Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 110 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛИТРЛЫ
2. Күпмелер литр самаһы. □ Литрами (приблизительное количество чего-л. в литрах). Мискәгә 200 литрлап һыу һыя.
ЛИТРЛЫ (Р.: литровый; И.: Its; T.: litrelik) с.
Билдәле литр шыйыҡлыҡ һыйышлы.
□ Литровый. Литрлы банка. Ярты литрлы шешә. ■ [Әминә әбей] биш литрлы самауырын да күтәреп ултырта алманы. Н. Мусин. Сафия апай табикмәк, ҡоймаҡ, кипкән алма менән пирог әҙерләне, бер литрлы банкаға май тултырҙы, ике тиҫтәгә яҡын йомортҡа бешерҙе. Т. Ғиниәтуллин. Зәкиә ауыл магазинынан кисә һатып алып ҡайтҡан ҡыҙыл боросто төргәген тағатып ярты литрлы банкаға тултырҙы ла газетаһын йомарлап ташларға итте, ләкин ҡапыл үҙе шундағы бер фамилияға төртөлөп, уҡырға кереште. Д. Бүләков.
ЛИТРЛЫҠ с. һөйл. ҡар. литрлы. Биш литрлыҡ һауыт. Бер литрлыҡ банка.
ЛИТРУМ и. кул. диал. ҡар. ҡабартма 1,1. Литрум бешереү. Литрумға ҡамыр әҙерләү.
ЛИТУК (литугы) [рус. леток] (Р.: леток (у ульев)', И.: entrance (in hive)', T.: ап kovanının giriş deliği) и. умарт. диал.
Умартаның ҡорт инә торған еге; кейә.
□ Леток (у ульев). Литукты асыу. Литук уйыу.
ЛИТУРГИЯ [рус. < гр. leiturgia] (Р: литургия; И.: liturgy; T.: komünyon) и.
Православие, католик һәм боронғо көнсығыш христиандарының сиркәүҙә үтәгән төп ғибәҙәте. □ Литургия. Литургия процесы.
ЛИФ [рус. < гол. lijf] (Р: лиф; И.: bodice; T.: korsaj) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең түште һәм арҡаны ҡаплап торған билдән юғары өлөшө.
□ Лиф (верхняя часть женского платья, охватывающая грудь и спину). Күлдәк лифы.
2. ҡар. күкрәксә 1. Лиф кейеү.
ЛИФО [рус. < ингл. lifo] (Р: лифо; И.: last in-first out; T.: son giren ilk çıkar kaidesi (lifo) и. иҡт.
Тауар, матди һаҡламдарын иҫәпләү ысулы. □ Лифо. Лифо методы.
ЛИФТ [рус. < ингл. lift] (Р: лифт; И.: lift elevator; T.: asansör) и.
Ҡатлы йорттарҙа, шахтала үрле-түбәнле йөрөй торған күтәргес машина. □ Лифт. / Лифтовый. Лифт менән менеү. Лифтта күтәрелеү. Йөк лифты. ■ Ҡаҙнабаев лифт алдында уйланып тора башланы. Д. Бүләков. Туғыҙынсы ҡат булһа ла, йәйәү күтәрелергә түгел бит, лифт бар, тип ризалашты Ғүмәр. Н. Мусин.
ЛИФТЁР [рус.] и. ҡар. лифтсы. ■ Килеүселәр һаман туҡтаманы. Дворниктың сығыуы булды, лифтёр килеп инде. К. Мәргән.
ЛИФТСЫ (Р: лифтёр; И.: elevator boy; T.: asansörcü) и.
Лифт йөрөтөүсе хеҙмәткәр. □ Лифтёр. Лифтсы булып эшләү.
ЛИФЧИК (лифчигы) [рус.] (Р: лифчик; И.: brassiere; T.: sutyen) и. ҡар. күкрәксә.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшен йыйнаҡ итеп тота торған махсус эске кейем. □ Лифчик, бюстгальтер. Лифчик кейеү.
Л ИХ АМ АН I (Р.: лихорадка; И.: fever; Т.: nöbet) и. һөйл. ҡар. биҙгәк.
Бер ҡалтыратып өшөтә, бер яндыра, ҡыҙҙыра торған йоғошло ауырыу. □ Лихорадка, малярия. Лихаман тотоу.
ЛИХАМАН II (Р: грязный; И.: soikd, dirty; T.: çamurlu) с. диал. ҡар. бысраҡ.
Таҙа түгел, нимәгәлер буялған йәки ҡатышҡан, бысраҡ. □ Грязный, запачканный, нечистый. Лихаман иҙән. Лихаман кейем. Лихаман һыу.
ЛИХАМАН III (Р: нетрудоспособный человек; И.: incapacitated person; T.: iş göremez kimse) и. диал. ҡар. сибек.
Эшкә ярамаған, файҙаһы булмаған кеше. □ Нетрудоспособный человек.
ЛИХТЕР [рус. < гол. lichter] (Р: лихтер; И.: lighter; Т.: lay ter) и. диал.
Йөк тейәгес машинаһы булған баржа тибындағы карап йәки порт эсендә урындан урынға йөк ташый торған карап. □ Лихтер. Йөк тейәлгән лихтер.
ЛИЦЕЙ [рус. < гр. lykeion] (Р: лицей; И.: lyceum; T.: lise) и.
110