ЛОБОГРЕЙКА
1. тар. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә ир балалар өсөн тәғәйенләнгән өҫтөнлөклө урта мәктәп йәки юғары уҡыу йорто. □ Лицей (в дореволюционной России: привилегированное мужское среднее или высшее учебное заведение).
2. Махсус йүнәлешле урта уҡыу йорто. □ Лицей (среднее учебное заведение с определённым уклоном). Аграр лицей. Иҡтисад лицейында уҡыу. Мәләүез ҡалаһыныц 6-сы лицейы.
ЛИЦЕНЗИЯ [рус. < лат. licentia] (Р: лицензия; И.: permit; T.: lisans) и. махс.
1. Дәүләт органдары тарафынан ниндәйҙер эшмәкәрлеккә (белем биреүгә, ил сиге аша тауар үткәреүгә һ. б.) бирелгән рөхсәт һәм шул хоҡуҡты раҫлаған документ. □ Лицензия. Лицензия алыу. Лицензияны оҙайтыу.
2. Нимәнецдер льгота буйынса йәки буш файҙаланыуға хоҡуҡ биргән рөхсәт ҡағыҙы. □ Лицензия. ■ [Юлдашбаев:] һунарсыларға лицензия биреп, ваҡыты-ваҡыты менән атырға ҡушырбыҙ. Н. Мусин.
3. Уйлап табылған нәмәне файҙаланырға йәки нимәнелер эшләп сығарырға хоҡуҡ биргән рөхсәт ҡағыҙы. □ Патент.
ЛИЦЕНЗИЯЛАУ (лицензияла-) (Р: лицензировать; И.: license; T.: lisans vermek) ҡ. махс.
Лицензия менән файҙаланыуға рөхсәт биреү. □ Лицензировать. // Лицензирование. Эшҡыуарлыҡты лицензиялау.
ЛИЦЕНЗИЯЛЫ (Р: лицензионный; И.: licence; T.: lisans) с.
Лицензия менән файҙаланыуға рөхсәт ителгән. □ Лицензионный. Лицензиялы фирма. Лицензиялы бәләкәй эшҡыуарлыҡ.
ЛИШАЙ I [рус.] (Р: лишай; И.: herpes; Т.: uçuk) и. һөйл. ҡар. тимрәү.
Урыны-урыны менән ҡыҙарып, ҡубырсып йәки сейләнеп торған тире сире. □ Лишай. Ҡоро лишай. Һыулы лишай.
ЛИШАЙ II [рус ] (Р: лишайник; И.: lichen; T.: liken) и. бот. һөйл. ҡар. мүк.
Таш өҫтөндә, ағас ҡайырында, ер өҫтөндә үҫә торған, бер организмды тәшкил иткән бәшмәк менән ылымыҡтан ғибәрәт түбән
төҙөлөшлө ябай үҫемлек. □ Лишайник (лат. Lichenes). Лишай үҫеү. Лишай ҡаплаған.
ЛИШАЙ КҮБӘЛӘГЕ (Р.: лишайница; И.: lichen moth; T.: bir tür ufak güve) и. зоол.
Ҡарышлауыҡтары лишайниктарҙа йәшәй торған ваҡ күбәләк. □ Лишайница (лат. Lithosia quadra).
ЛОБАН [рус.] (Р: лобан; И.: striped mullet; T.: dubar) и. зоол.
Кефалдәр ғаиләһенә ҡараған диңгеҙ балығы. □ Лобан (морская рыба из семейства кефалевых) (лат. Mugil cephalus).
ЛОББИ [рус. < ингл. lobby} (Р: лобби; И.: lobby; T.: lobi) и.
1. махс. Сәйәси институт, механизм; теге йәки был ҡарарҙы, законды ҡабул итеүҙә баҫым яһаусы төркөм. □ Лобби.
2. Бер төркөм ихтыяжын яҡлап сығыш яһау. □ Лобби.
ЛОБЗИК (лобзигы) [рус. < нем. Laub-sâge] (Р.: лобзик; И.: fret saw; T.: kıl testere) и.
Ағасты семәрләп бысыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорал һәм шул ҡоралдың тар бысҡыһы. □ Лобзик. Лобзик ярҙамында ағас семәрләү. Сәғит ағай өйөн лобзик менән семәрләп эшләгән.
ЛОБОГРЕЙКА [рус ] (Р.: лобогрейка; И.: harvester; dropper; T.: orak makinesi) и. иҫк.
Урылған игенде ҡул менән алып ташлап барырлыҡ итеп эшләнгән иң ябай урғыс машина; урғыс. □ Лобогрейка. Лобогрейкала эшләү. ■ Иген саба торған машина—лобогрейка менән эшләү өсөн иц кәмендә биш-алты кеше кәрәк. Картотека фондынан. Өй артында иген сабырға әҙерләнеп ҡуйылған лобогрейка менән иген һуға торған өр-яцы тапам машинаһы үҙ ваҡыттарын көтөп ултыралар. Ғ. Дәүләтшин. Утыҙынсы йылдарҙа, ҡарттар әйтеүенә ҡарағанда, молотилка, триер, лобогрейка (тәржемәһе — «маңлай ҡыҙҙырғыс») кеүек ғәжәйеп машиналарҙың береһенец — барабаны, икенсеһенең — сылбыры, өсөнсөһөнөң — урағымы, шатунымы ватылһа йә өҙөлһә, колхоз етәкселәренең башына ҡайғы төшкән, сөнки баяғы запчастың исемен һәр кем белә, ә есеме ҡайҙа? Ә. Хәкимов.
111