Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 815 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪЫУ
тырыша, ә буре өйөрө ҡолонсаҡты һаман тарыраҡ ҡулса булып ҡыҫа. Т. Ғарипова.
2. Ике яҡлы, ике сатлы нәмәне ҡымтып, ҡуша килтереү. □ Стискивать, стиснуть (зубы, губы). Иренде ҡыҫыу. ■ [Үлмәҫбай:] Мыйыҡмы ни, ғибрәт бит был... Ҡыҙыҡай һөйләп китте, теште ҡыҫып ҡына торам, «Мыйыҡтан һөйрәп китте». М. Кәрим. Илар мәлдәр була. Иламайым! Теште ҡыҫам — туҙәм. Тәндән ҡандар атылып сыҡһа сыға, тик йәш сыҡмай куҙҙән. Р. Назаров.
3. Асылыр-асылмаҫ итеп, ара ҡалдырып ҡуйыу. □ Прикрывать, притворять, приотворять, приоткрывать (оставляя узкую щель). Куҙҙе ҡыҫып ҡарау. Ишекте ҡыҫып ҡуйыу. Тәҙрәне ҡыҫып ҡуйыу. ■ [Нәркәс — Һәубәнгә:]Атам бысаҡ биргәндә, уң ҡул менән алырһың; атам ҡарап көлгәндә, уң куҙеңде ҡыҫырһың. «Аҡбуҙат». Нәфисәгә ишекте ҡыҫып торорға тура килде. Д. Бүләков, һыу һылыуы — һары томбойоҡтар куҙ ҡыҫалар миңә йылмайып. Р. Назаров. • Батшаң һуҡыр булһа, бер куҙеңде ҡыҫып ут. Мәҡәл.
4. Сығыр-сыҡмаҫ итеп кәметеү. □ Убавлять, уменьшать (по величине, силе, количеству, ступени и т. п.). Шәмде ҡыҫыу. Газды ҡыҫыу. Ҡыҫып ҡуйған шәм. Я Филтәһен ҡыҫып, һундермәй ҡалдырған яңғыҙ шәм яҡтыһы ғына уҙҙәренең тәҙрәһе аша куренә. Я. Хамматов.
5. Уратып алып һығыу. □ Прижимать, прижать. Беләктән ҡыҫып тотоу. Билдән ҡыҫыу. Ҡосаҡҡа ҡыҫыу. Ҡыҫып быуыу. Ҡыҫып бәйләу. ■ Бер мәл ҡарт билдән ҡыҫып алды, һөйәктәр шытырлап киткәндәй булды. С. Агиш. [Ғәһим] улын кукрәгенә ҡыҫып, маңлайынан упте. Яр. Вәлиев. Уйланым да, дуҫтар, ошо хаҡта, шатланамын: бит уҙ ҡосағына Ерҙе ҡыҫҡан килеш, ысынлап та, урләй кеше бәхет ҡояшына! Р. Назаров. Ҡаптырмалы ҡайыш менән ҡыҫып быуҙым билемде. Әллә уләм, әллә курәм ҡайтып тыуған илемде. Бәйеттән.
6. Сәләмләү, һаубуллашыу йәки ҡотлау өсөн кемдеңдер ҡулын усҡа алыу. □ Жать (руку). Ҡулды ҡыҫып курешеу. ■ [Дейеу
ҡыҙ ҡиәфәтендә] Урал ҡулын ҡыҫҡан, ти, — бармаҡтары осонан ҡаны бәреп сыҡҡан, ти. «Урал батыр». Ҡолтаба ҡулын биргәс, Алпамыша уның ҡулын шытырлатып ҡыҫып алды, ти. «Алпамыша». [Үлмәҫбай:] Командир ҙа ҡулды ҡыҫты: «Хәйерле юл — шул теләк. Барып сыҡһа, бик шәп булыр, егеттәр, һеҙҙең буләк». М. Кәрим.
7. Тығыҙ, тар булып, тынысһыҙлау. □ Жать (об одежде, обуви); теснить, быть тесным (об одежде). Ҡайыш билде ҡыҫа. Туфли ҡыҫа. К Ғәбдинур ағай, санаһынан төшөп, арҡалыҡты бер аҙ бушатты, ашыҡмай ғына ышлыяһын рәтләне. Ҡамыт ҡыҫмаймы тип тә тикшерҙе. Ғ. Лоҡманов. [Емеш:] Шул хәтле матур аяҡ кейеменең ҡыҫыуы йәки һурылыуы мөмкинме һуң?!
3. Биишева.
8. һыҡҡан, быуған һымаҡ итеп, тарыҡтырыу. □ Теснить; сжимать, сжать (дыхание). Йөрәкте ҡыҫыу. Тынды ҡыҫыу. ■ һулышымды ҡыҫа тынсыу һауа, суп урелә йөрәк өҫтөнә. Р. Назаров. [Мәҙинәнең] муйынын уратып бәйләгән суҡлы шәле тынын ҡыҫа, өҫтөнән һырмаһын да сисмәгән. Т. Ғарипова. [Кинйә — Аҫылбикәгә:] Йөрәгем ҡыҫа минең. Куҙ алдымда — дар ағастары, ҡолаҡ төбөндә бығауҙар сыңлай. Ғ. Ибраһимов.
9. Көс менән ирекһеҙләп ҡыҫтау; ҡыҫырыҡлау. □ Теснить, вытеснять. Малды кәртәгә ҡыҫып ҡыуыу.
10. Ниндәйҙер талап, дәғүә менән ирекһеҙләү; ҡыҫмаҡлау. □ Притеснять. ■ Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың буҫкәргәнен куреп, уландарынан ҡанды кем эскәнен ҡыҫып һорай башлаған. «Урал батыр».
11. Ирек, хоҡуҡты быуыу; кемделер ситләтеү. □ Притеснять, теснить, стеснять кого-л. // Притеснение, стеснение. Иркен ҡыҫыу. ■ Үгәй әсә балаларҙы, тар куңеле менән ҡыҫып, һәр ваҡытта мәшәҡәттә аҫрай. М. Ғафури. Ағалары, йәғни общинаның башҡа ағзалары уны [Заятуләкте] ҡыҫа, ситләтә, нисек тә һылтау табып, уны куҙҙән төшөрөргә тырыша. К. Мәргән.
815