Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 816 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҪЫУ
12. кусм. Иркен, мул тотмай, үлсәм, самаға һалыу. □ Экономить, ограничивать; сокращать, уменьшать. // Сокращение, уменьшение. Эш хаҡын ҡыҫыу. Игенде ҡыҫыу. ■ [Богданов] эш кешеһенә ашау-эсеуҙе ҡыҫмай, хаҡын йәлләмәй. Ә. Хәкимов. [Малай — байға:] Ашау яғын ҡыҫмай, хаҡын мин һорағанса бирерһеңме? Әкиәттән. [Ғәли ағай:] [Ата-әсәйем] миңә косом етә торған эштәрҙе генә ҡушалар, аҙ ғына арығанымды белһәләр, хәл йыйырға ирек бирәләр һәм ашау-эсеу яғын да ҡыҫмайҙар ине. М. Ғафури.
13. миф. Өсйәндән ҡотолоу юлы. □ Защемление, защемлять (магический способ избавления от рахита). ■ Өсйән булһа, баланың кулдәген, систереп, ишеккә ҡыҫалар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ҡойроҡто ҡыҫыу ҡурҡып йыуашайыу, шымыу. □ Поджать хвост. М Йоҡлай тауҙар... «Уянығыҙ!» — тигән кеуек, яңғыҙ бөркөт саңҡый улар баш өҫтөндә. Ас буреләр ҡан-яу эҙләй. Уянығыҙ! Ятмағыҙсы ҡойроҡ ҡыҫып шундай көндә. Р. Назаров. • Хәлдән килмәһә, намыҫ ҡойроғон ҡыҫа. Мәҡәл.
ҠЫҪЫУ II (Р.: пространство между досками; И.: adpressed object; T.: sıkışık) и.
Ике ҡат таҡта бураның араһына ҡыҫылған нәмә. □ Пространство между досками. ■ Ҡыҫыуына бысҡы табы тултырып, таҡтанан дөйөм торлаҡ төҙөлдө. Ә. Вәли.
ҠЫҪЫШЫУ (ҡыҫыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыҫыу I, 3—6. взаимн. от ҡыҫыу I, 3—6. Ҡуҙ ҡыҫышыу. Ҡул ҡыҫышыу. ■ Ҡашлаҡҡа еткәс, [Һаҙый менән Фәнилә] бер-береһенә именлек, тыныс йоҡо теләп, һуңғы тапҡыр ҡул ҡыҫышалар. Ғ. Лоҡманов. Ҡупте кургән полковник та, байтаҡ донъя гиҙгән майор ҙа, ҡул ҡыҫышҡан көйөнсә, көс һынашырға сыҡҡан көрәшселәр шикелле, бер-береһенә һынаулы ҡараш текәп, байтаҡ һуҙһеҙ тора. Р. Өмөтбаев.
ҠЫТ [ғәр. -1“^] (Р: с малым достатком; И.: having small means, not very rich; T.: kit) c.
Ихтыяж талабынан әҙ, етешһеҙ; йот.
□ С малым достатком, небогатый. М Утын, квартира яғы ҡытыраҡ. X. Ғиләжев.
ҠЫТАЙ I (Р: китаец; И.: Chinese; T.: Çinli) и. этн.
1. Ҡытайҙың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе.
□ Китаец. / Китайский. Ҡытай халҡы. Ҡытай ҡыҙы. Ҡытай мәҙәниәте. Ҡытай фарфоры. Ҡытай иероглифтары. Я Арыраҡта киң ебәк кейемле ҡытай сауҙагәре, һап-һары тырнағын сиртеп, йомортҡа ҡабы-ғындай йоҡа сынаяҡтарын сыңлатып ебәрә. Ә. Хәкимов. Табынсы ҡом шешәнән ҡытай сынаяҡтарына ҡыҙғылт төҫтәге шыйыҡсалар ҡойҙо. Н. Мусин.
2. Ҡайһы бер ботаник йә зоологик атамаларҙың беренсе компоненты. □ Китайский (первый компонент ботанических либо зоологических терминов). Ҡытай сейәһе.
ҠЫТАЙ II и. диал. ҡар. мунсаҡ. Быяла ҡытай. Гәрәбә ҡытай. Мәрйен ҡытай. ■ Биҙәнеу-төҙәнеу әйберҙәре: .. алҡа һәм һырғалар, муйын сылбыры, алмиҙеу һәм ҡытай. Н. Бикбулатов.
ҠЫТАЙАЛДЫР и. диал. ҡар. каса. Ҡы-тайалдыр менән сәй эсеу. Ҡытайалдырға айран һалыу.
ҠЫТАЙ АЛМАҺЫ (Р: китайская яблоня; И.: plum-leaf crabapple, Chinese apple; T.: armut yapraklı çiçek elması) и. бот.
1. Япрағы ҡара емештекенә оҡшаш, аҡ сәскәле, йомро йәки йомортҡа рәүешендәге ҡыҙыл йәки һары емешле ағас. □ Китайская яблоня (лат. Malus prunifolia). Ҡытай алмаһын ултыртыу. Ҡытай алмаһы сәскәһе.
2. Шул ағастың емеше. □ Китайское яблоко. Ҡытай алмаһынан ҡайнатма.
ҠЫТАЙ ҠАҘЫ (Р: китайский гусь; И.: guinea goose; T.: Çin kazı) и. зоол.
Суғырмаҡлы ҡыр ҡаҙҙарынан сығарылған, йылына 80-гә яҡын йомортҡа һалыусы аҡ йәки сыбар төҫтәге ҡаҙ. □ Китайский гусь (лат. Anser cygnoides). Ҡытай ҡаҙҙары урсетеу. Ҡытай ҡаҙының йомортҡаһы. Ҡытай ҡаҙы бәпкәһе.
816