ҠЫҪЫРЛЫҠ
4. Ямғыр килтермәгән, ямғырһыҙ (болотҡа ҡарата). □ Недождевой (об облаке, громе). Ҡыҫыр болот. ■ Ваҡытында яуһа, купме булыр ине емеше, һөйөуеңде ҡыҫыр ямғыр итмә шулай, эй, кеше! Р. Ғарипов. Мамыҡтай куперенке ҡыҫыр болоттарҙы баҙлатҡан алһыулыҡ куҙгә куренеп шиңә. Ә. Хәкимов. Ҡуктәрҙә лә була ҡыҫыр кукрәу, ямғыр куҙе ҡуя төшкөләп... Ә бит «уф!» тип әйткәндә лә, ҡай саҡ ирекһеҙҙән куҙгә йәш килә. X. Назар.
5. Иген сәселмәгән; буш. □ Залежный (о земле). Ҡыҫыр ер. Ҡыҫыр баҫыу. Я Алпауыттың баҫыуҙары ҡорама-ҡорама крәҫтиән ерҙәре ише ҡыҫыр тугел инде. Ә. Хәкимов. [Әминә уҡый:] Беҙҙең планетала минут һайын .. төрлө сәбәптәр арҡаһында йәнә ҡырҡ дурт гектар майҙан бер нәмәгә лә ярамаған ташландыҡ, ҡыҫыр ергә әуерелә бара. Р. Байымов.
6. Итһеҙ, майһыҙ, һыуға бешкән (ашҡа ҡарата). □ Постный, вегетарианский. Я. Тышта ас буреләй һалҡын буран ажғырһын, өй эсендә ҡыҫыр аш бешерерлек утының да булмаһын. С. Поварисов. Ҡатынына өгөт бирә [Миңнулла:] һаҡ тотон, ти, аҙыҡҡа, бер итле аш, биш ҡыҫыр аш, унан борол балыҡҡа. Т. Арслан.
7. кусм. Тейешле йөкмәткеһе, тейешле сифаты булмаған; буш. □ Бесплодный, пустой. Ҡыҫыр хыял. Ҡыҫыр шатлыҡ. М Эстән генә ул [Мөхәмәтша] баяғы ғазаптарының ҡыҫыр хәсрәт кенә булғанын билдәләне; ары бәрелеп, бире һуғылып, оло башы менән балаларына ҡарата кенә ҡыуып йөрөгәне өсөн ихлас укенеп тә ҡуйҙы. М. Садыкова. Ҡәкук шикелле ҡыҫыр шатлыҡ менән һикеренеп, был йәй ҙә уҙып китте. 3. Биишева. Кешеләрҙе шулай ваҡлай микән ҡыҫыр өмөт, зая теләктәр? Р. Бикбаев.
♦ Ҡыҫыр көйөк уйлап сығарылған, ғәмәлдә ҡаты булмаған ҡайғы-хәсрәт, хәстәргә ҡарата әйтелә. □ Выдуманная печаль. Ҡыҫыр көйөккә көйөу. ■ [Фәхри:] Аҡса әрәм, имеш... Юҡҡа ҡайғырма. Тапҡанһың ҡыҫыр көйөк. Егет ҡулына мал төшмәй тормай
ул. Б. Бикбай. Ул [Зәбир] Сәғиҙәнең ҡыҫыр көйөккә көйөуен белә. Яр. Вәлиев. Ҡыҫыр ҡалыу өлөшһөҙ, буш ҡалыу. □ Остаться ни с чем. • Ҡыҫыр көйөккә көйөнмә. Мәҡәл.
ҠЫҪЫРАЙЫУ (ҡыҫырай-, ҡыҫырая) (Р.: выхолостить; И.: emasculate, make emasculated; T.: özünü boşaltmak) ҡ.
Эстәлекһеҙ, буш булып ҡалыу. □ Выхолостить; стать пустым, бессодержательным. ■ [Ныязғолдоң] был ҡарашынан Айбулаттың эсен һыуыҡ алған кеуек булып, йәне ҡыҫырайҙы, һ. Дәүләтшина.
ҠЫҪЫРАҠ I (ҡыҫырағы) (Р: яловка;
И.: barren cattle; T: kısrak) и. иҫк.
Ҡыҫыр мал. □ Яловка, яловица. Ҡыҫы-раҡтар өйөрө. М [Колморҙа — Ғәйнисафа әбейгә:] Ҡара, һиңә әйтәм, ана теге ҡыҫыраҡ өйөрҙән берәр тыу бейә һайлап, анау Шәйәхмәт ҡартҡа әйтеп һуйҙырып ҡуйығыҙ. Т. Хәйбуллин. Батша теге ике ҡатынға: «Ҡырҡ ҡыҫыраҡ кәрәкме, ҡырҡар утын кәрәкме?» — тигән. «Утын нимәгә, ҡырҡ ҡыҫыраҡты һауып эсербеҙ»,— тигән теге ҡатындар. Әкиәттән.
ҠЫҪЫРАҠ II с. диал. ҡар. ҡыҫыр. Ҡыҫыраҡ бейә. Ҡыҫыраҡ һыйыр. Ҡыҫыраҡ һарыҡ.
ҠЫҪЫР БИҘӘҮ (Р: бесплодная женщина; И.: sterile woman; T.: kısır) и.
1. Бала таба алмаған ҡатын. □ Бесплодная женщина. Ҡыҫыр биҙәу алыу.
2. диал. Бер бала тапҡандан һуң биҙәү булып ҡалған ҡатын. □ Женщина, ставшая бесплодной после первых родов. Ҡуршенең ҡатыны ҡыҫыр биҙәу булды, бер бала менән сикләнде.
ҠЫҪЫР КЕСЕРТКӘН и. бот. диал. ҡар. һуҡыр кесерткән. Ҡыҫыр кесерткән тамыры. Ҡыҫыр кесерткәнде сабыу. Урам алдын ҡыҫыр кесерткән баҫты.
ҠЫҪЫРЛЫҠ (ҡыҫырлығы) (Р: яловость; И.: barrenness; T.: kısırlık) и.
1. Ҡыҫыр (1, 2) булыу хәле. □ Яловость, нестельность; бесплодность. ■ [Директор — Сәлмәнгә:] Берәуҙәр йәлләгәндән, берәуҙәр ҡыҫырлыҡтан бала эҙләй. С. Шәрипов.
813