Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 812 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡыҫынҡылыҡ
ярҙам итеу йөҙөнән колхоздарҙа дөйөм туҡланыу урындары ойоштороласаҡ. Ф. Әсәнов. [Корбанғәле:] Мин Хәлфетдин куршегә һуғылып киләйем. Ул ҡыҫылып торһа ла, ҡыҫынҡы уҡ тормай. М. Кәрим. Балабдшнәктәрҙе Олобәшнәк бейҙәре лә, бейҙәренең олуғбейе лә бик ҡыҫынҡы, илау-һыҡтаулы йәшәткән, ти. «Уҙаҡ менән Ту-ҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». Бәғзеләре һатып алырға аҡсалары юҡтары, утә ҡыҫынҡы ғумер иткәндәре — ғәҙәттәгесә бушлай тумыра торған тоҙҙарын шул тау-кулдәрҙән урлап алмаҡ булдылар. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бик аҙ, наҡыҫ (ваҡытҡа ҡарата).
□ Мало (о времени). Ваҡыт бик ҡыҫынҡы. ■ Эш көнө ҡыҫынҡы тугел. Ә. Хәкимов. Черновтың ваҡыты ҡыҫынҡы ине, шикелле, ҡапыл ғына булдерә һалды. Р. Байымов. Ваҡыт ҡыҫынҡы булыуы сәбәпле, артабанғы ваҡиғалар йәнһурәттәгесәрәк килеп сыҡты. М. Садыҡова.
ҠЫҪЫНҠЫЛЫҠ (ҡыҫынҡылығы) (Р.: теснота; И.: congestion; squeeze; tightness; T.: darlık) и.
1. Tap, ҡыҫынҡы хәл. □ Теснота, давка. Булмә ҡыҫынҡылығы. ■ Мал ишле булһа ла, [аҙбарҙа] ҡыҫынҡылыҡ артыҡ һиҙелмәй. Яр. Вәлиев. Йоҡлар урындары сымылдыҡ менән буленгән, тәғәмләнер ерҙәре урындыҡ менән генә сикләнгән тар өйҙә көн итһәләр ҙә, [Шәрифйән менән Нурбикә] ҡыҫынҡылыҡты тоймай татыу, берҙәм йәшәнеләр. X. Тапаҡов.
2. Ирек, хоҡуҡ йәһәтенән сикле хәл.
□ Гнёт, угнетение, эксплуатация. М һәҙиә Дәуләтшина, мәҫәлән, «Ырғыҙ»ҙы рухи һәм матди ҡыҫынҡылыҡтарҙа яҙа. Ф. Кузбәков.
3. кусм. Кәрәк-яраҡ йәһәтенән етешһеҙ хәл, етешһеҙлек. □ Стеснённость, затруднение, недостаток, нехватка (в материальном положении). Аҡса яғынан ҡыҫынҡылыҡ куреу. Я Казак депутаттар линия хеҙмәтенең ауырлығына, көнкуреш ҡыҫынҡылығына, ер аҙлығына зарланды. Ғ. Хөсәйенов. Белла уҙе тәрбиәләнеп уҫкән ғаиләне һәр яҡтан ка
мил һәм бәхетле тип уйлай ине: бөтәһе лә һау-сәләмәттәр, уҙ-ара татыуҙар. Улар бер ваҡытта ла мохтажлыҡ йәки ҡыҫынҡылыҡ тигәнде белмәне. М. Садыҡова. Был теләкте [тыныс көндәрҙең ҡәҙерен белеуҙе] хатта эштең ауырлығы, арыу һәм ашау -эсеугә ҡыҫынҡылыҡ та тыйып тора алмай ине. Н. Мусин.
ҠЫҪЫП-ҠЫМТЫП (Р: поджав; И.: pressing; T: yumruğunu/ dişlerini sıkarak) р.
Ныҡ итеп йомоп, ҡыҫа тотоп. □ Поджав. Иренен ҡыҫып-ҡымтып, өндәшмәй тора.
ҠЫҪЫР (Р: яловый; И.: barren; Т: kısır) с.
1. Тейешле ваҡытында быуаҙымаған (һыйыр, һарыҡ, кәзә һ. б. ҡарата). □ Яловая; нежерёбая (о кобыле)', нестельная (о корове)', бесплодный. Ҡыҫыр һыйыр. Ҡыҫыр һарыҡ. Ҡыҫыр булыу. М [Ҡарасәс — атаһына:] Беҙҙән һуңғы ҡыҙыңды, ҡыҫыр ҡалған бейәләй, ҡайырмаған төйәләй, илдән илде аралап, илдән яҡшы куренһә, алып шуға бирерһең. «Буҙйегет». • Ҡыҙҙар кейенгәнсе, ҡыҫыр һыйыр быҙаулар. Мәҡәл. Ҡыҫыр тауыҡ куп ҡытаҡлай. Мәҡәл. Ҡыҫыр һарыҡ куп баҡырыр. Мәҡәл. Ҡыҫыр һыйырҙан һөт көтмә. Мәҡәл.
2. Түлһеҙ (ҡатынға ҡарата). □ Бесплодная (о женщине). М Сәрбиямал ғумерлек ҡыҫыр ҡатын булды. 3. Биишева. [Дионис — Зевсҡа:] Буш бокалды ҡулда шулай тотоу — ҡыҫыр ҡатын менән йәшәу кеуек. М. Кәрим. • Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма. Мәҡәл. Ярлы булыр егеткә ҡазалы мал тап булыр, яңғыҙ булыр егеткә ҡыҫыр ҡатын тап булыр. Мәҡәл.
3. Орлоҡ бирмәгән, орлоҡһоҙ. □ Пустой, холостой. Ҡыҫыр башаҡ. Ҡыҫыр сәскәле булыу. ■ Ҡыҫыр башаҡ ҡупшыланып башын куккә кутәрә, ә кешеләр уны куреп көлөп кенә утәләр. С. Ҡудаш. Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был Ай-Ураҡ, буш һандалға һуҡмаҫ был Сукеш! Р. Ғарипов. Саяф, урынынан тороп, ҡыҫыр лимон ағасы янына, Ғәлимәнең ҡаршыһына килеп баҫты. Т. Ғарипова.
812