ҠЫТЫРЛАНЫУ
шәреләрҙе ҡаплаған ҡытырлаҡ боҙҙар аяҡ аҫтында сатнап һынып ята. 3. Биишева.
ҠЫТЫРЛАНЫУ (ҡытырлай-) ҡ. диал. ҡар. асыуланыу. Ҡытырланып йөрөу. Ваҡытында килмәгәнгә ҡытырлана ул.
ҠЫТЫРЛАТЫУ (ҡытырлат-) (Р.: хрустеть; И.: crunch; T.: kıtırdatmak) ҡ.
Ҡытыр-ҡытыр иттереү, ҡытыр-ҡытыр килтереү. □ Хрустеть чем. Кишерҙе ҡытырлатып кимереу. ■ Эйәһе елкәһенә арҡыры кейелгән сумкаһынан бер шаҡмак шәкәр сығарып ҡаптырғас, .. [ат] башын һелкә-һелкә ҡытырлата башланы. А. Таһиров. Исламғәленең башҡа ваҡыттары, әрйә төбө кимергән сысҡан һымаҡ, шул таба төбөн ҡытырлатып утә. И. Насыри.
ҠЫТЫРЛАУ (ҡытырла-) (Р.: хрустеть; И.: crackle; T: kıtırdamak) ҡ.
Ҡытыр-ҡытыр тигән тауыш сығарыу, ҡытыр-ҡытыр килеү. □ Хрустеть. Тешләгәндә ҡытырлау. ■ Әхнәфтең ҡолағына ниндәйҙер ҡытырлаған тауыш, кемдеңдер ауыр, мышылдап тын алғаны ишетелә. Ғ. Лоҡманов. Бәҙерғол тегенең [офицерҙың] һуҙылған ҡылысын сатраш һыҙырып һелтәп тә ебәрҙе. Ҡылыстың беләккә ҡытырлап утеуен ҡулы менән тойҙо. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫТЫРЛЫ (Р: шероховатый; И.: rough; uneven; rugged; T.: pürüzlü) c.
Тигеҙһеҙ, ҡытырмаҡлы, ҡытыршы. □ Шероховатый; щербатый. Ҡытырлы юл. ■ Йырҙың тәуге ике юлын йырлағанда уның [егеттең] тауышы бер аҙ ҡалтырап, ҡытырлы юлдан барған арба кеуек, өҙгөләнеп сыҡты. С. Ҡудаш.
ҠЫТЫРМАҠ (ҡытырмағы) (Р: шероховатость; И.: roughness; T.: pürüzlülük) и.
Сурайып-сурайып ҡалҡып сыҡҡан ҡытыршы. □ Шероховатость, неровность; щербина./ Шероховатый, неровный. Таҡталағы ҡытырмаҡтар. ■ Ат шаптырлап сит-боттары ҡытырмаҡ боҙ менән ҡапланған йылғаны кисеп сыҡты. Т. Ғарипова. Көндөҙ ирей биреп, өҫтө быялала-нып ҡатҡан ҡытырмаҡ ҡар аяҡ аҫтында кертләп, сатнап ята. 3. Биишева.
ҠЫТЫРМАҠЛЫ (Р: шероховатый; И.: uneven; T.: pürüzlü) с.
Ҡытырмаҡ менән ҡаплаулы. □ Шероховатый, неровный, щербатый. Ҡытырмаҡлы юл.
ҠЫТЫРМАС (Р: сухари; И.: rusk; T.: peksimet) и. диал.
Кипкән икмәк; шөкәрә. □ Сухари. Ҡы-тырмас йыйыу. Ҡытырмасты ебетеп, себешкә ашатыу.
ҠЫТЫР-МЫТЫР (Р: шероховатость; И.: grain; wrinkle; T.: ağırlık) и.
Ҡатмарлы булған хәл, ауырлыҡ. □ Шероховатость, сложность. ■ Донъяның эске ҡытыр-мытырҙары булһа ла, ул һәуетемсә уҙ яйы менән аҡты. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫТЫРШЫ I (Р: шершавый; И.: rugged; T: pürüzlü) с.
1. Тигеҙ, шыма ғына түгел, тигеҙһеҙ. □ Шершавый, шероховатый; рифлёный, ребристый; неровный, бугристый. Ҡытыршы бурәнә. Ҡытыршы юл. Ҡытыршы быяла. Ҡытыршы ҡағыҙ. ■ Ул [Кусимов] ҡапыл һығылмалы ҡорос ҡылысының ҡытыршы һабын ҡулы менән өҙөрҙәй итеп ҡыҫа. Р. Өмөтбаев. Ҡулына ус аяһындай ғына ҡытыршы ҡағыҙҙы йомарлап тотҡан эсә, уҙенең артынан хәуефләнеп куҙәткәнде лә .. белмәй, яй ғына алға барҙы. Ш. Янбаев.
2. Ҡоролоҡтан ярылған, кибеп сатнаған (тире тураһында). □ Шершавый, загрубелый, заскорузлый (о коже). Ҡытыршы ҡул. Ҡытыршы ус. М Ғималетдин Сәғиҙәнең асыҡ ятҡан беләген ҙур, ҡытыршы усы менән йомшаҡ ҡына һыйпаны, юрғанды ҡымтып япты ла ла ғәмһеҙ, бәхетле йылмайыу менән йоҡоға талды. Ш. Янбаев, [һалдат ҡатындарының] куп йыллыҡ мохтажлыҡ, ҡайғы киҫкән ҡытыршы йөҙҙәрендә тәуге мөләйем сатҡылар һыҙатланды. Й. Солтанов.
3. кусм. Килешле, шыма итеп эшләнмәгән; етешһеҙлекле. □ Шероховатый, дефектный. Ҡытыршы стиль. Ҡытыршы һөйләм. Ҡытыршы хикәйә. ■ Мирҡасим уларҙы [шәкерттәрҙе ]хуплай, дәртләндерә торҙо, ғәзәл йә ҡасидәнең ҡытыршыраҡ урындарын, «бы
822