ҠЫТАТ ЕЛӘН
ҠЫТАЙЛЫ (Р.: китаец; И.: Chinese; T.: Çinli) и.
Ҡытайҙа йәшәүсе кеше. □ Китаец. ■ Башҡорттар тураһында мәғлүмәт эҙләп, башҡа боронғо халыҡтарҙың (мәҫәлән, боронғо иранлы, боронғо һинд, боронғо грек, боронғо ҡытайлы, боронғо мысырлы) йылъяҙмаларын аҡтарырға ла баҙмайбыҙ. Интернет селтәренән.
ҠЫТАЙСА (Р.: по-китайски; И.: in Chinese; T.: Çince) р.
1. Ҡытай телендә. □ По-китайски, на китайском языке. Ҡытайса һөйләшеү. Ҡытайса уҡыу. Ҡытайса яҙыу. Ҡытайса йырлау. К Ҡағыҙ ҡалын, ялтырап тора, тексы ос телдә, урыҫса, башҡортса, ҡытайса яҙылып, һуңғы биттәре Һыбай халҡының ҡултамғалары менән сыбарланғайны. Ә. Әминев.
2. Ҡытай халҡына хас, ҡытайҙар кеүек.
□ По-китайски, свойственно китайцам. Ҡытайса бейеү. ■ Беҙ ҡытайса ҡыланырбыҙмы икән, баҫып алһа беҙҙе ҡытайҙар? Р. Түләк.
ҠЫТАЙ СӘЙЕ (Р: чайная трава; И.: tea grass; T.: çay (bitki) и. бот. диал.
Һары сәскәле, ваҡ япраҡлы сәй үләне.
□ Чайная трава. Ҡытай сәйен бешереү. Ҡытай сәйе эсеү.
ҠЫТАЙ СӘТЛӘҮЕГЕ (Р.: арахис; И.: peanut, earth nut; T: yer fıstığı) и. бот.
1. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, емеше майға бай көньяҡ үҫемлеге; ер сәтләүеге, арахис. □ Арахис (лат. Arachis). Ҡытай сәтләүеге ағасы.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Арахис, земляной орех. Ҡытай сәтләүеге майы. Ҡытай сәтләүеге хәлүәһе.
ҠЫТАЙ ТАРЫҺЫ (Р: гаолян; И.: kaoliang; T.: sorgun) и. бот.
Киң оҙон япраҡлы, һепертке башлы, бик бейек һабаҡлы ашлыҡ. □ Гаолян, сорго китайское (лат. Sorghum chinense). Ҡытай тарыһы йыйыу. Ҡыҙыл ҡытай тарыһы.
ҠЫТАҠ-ҠЫТАҠ (Р: куд-кудах; И.: sound imitative word; T.: gıdak gıdak) оҡш.
Тауыҡ, әтәс ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Куд-кудах (подражание кудахтанью). И Әмир баш осонда тауыҡ ҡытҡылдау ына уянып китте... — Ҡытаҡ-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ. X. Ғиләжев.
ҠЫТАҠЛАУ (ҡытаҡла-) (Р: кудахтать; И.: cackle; T: gıdaklamak) ҡ.
Ҡытаҡ-ҡытаҡ тигән тауыш сығарыу, ҡытаҡ-ҡытаҡ килеү. □ Кудахтать. // Кудахтанье. Ҡытаҡлап алыу. Ҡытаҡлап йөрөү. Ҡытаҡлап ҡуйыу. Ҡытаҡлап ебәреү. Ҡытаҡлап тороу. Тауыҡ ҡытаҡлай. Ш Ҡыҙыл ҡанатлы ҡаратүш әтәс һөрән һалып ҡытаҡлап бүрәнә башынан килеп төштө.
3. Биишева. • Күкәй һалмаҫ тауыҡ көн элгәре ҡытаҡлар. Мәҡәл. Ҡыҫыр тауыҡ күп ҡытаҡлай. Мәҡәл. Тауыҡ ҡытаҡлай тип, әтәс тә ҡытаҡлаған. Мәҡәл.
ҠЫТАҠЛАШЫУ (ҡытаҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡытаҡлау, взаимн. от ҡытаҡлау. Тауыҡтар ҡытаҡлаша. ■ Келәт артындағы әтәс, бер өҙлөкһөҙ тигәндәй, ҡанат ҡағып ҡысҡыра, тауыҡтар һирәк-һаяҡ ҡытаҡлаша. һ. Дәүләтшина.
ҠЫТАТ I (Р: китайка; И.: kind of Chinese silk tissue; T: bir cins kumaş) и.
1. Боронғо ҡиммәтле беше тауар. □ Китайка (ткань). / Китайчатый. Ҡара ҡытат. Ҡытат күлдәк. ■ [Ишмөхәмәт кантон]байрам-ҡунаҡ саҡҡа бәҫле Бохар бәрхәтенән тегелеп уҡалар менән ҡаймалы ҡытат кантон кейемен, башына оҙонса буҫтау башлығын кейеп алды. Ғ. Хөсәйенов. Өҫкә кейгән бишмәтең ҡытат ҡынамы — ҡыбырлай? Халыҡ йырынан.
2. диал. ҡар. барса I. М Маһитап, ҡыя баҫып, Айым янына килде лә, туғанының биленән матҡып, иҙән уртаһында өйөрөлтөп алды һәм, ҡытат күлдәгенең итәктәрен елберләтә-елберләтә, тыпырлап бейергә керешеп китте. Ғ. Ибраһимов.
ҠЫТАТ II с. диал. ҡар. йәм-йәшел. Ҡытат ялан. Ҡытат төҫ.
ҠЫТАТ ЕЛӘН (Р: китайчатый зилян; И.: kind of gown made of thick cloth; T.: yeldirme) и.
817