. Ир менән ҡатын араһында килеп тыуған тауыш-ғауғаны ла хәл итер өсөн уҡытыусының ҡыҫылышы, кәңәше, ярҙамы кәрәк булып китә. М. Тажи. [Нуриханов: ] Ҡәҙерле Ғилман Сәмерханович, бәлки, минең ул эшкә һис кенә ҡыҫылышым юҡтыр, һеҙҙең тел менән әйткәнсә, килмешәкмен. Д. Бүләков.
ҠЫҪЫЛЫШЫУ (ҡыҫылыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡыҫылыу 1, 3, 4. взаимн. от ҡыҫылыу 1,3,4. ■ Сәхнә менән эскәмйәләр ултыртылған зал араһындағы бушлыҡҡа бала-саға өймәкләшкән, йәш-елкенсәк стеналар буйынса баҫҡан, өлкәндәр менән ҡатын-ҡыҙҙар ғына эскәмйәләргә ҡыҫылышып ултырған. Н. Мусин. Боҙҙарҙың бер-береһенә бәрелешеп, ҡыҫылышып шығырлаған тауыштары, ҡаршылағы Куктау өҫтөндәге урмандарҙы яңғыратып, кире яр буйына әйләнеп ҡайта. Ф. Әсәнов. Сырымға ҡалған һайҙаҡ йылҡы өйөрө, сыр-сыр талашып, алға ынтыла, һыйырҙар мөңрәй, һарыҡ көтөүе, ҡыҫылышып, әжәл килгәндәй, аяныс тауыш менән баҡыра. Ә. Хәкимов.
2. кусм. ҡар. ҡыҫылыу 8. М [Мырҙаҡай:] Туҡта әле, Теүәлбай, ҡыҫылышаһың да ҡалаһың! Оҫта барҙа — ҡулың тый, өлкән
810