ҡыҫынҡы
барҙа — телең тый, тигән боронғо карттар. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫҪЫМ I (Р.: давление; И.: pressure; T.: basınç) и.
1. Ҡыҫыу, баҫыу, әтеү көсө. □ Давление, напор. М Кинәт уға [Заһитҡа] тулҡындар ихтыярына буйһоноп буталған, ҡыҫымға сыҙай алмай сәрпәкләнгән сибек бүрәнәләр менән үҙенең яҙмышы араһында ла ниндәйҙер бер уртаҡлыҡ бар һымаҡ тойолдо. И. Ғиззәтуллин.
2. Кемдеңдер ирек, ҡылығына яһалған көслөк; баҫым, золом. □ Нажим, натиск, притеснение. Сәйәси ҡыҫым. Административ ҡыҫым. Ҡыҫым аҫтында килешеүгә ҡул ҡуйыу. Ҡыҫымдан интегеү. Ҡыҫым яһау. ■ [Кәһкәһә — Нәркәскә:] [Һәүбәнде] һарайҙарға алып бар, һарай ҡыҙҙарын күрһен, һис бер ҡыҫымға ҡалмай, ҡыҙҙар менән һөйләшһен. «Аҡбуҙат». Аҫтыртын ҡыҫым һәр саҡта дуҫлыҡ артына боҫа. X. Назар. Уға [баш геологҡа] ла ҡыҫым ҙур булды, әммә ер байлығының ҡәҙерен аңлаған принципиаль кеше ғүмеренең аҙағынаса ергә тоғро ҡалды. Р. Солтангәрәев. Ҡыҫым һәм эҙәрлекләүҙәр арҡаһында сәсәндәрҙең һаны ла кәмей барған. К. Мәргән.
3. Ҡораллы һөжүм. □ Вооружённое нападение, натиск. М Ике яҡлап ҡыҫымға осраған дошмандың ауыл үҙәгендәге бер нисә орудиеһы ҡоторонҡо ут асты. Ғ. Ибраһимов. Полктың хәле ауырлаша. Немецтар, өҫтәмә көс алып, һөжүмде көсәйтә. Уларҙың ҡыҫымына сыҙай алмай, атлылар янындағы уҡсы подразделение сигенә башлай. Р. Өмөтбаев.
4. спорт. Милли көрәш барышында ҡаршы көрәшсегә яһалған көс алымы. □ Нажим (в национальной борьбе). Ҡыҫымға алыу.
5. Газ йәки шыйыҡлыҡтың баҫыу һәм ян-яҡҡы әтеү көсө; баҫым. □ Напор. Гидродинамик ҡыҫым. Манометрик ҡыҫым, һыу ҡыҫымы.
ҠЫҪЫМ II и. диал. ҡар. шаран. Ҡыҫым һалыу. Ҡыҫым эшләү.
ҠЫҪЫНҠЫ I (Р.: тесный; И.: close; tight; T.: dar) с.
1. һыйыр-һыймаҫ урынлашырлыҡ; тар, ҡыҫтау. □ Тесный, узкий (о помещении). Ҡыҫынҡы һарай. Ҡыҫынҡы бүлмә. Ҡыҫынҡы урын. V Ҡыҫынҡы тонсоу өйҙәрҙә бөжәктәр ябырылыу мөмкинлегенән шикләнә-шикләнә төн үткәреү барыһын да йонсотто. Б. Рафиҡов. Мәктәптең ҡыҫынҡы ғына директор кабинетында ниҙер яҙышып ултырған Зифа уны [Әхәтте] ишектә күреү менән ырғып торҙо ла ҡатып ҡалды, былай ҙа аҡ йөҙө ҡағыҙ кеүек ағарҙы. Н. Мусин.
2. Ярым асыҡ. □ Приоткрытый. Ҡыҫынҡы тәҙрә. Ҡыҫынҡы ишек. Ш Нәфисә уйының осона сыға алманы, ҡыҫынҡы ишектән Ғилман ағаһының күңелле тауышы ишетелде. Д. Бүләков.
3. Кәрәк-яраҡ йәһәтенән етешһеҙ. □ Стеснённый, затруднительный. Ҡыҫынҡы хәлдә йәшәу. М Ҡытлыҡ йылдар, ҡыҫынҡы мәл. Р. Байымов. Аһ, беҙҙәге ғәҙәт, ҡыҫынҡы тормош .. бөтә маҡсудтарҙы емерә, теләгән теләктәрҙе ҡылырға маниғ була. М. Ғафури.
4. Ҡыҫып, тартып торған; тар (кейемгә ҡарата). □ Узкий, тесный (об одежде, обуви). Ҡыҫынҡы күлдәк. Ҡыҫынҡы быйма аяҡты өйкәй. ■ [Императрицаның]алтын туфлиҙары үтә ҡыҫынҡы, ахыры. Ғ. Хөсәйенов.
5. мат. Тура мөйөштән бәләкәйерәк булған. □ Острый (об угле). Ҡыҫынҡы мөйөш. Ҡыҫынҡы мөйөшлө өсмөйөш.
6. ҡар. ҡыҫык I, 2. М Артыҡйән ҡарт, бригада йортона атын туғарырға тип килгәс, былай ҙа ҡыҫынҡы күҙҙәрен тағы ла ҡыҫа төшөп, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт тауыш менән Фәрзәнәгә һүҙ ҡушты. Ф. Әсәнов. Тулыбай .. йәшкелт ҡыҫынҡы күҙҙәрен тағы ла ҡыҫа төшөп, ләззәтләнеп тәмәке көйрәтә. Д. Бүләков.
ҠЫҪЫНҠЫ II (Р: стеснённо; И.: in а strained manner; T: sıkıntıda olan) p.
1. Мохтажлыҡ кисереп, етешһеҙ. □ Стеснённо, затруднительно, небогато. Ҡыҫынҡы тороу. Я [Закир Бакирович:] Ошо көндәрҙә ашау-эсеү бик ҡыҫынҡы булған ғаиләләргә
811