ҠЫТЫРЛАҠ
еңгә — Аҡҡужаға:] Әле етмәһә, [ағайың менән Айбикә] куҙ алдыңда оялмайҙар ҙа, бер-береһенә көлөшөп тороп һөйләшәләр, ҡытыҡлашалар бит әле. Ғ. Дәүләтшин. Аҡман-тоҡман бурандары утеп китеп, яҙ елдәре уйнаҡлай, ҡуйынға уҡ тығылып ҡытыҡлаша башлаған бер мәлдә .. Әшрәф дуҫым килеп инде. Г. Яҡупова.
2. кусм. Үҙ-ара һүҙгә килешеү, ҡара-ҡаршы әйтешеү, талашыу, сәкәләшеү. □ Ссориться; драться. ■ Йәнәйҙәрҙең ваҡыты-ваҡыты менән килеп, ҡытыҡлашып китеуе һеңрәндәр өсөн көтөлмәгән нәмә тугел ине. К. Мәргән.
ҠЫТЫҠЛЫ ЕР (Р.: слабое место; И.: weak spot; T.: zayıf nokta) и.
Эштәге, ҡылыҡ-холоҡтағы бушаҡлыҡ, етешһеҙ, йомшаҡ яҡ. □ Слабое место, слабина. Я «һин уны телең менән алыр инең!» — тип Салих дуҫының ҡытыҡлы еренә төртөп алды. X. Мохтар.
ҠЫТЫҠСАН (Р.: щекотливый; И.: ticklish; T.: nazik) с.
Тиҙ генә ҡытығы килеүсән. □ Щекотливый, чувствительный к щекотке. Ҡытыҡсан бала. • Кеше ҡытыҡсан булһа, көнсөл була. Әйтем.
ҠЫТЫ-ҠЫТЫ УЙЫНЫ и. диал. ҡар. ҡытый-ҡытый. Кыты-ҡыты уйыны уйнау. Ҡыты-ҡыты уйыны — шурәленең яратҡан шөғөлө.
ҠЫТЫ-МЫТЫ I (Р: всякая мелочь; И.: hotch-potch; this and that; T.: ufaklar) и. йыйн.
1. Ваҡ-төйәк (әйбер). □ Всякая мелочь, всякая всячина (продукты, вещи). Ҡыты-мыты һатып алыу. Ҡыты-мыты килтереу. Я [Карт — Кусәревкә:] Хәҙер ҡарт булһам да, ҡыты-мыты менән сауҙа итергә тура килә. А. Таһиров. [Оморҙаҡ:] Еңгәң дә, һине осратырҙы белгән һымаҡ, ҡыты-мыты әҙерләп ебәргәйне. Ш. Бикҡол.
2. кусм. Юҡ-бар һүҙ, әрләш. □ Дрязги. Өйҙәге ҡыты-мыты. Ҡыты-мыты сығарыу.
ҠЫТЫ-МЫТЫ II (Р: пустяковый; И.: trifling; T: önemsiz) с.
Ваҡ-төйәк, әһәмиәте бәләкәй булған. □ Пустяковый, пустячный, незначительный, несущественный. Ҡыты-мыты нәмә. Ҡыты-мыты икмәк. Я Унда иптәштәрем, магазиндан ҡыты-мыты аҙыҡ алырға кеше ебәрергә тип, кемдән нисә тин сыға, шуны бергә туплап яталар икән. Д. Юлтый. [Хәйретдин — Билалға:] Бына ураҡҡа төшкәнсе ҡыты-мыты эш булмаҫмы икән тип, Әлшәйгә барғайным да, эш табып булманы. А. Таһиров.
ҠЫТЫМЫШ с. диал. ҡар. һыҡмыр. Ҡытымыш кеше.
ҠЫТЫР I (Р: хруп; И.: crunch; T: kıtır) оҡш.
Ҡытыршы, ҡаты нәмәнең өҫтөнән икенсе бер ҡаты нәмәне һөйрәгәндә, ҡаты нәмәне кимергәндә, онтағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп (подражание хрусту). Ҡытыр килеу. Ҡытыр итеу. Ҡытыр иттереп ашау.
ҠЫТЫР II и. диал. ҡар. ҡыйыр. Икмәк ҡытыры. Кумәс ҡытыры.
ҠЫТЫР III и. диал. ҡар. ҡытырмаҡ. Бурәнәләге ҡытырҙар.
ҠЫТЫРАЙЫУ (ҡытырай-, ҡытырая) (Р: обижаться; И.: take offence; T: kırılmak) ҡ. диал.
Ҡылтайыу, асыуланыу. □ Обижаться. ■ Зәлифә ни өсөндөр был юлы «иркәм» тигәндә ҡытырайманы. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫТЫР-ҠЫТЫР (Р.: хруп-хруп; И.: onomatopoeic word; crackle; T: kıtır kıtır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡытыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп-хруп (подражание многократному хрусту). Ҡытыр-ҡытыр ашау. Ҡытыр-ҡытыр итеп кимереу. ■ «Ҡытыр-ҡытыр...» һәр ҡытырлау йөрәккә утеп инде, мейегә бәрҙе. И. Ғиззәтуллин. Баяғы бармаҡ ҡытыр-ҡытыр ҡойманы тырнарға кереште. М. Кәрим.
ҠЫТЫРЛАҠ (Р: хрустящий; И.: crisp; crispy; T: kıtırdayan) с.
Ҡытыр-ҡытыр итеп торған. □ Хрустящий. Ҡытырлаҡ икмәк. Я Ерҙә көндөҙгө
821