Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 819 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫТЫҠЛАНЫУ
Кислород ҡытлығы. Аҡсаға ҡытлыҡ кисереү. Мал аҙығына ҡытлыҡ. ■ Башҡортостан — илебеҙҙә һыуға иң бай райондарҙың береһе, мәгәр шул уҡ ваҡытта республика эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Р. Солтангәрәев. Фермалағы хәлдәр Зобәржәткә билдәле ине: йылдың-йылында аҙыҡ-түлек ҡытлығынан йән ҡыйыла. Ғ. Лоҡманов. • Ҡыҙ үҫһә — өйгә ҡытлыҡ, ул үҫһә — өйгә ҡотлоҡ. Мәҡәл.
ҠЫТМЫР (Р.: бес; И.: demon; deuce; T.: cin) и. миф.
Ен, шайтан. □ Бес. ■ Ҡытмыр — иң уҫал бәрей заты. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫТНАУ (ҡытна-) ҡ. диал. ҡар. ҡытаҡлау. Тауыҡ ҡытнап йөрөй. Ҡытнап алыу. Ҡытнап ебәреү. Ҡытнап ҡуйыу. Ҡытнап тороу.
ҠЫТЫ (Р: высокомерный; И.: arrogant; haughty; T: kibirli) с. диал.
Үҙен башҡаларҙан юғары һанаған, әллә кем иткән; эре, һауалы. □ Высокомерный, горделивый; спесивый, заносчивый. Ҡыты кеше. Ҡыты әҙәм. ■ Сәлмән ҡыты ғына күҙ һирпеп алды ла, бер ни булмағандай, бара бирҙе. Ә. Вахитов.
ҠЫТЫЙ-ҠЫТЫЙ (Р.: защекочу (тебя)!; И.: onomatopoeic word; T.: gıdıklama) оҡш.
Ҡытыҡларға иткәндә кешенең ҡытығын саҡыра торған һүҙ. □ Защекочу (тебя)! Ҡытый-ҡытый итеү.
ҠЫТЫЙ-ҠЫТЫЙ УЙНАУ (кытый-ҡытый уйна-) (Р: щекотать друг друга; И.: tickle each other; T.: gıdıklamak) ҡ.
Ҡытыҡлашыу, ҡытыҡлашып шаярыу. □ Щекотать друг друга. ■ Шуны ғына көткән шүрәле борола һалып килде лә: «Әйҙә, ҡытый-ҡытый уйнайыҡ», — тип, оҙон бармаҡтарын тарбаҡландырып һуҙғайны, малай ҡыҙҙы тотто ла алды, ти. Әкиәттән.
ҠЫТЫЙ-МЫТЫЙ (Р.: мелочь; И.: trinkets; T.: ufaklar) и. диал.
1. Ваҡ-төйәк (әйбер). □ Мелочь. Ҡытый-мытый йыйыу. Ҡытый-мытый кейем.
2. Ыбыр-сыбыр. □ Мелюзга. Ҡытый-мытый балыҡ тотоу. Ҡытый-мытыйҙарын эйәртеп, ҡатын еләккә киткән.
ҠЫТЫҠ (ҡытығы) (Р.: щекотка; И.: tickling; T.: gıdıklanma) и.
1. Йыбырлап тәнгә тейгәндә барлыҡҡа килгән кисереш. □ Щекотка, щекотание. Ҡытыҡтан ҡурҡыу. Ҡытыҡты килтереү. Ҡытыҡты йәшереү. ■ [Хөббөниса:] Уй-уй! Мин ҡытыҡтан ҡурҡам! Н. Ғәйетбаев.
2. күсм. Күңелде һәр ваҡыт өйкәп торған йәшерен уй, хис. □ Щекотка, щекотание (о чувствах).
♦ Ҡытыҡ килгән ер кемгәлер бик үк оҡшап етмәгән һүҙ, хәбәр тураһында әйтелә. □ Уязвимое место кого, чьё, у кого. Ҡытыҡ килгән ергә тейеү (йәки төртөлөү) кемдеңдер етешһеҙ, йомшаҡ ерен табыу. □ Найти слабинку у кого. V Өлкән лейтенанттың һуңғы һүҙҙәре Сираевтың ҡытығы килгән ергә төртөлдө. Н. Мусин. Ҡытыҡҡа тейеү ҡар. ҡытыҡ килгән ергә тейеү. ■ «Егеттәр» тигән һүҙ Тәкбиров-тың ҡытығына тейҙе, күрәһең. Н. Мусин. Күптән бирле һалдат икмәге ашап йөрөгәс, уның [Ваняның] һүҙҙәре беҙҙең дә ҡытыҡҡа тейҙе. Н. Мусин.
ҠЫТЫҠ КИЛЕҮ (ҡытыҡ кил-) (Р: испытывать, чувствовать щекотку; И.: feel tickles; T.: gıdıklanmak) ҡ.
1. Тәнгә еңелсә ҡағылыуҙан кеше нервыһының ярһыуы, тәьҫирләнеүе. □ Испытывать, чувствовать щекотку. ■ Иң ҡыҙығы — атайҙың йөҙөн сирыштырып, ҡытығы һис килмәгәндәй итеп, көлмәйенсә түҙеп ятыуы. М. Садыҡова. һарыҡай үҙе белгән ерҙән ҙур, ҡалын имеҙлек табып, һурып имә башланы. Ҡытығы килһә лә, нисектер бик килешһеҙ, бөтөнләй ят хистәр тыуҙырған был хәрәкәттәргә түҙҙе һоро ат. С. Ильясов.
2. күсм. Кемдеңдер тоғролоғона шик белдереп асыуланыу; көнләшеү. □ Раздражаться; ревновать. Ирҙең ҡытығы килә.
ҠЫТЫҠЛАНЫУ (ҡытыҡлан ) ҡ.
1. ҡайт. ҡар. ҡытыҡлау, возвр. от ҡытыҡлау. Табан ҡытыҡлана. М Көсөк иһә әллә тәне ҡытыҡланыуҙан, әллә бының [бүренең] ҡылығын уйынға һанап, хо
819