Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 820 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫТЫҠЛАТЫУ
зур төҫтә сыйнаны, туп кеуек тәгәрләне. Ә. Хәкимов.
2. Тәьҫирләнеү, елкенеү. □ Воодушевляться. ■ Уның [Макарҙың] был тәҡдименән Рәмзиәнең куңеле ҡытыҡланып китте, ләкин ул артыҡ әурәмәҫкә лә тырышты. М. Садыҡова. Шатлыҡ менән ҡытыҡланып килгән көлөу бит ул рәхәт була. С. Ҡудаш.
3. Ҡымырйып тороу. □ Чувствовать щекотку; зудеть, першить. ■ Аҡъял хажиҙы оҙатҡас, сайранда оҙаҡ йөрөй алманы хан. Башы сатнап бара, тамағы, танауы ҡытыҡлана башланы. Ә. Хәкимов.
ҠЫТЫҠЛАТЫУ (ҡытыҡлат-) (Р.: позволять щекотать себя; И.: allow to be tickled; T: gıdıklatmak) ҡ.
1. Ҡытыҡларға ирек ҡуйыу. □ Позволять, давать щекотать себя. Кешенән уҙеңде ҡытыҡлатыу.
2. ҡар. ҡытыҡлау 1. ■ [Нурислам] кәрлә шпорҙары менән бейәһенең ҡабырғаларын ҡытыҡлатып алды. М. Кәрим.
3. Тәьҫирләндереү, дәрт биреп, ашҡындырыу. □ Воодушевлять, вдохновлять. Йөрәкте ҡытыҡлатыу. Куңелде ҡытыҡлатыу. ■ Ҡурайсы .. йәштәрҙең дәртле йөрәген ҡытыҡлатып, бейеу көйөн тартып ебәрҙе. С. Ҡудаш.
ҠЫТЫҠЛАУ (ҡытыҡла-) (Р.: щекотать; И.: tickle; T.: gıdıklamak) ҡ.
1. Бармаҡ менән тәнде йыбырлатып, ҡытыҡ уятыу. □ Щекотать. // Щекотание. Ҡытыҡлап һынын ҡатырыу. Ҡытыҡлай башлау. ■ Ғәлиә көлһә, кемдер ҡытыҡлаған төҫлө, Сәлимдең дә көлгөһө, эсендәге шатлығынан урман яңғыратып ҡысҡырғыһы килде. Ш. Янбаев. Таңһылыу, егеттәрҙе ҡытыҡлап уятыу өсөн ҡулына бер сыбыҡ алып, баҡсаға бесәй һымаҡ шым ғына ингәйне, муйыл төбөндәге карауатта Камилдың яңғыҙ ғына йоҡлап ятыуын кур-гәс, йөрәге жыу итеп китте. М. Садыҡова. һыу төбөнә баҫыу менән ятыуҙа ҡымйып йөрөгән сабаҡтар, ҡоморойҙар морондары менән төрткөләп, аяҡты ҡытыҡлай башлай. Н. Мусин.
2. кусм. Наҙлап, тәмле, рәхәт хис уятыу. □ Щекотать. // Щекотание. Танауҙы ҡытыҡлау. ■ Йомшаҡ, талғын ел, ауыл өҫтөнә яңы сабылған бесән еҫен, йукә сәскәләре еҫен таратып, тел менән әйтеп булмаҫлыҡ рәхәтләндереп, танауҙы ҡытыҡлай. Ф. Әсәнов. Иртәнге дымлы һалҡынса һауа биткә йәбешә, уҙәк буйын ҡытыҡлай. Н. Мусин. Эйәр ҡапталынан, кейеҙ ундектән сыҡҡан әсе ат тире еҫе [Кусимовтың] танауын ҡытыҡланы. Р. Өмөтбаев. Мук, еуеш улән, ылыҫ еҫе танауҙы ҡытыҡланы. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. Күңелде елкендерә, болоҡһота, тәьҫирләндерә торған хис уятыу. □ Воодушевлять, вдохновлять. Йөрәкте ҡытыҡлау. V Теге [ҡатын], яйын тура килтереп, уның [Кусимовтың] йөрәген ҡытыҡлаған хәбәр әйтеп китте. Р. Өмөтбаев. Был хәл Аҡназарҙың, бигерәк тә Гөлбоҫтан еңгәйҙең, куңелен ҡытыҡлай. Ә. Хәкимов. Сәскә еҫе, тальян моңо куңелде ҡытыҡлап елкендерә. Ф. Әсәнов. Бына әле килеп әллә ҡасанғы, инде онотҡанда бер генә иҫкә төшкөләгән шул мәрәкә һуҙ куңелде ҡытыҡлап ыҙалата. С. Шәрипов.
4. Борсоу, тынғыһыҙлау. □ Волновать, беспокоить. ■ Оҙатырға сыҡҡанда, уның [Шаҡмандың] башын күптән әҙерләнгән уй ҡытыҡлай ине. К. Мәргән.
5. миф. Урман эйәһе Шүрәленең яратҡан шөғөлө. □ Щекотка, щекотание (любимое занятие лесного духа Шурале). ■ Шурәле урман юлдарында яңғыҙ юлаусыға осрап, уны ҡытыҡлап үлтерә, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
6. миф. Түлһеҙлектән дауалауҙың магик ысулы. □ Щекотать. // Щекотка, щекотание (магический способ лечения бесплодия). ■ Бағымсы әбей бала тапмаған ҡатынды ике йылға ҡушылдығында ҡойондора һәм һыны ҡатҡансы ҡытыҡлап һалып ҡуя. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫТЫҠЛАШЫУ (ҡытыҡлаш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡытыҡлау 1. взаимн. от ҡытыҡлау 1. Кытыҡлашып уйнау. ■ [Эреҫ
820