ҠЫТҠЫЛДАҠ
Ҡалын туҡыманан тегелгән елән. □ Китайчатый зилян (из плотной ткани). Ҡытат еләнен кейеу.
ҠЫТҠЫЛДАҠ (Р.: много кудахтаю-щий; И.: cackling much; T.: çok gıdaklayan) c.
Гел ҡытҡылдап тороусан. □ Много ку-дахтающий (о курице). Ҡытҡылдаҡ тауык.
ҠЫТҠЫЛДАТЫУ (ҡытҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡытҡылдау, понуд. от ҡытҡылдау. Тауыҡты ҡурҡытып, ҡытҡылдатыу. ■ Гөлбаныу, мендәрҙәй осаһын туйтаңлатып, тырт-мырт атлап, юҡ йомошон бар итеп, соланға уҡ сығып китте, унда килеп ингән тауыҡтарҙы ҡытҡылдатып, бер итеп ҡыуырға тотондо. Н. Мусин. [Әсфәндиәр мулла] тере әтәсте ҡытҡылдатып ҡысҡырта-ҡысҡырта өс тапҡыр ауырыу тирәһендә әйләндерҙе лә, шундуҡ муйынынан салдыр-тып, уның йәне ҡасан сығыуын көтөп тә тормайынса, биҙрә эсендәге ҡурсаҡтар эргәһенә һалды. Я. Хамматов.
♦ Тамаҡты ҡытҡылдатыу ҡабат-ҡабат тамаҡ ҡырыу. □ Покашливать. М Булмәлә себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Ҡотлобаев, тамағын ҡытҡылдатып, ҡыҙҙарҙы аҫтан ғына куҙәтеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
ҠЫТҠЫЛДАУ (ҡытҡылда-) (Р.: кудахтать; И.: cluck; T.: gıdaklamak) ҡ.
1. Ҡыт-ҡыт тигән тауыш сығарыу, ҡыт-ҡыт килеү. □ Кудахтать. // Кудахтанье. Ҡытҡылдай биреу. Ҡытҡылдап алыу. Ҡытҡылдап йөрөу. Ҡытҡылдап ебәреу. ■ Бәғзе саҡта һуйырҙарҙың тыҡылдағанын, бигерәк тә уларҙың ҡытҡылдағанын ҡәҙимге барҡылдаҡтарҙың тауышынан айырыу ауырлаша. С. Шәрипов. Йортта йугерешеп уйнаусы бала-саға тауыштары, тауыҡтар ҡытҡылдауы — бөтәһе бергә уҙен әле генә сикһеҙ бәхетле тойған Рәмзиәне диңгеҙ һыуында сайҡалыусы юнысҡыға әуерел-дергәйне. М. Садыҡова. • Ҡыҫыр ҡатындан ҡытҡылдаған тауыҡ артыҡ. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡыт-ҡыт, ҡыһ-ҡыһ итеү (көлгәндә). □ Хохотать; громко, раскатисто смеяться. Ҡытҡылдап көлөу. Ҡытҡылдап
ҡуйыу. Ҡытҡылдап тороу. ■ Тимербулат ҡытҡылдап көлөп ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина. Шәмсиә .. буштан-бушҡа ҡытҡылдап көлөргә тотондо. 3. Биишева.
ҠЫТҠЫЛДАШЫУ (ҡытҡылдаш ) ҡ. урт. ҡар. ҡытҡылдау, взаимн. от ҡытҡылдау. Тауыҡтар ҡытҡылдашып йугереп йөрөй. Ҡытҡылдашып көлөу. ■ Ишек алдында ем тибеп йөрөгән тауыҡтарҙың ҡапыл ҡытҡылдаша башлауҙарына Тәнзилә әбей, аяғына ла кейеп тормайынса, йугерә-йугерә тышҡа сыҡты. М. Тажи. Әтәстәр ҡысҡыра берҙәм, ҡытҡылдаша тауыҡтар; ҡар-ҡар килеп ҡара ҡарға осоп ҡайтҡан алыҫтан. Ф. Рәхимғолова.
ҠЫТ-ҠЫТ (Р.: куд-кудах; И.: onomatopoeic word; T: gıdak) оҡш.
Тауыҡ ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ; ҡытаҡ-ҡйтаҡ. □ Куд-кудах (подражание кудахтанью). М Эй, ҡупшыҡай тауык апай, кулдәге сыбар ғына, ҡыт-ҡыт-ҡыт, тип килеп етә, емеңде сығар ғына. Г. Ситдиҡова. Ҡыт-ҡыт ҡытҡылдай тауыҡтар, ҡаҙҙары ҡаңғылдаша. Ш. Бабич.
ҠЫТ-ҠЫТАҠ (Р.: куд-кудах; И.: onomatopoeic word; T: gıdak gıdak) оҡш.
Тауыҡ ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ; ҡытаҡ-ҡытаҡ. □ Куд-кудах (подражание кудахтанью). Ҡыт-кытак килеу.
ҠЫТЛЫҠ (ҡытлығы) (Р: неурожай; И.: crop failure; T: kıt, fena ürün) u.
1. Аҙыҡҡа, игенгә булған юҡсылыҡ; йотлоҡ, аслыҡ. □ Неурожай, голод. / Неурожайный, голодный. Ҡытлыҡ йыл. Ҡытлыҡ башланыу. ■ [Йософ:] Ете йыл осһоҙлоҡ була, төрлө-төрлө ниғмәт менән донъя тула, унан һуң тирә-йундә ҡоролоҡ була, тап ете йыл илдә ҡытлыҡ булыр имде. «Йософ ҡиссаһы». Ҡытлыҡ йыл. Тамаҡ яғы самалы. М. Кәрим. Ҡытлыҡ йылды бер ауыҙ булһа ла кәмер, тип уйлағандыр инде ағаһы менән еңгәһе лә, уны [Алтынбайҙы] бай кешеләренә биреп ебәрергә риза булдылар. 3. Ураҡсин.
2. кусм. Нимәгәлер булған етешһеҙлек, ярлылыҡ. □ Нехватка, недостаток, дефицит. Ҡытлыҡта йәшәу. Ашауға ҡытлыҡ.
818