Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 814 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪЫР НАЛОГ
2. Буш, ҡалдау булыу хәле (ергә карата). □ Залежность^озе-мле/■ Уның [Сергей ҡарттың] тиҫтә-тиҫтә дисәтинәләрҙән торған баҫыуҙары ҡыҫырлыҡты белмәне.
3. Биишева.
ҠЫҪЫР НАЛОГ (Р.: налог на бездетность; И.: childlessness tax, levy; T.: çocuksuz ailelerden vergi) и. һөйл.
Балаһы булмағандарға һалынған һалым.
□ Налог на бездетность. Ҡыҫыр налог һалыу.
ҠЫҪЫР СӘСКӘ (Р.: герань; И.: geranium; T.: sardunya) и. бот.
1. Бесәй табаны һымаҡ түңәрәк, еҫле япраҡлы, төрлө төҫтәге өйкөм сәскәле үҫемлек; яран. □ Герань (лат. Geranium). Ҡыҫыр сәскә ултыртыу. Ҡыҫыр сәскә тамыры.
2. Тура һабаҡлы, йөнтәҫ япраҡлы, ҡыңғырау сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек; гравилат. □ Гравилат речной (лат. Geum ricale). M [Ҡыҫыр сәскә] туғайҙарҙа, әрәмәлектә, баҡсала, юл буйҙарында үҫә. В. Ғүмәров.
ҠЫҪЫРЫҠ с. диал. ҡар. ҡыҫынҡы I,
1. Ҡыҫырыҡ бүлмә. М Оҙаҡ ултырып килеп арыған Рәзиләнең аяҡтары баҙаны, ҡыҫырыҡ кабиналағы бензин еҫенә күңеле уйнаны. Н. Мусин.
ҠЫҪЫРЫҠЛАНЫУ (ҡыҫырыҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡыҫырыҡлау 1. страд, от ҡыҫырыҡлау 1. ■ Тегеләр [урыҫ ғәскәрҙәре] француздарҙың хәйләһен аңламай алға китә һәм яңы туңған тәрән һыулы быуаларға табан ҡыҫырыҡлана. Ф. Янышев. Татарҙар тамам ҡыҫырыҡланып, аттарын кире яҡҡа бора башлаған мәлдә, диңгеҙ яғындағы һырт артынан икенсе бер төркөм татар атлылары ябырылып килеп сыҡты. Н. Мусин.
2. Бер ергә, мөйөшкә килеп ҡыҫылыу.
□ Зажаться, зажиматься. ■ Ғәлиәхмәттең тормошо, үҙе ултырып килгән электричка һымаҡ, бағана һайын туҡтай-туҡтай дыңғырлай бирҙе, ситкә ҡыҫырыҡланып, урау юлдарҙан да үткеләне. Р. Байымов. Шаҡман түрә, .. бесәйҙән ҡасҡан сысҡандай, ишек төбөнә ҡыҫырыҡланған бағымсы ҡарсыҡҡа тағы күҙен төшөрҙө. К. Мәргән.
3. Тарға әйләнеү, иркенлеге бөтөү; тығыҙланыу. □ Стать тесным. ■ [Ғәлиулла ҡарт — килене менән улына:] Сабыйҙарығыҙ күбәйә, өйөгөҙ ҡыҫырыҡлана, яңыртыу хәстәрен күрегеҙ. И. Ғиззәтуллин. Мин нимә?! Ҡыҫырыҡлана ерем аҫабалары. Өйөңдә өйҙәш хәлендә, ни булыр бынан ары? X. Назар.
ҠЫҪЫРЫҠЛАУ (ҡыҫырыҡла-) (Р.: теснить; И.: crowd; press; T: sıkıştırmak) ҡ.
1. Көс менән ирекһеҙләп, ҡыҫыу. □ Теснить (силой). Ҡыҫырыҡлап сығарыу. Ярға ҡыҫырыҡлау. ■ Хан ҙур ғәскәр ебәрә. Батырҙарҙы тауға ҡыҫырыҡлайҙар. Риүәйәттән. Атлыларҙың юғал-тыуҙары сәғәт һайын арта, дошманды ҡыҫырыҡлап сығарыу бурысын үтәү барған һайын ҡыйынлаша. Р. Өмөтбаев. [Ғәзиз] бер ҙә ҡыҫырыҡлауҙы яратмай. И. Ғиззәтуллин. • Бүрене ҡыҫырыҡлап килтерһәң, өҫкә ташланыр. Мәҡәл.
2. күсм. Уйҙы, хис-тойғоно башҡа уй, хис-тойғо менән алмаштырыу. □ Вытеснить (чувство, мысль). ■ Алда билдәһеҙлек, ләкин [Хәҙисәнең] күңелендә һағыш, үкенеү хистәрен ҡыҫырыҡлап, өмөт ҡошо ла ҡанат ҡаға. Ә. Хәкимов.
ҠЫҪЫРЫН (Р.: тесный; И.: tight; Т: dar) с. диал.
Ҡыҫынҡы, ҡыҫтау. □ Тесный. Ҡыҫырын өй. ■ Был мәлдә Ишмырҙа ла, ҡыҫырын ҡарауылсы өйөнән сығып, дүрт гектар самаһы уҫаҡ ҡатыш ҡайын урманы биләгән вольер буйлап атлай ине. Н. Мусин.
ҠЫҪЫУ I (ҡыҫ-) (Р: сжимать; И.: press; T: sıkmak) ҡ.
1. Ике араға, уртаға ҡалдырып һығыу. □ Сжимать, стискивать, сдавливать. // Сжимание, стискивание, сдавливание. Ҡыҫа барыу. Ҡыҫа биреү. Ҡыҫып алыу. Ҡыҫып бөтөрөү. Ҡыҫып ҡуйыу. Ҡыҫып тороу. Ҡыҫаға ҡыҫыу. В Бара-тора йыландың һис тәҡәте ҡалмаған; йотһа, мөгөҙ ебәрмәй, ҡыҫһа, кире тибэлмәй. «Урал батыр». Хөсәйен ҡысҡырырға, ҡолондо ҡотҡарырға
814