ЛОБОРҘАУ
ЛОБОРҘАУ (лоборҙа-) ҡ. диал. ҡар. былдырлау.
ЛОВЕЛАС [рус. < ингл. Lovelace] (Р.: ловелас; И.: lady-killer; T.: çapkın) и.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ышанысына оҫта инеүсе ир-ат. □ Ловелас. Ловелас һүҙе — Ричардсондың «Кларисса» романының төп геройы исеменән алынған уртаҡлыҡ исем.
ЛОГАРИФМ [рус. < гр. logos + arithmos] (Р.: логарифм; И.: logarithm; T.: logaritma) и. мат.
Билдәле бер һан сыҡһын өсөн нигеҙ һанды нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәклеген билдәләгән дәрәжә күрһәткестәре. □ Логарифм. / Логарифмический. Логарифм иҫәп-ләүҙәре. Логарифмын табыу. Логарифм таблицаһы. И Күренекле ғалим А. Иоффе логарифм таблицаһы менән хәтерҙән файҙалана алған. Интернет селтәренән.
ЛОГАРИФМЛАУ (логарифмла-) (Р: логарифмировать; И.: take the logarithm of; T: logaritma bulmak) ҡ. мат.
Бирелгән һандың логарифмын табыу.
□ Логарифмировать. // Логарифмирование. Логарифмлау эше һуҙылды. Логарифмлау мәсьәләһе. Логарифмлауға ҡоролған мәсьәлә.
ЛОГАРИФМ ЛИНЕЙКАҺЫ (Р: лога рифмическая линейка; И.: slide-rule, sliding rule; T.: logaritma cetveli) и. мат.
Төрлө ябай иҫәптәрҙе башҡарыу өсөн ҡулланылған ҡорал; иҫәп линейкаһы. □ Логарифмическая линейка. ■ Рәйсә логарифм линейкаһында иҫәпләй. Н. Асанбаев.
ЛОГИК I (логигы) [рус.] (Р: логик; И.: logician; T.: mantıkçı) и. фәлс.
Логика буйынса белгес. □ Логик. ■ Өфөлә, ғилми-тикшеренеү институтында ла, уның тураһында «хәтәр логик», «энә осона ҡарап та ике сәғәт телмәр тоторға һәләтле» тип һөйләй торғайнылар. Д. Бүләков.
ЛОГИК II (Р: логический; И.: logical; Т.: mantıken) с.
1. Логикаға мөнәсәбәтле, логикаға бәйле.
□ Логический. Логик ҡанундар. Логик фекерләү һәләте.
2. Логика ҡанундарына ярашлы, логика ҡанундарына нигеҙле, шулар ярҙамында табылған. □ Логический. Логик иҫбатлау. Логик ҡаршылыҡ. ■ Ошондай күп мәғәнәлелек арҡаһында образ, төшөнсәнән айырмалы рәүештә, ҡәтғи логик эҙмә-эҙлелек һәм ғилми теүәллек менән характерланмаҫҡа мөмкин. К. Әхмәтйәнов.
3. Нимәнеңдер эске тәбиғәтенән сыҡҡан. □ Логичный. Логик бәйләнештә өйрәнеү. ■ Әйтергә кәрәк, бында эпостың логик дауамы булып ялғанып киткән «киләсәк» күренештәр заманы бик оригиналь композицион сара, үҙенә бер оҫта художество алымы булып тора. Ә. Харисов.
ЛОГИКА [рус. < гр. logike] (Р: логика; И.: logic; T.: mantık) и.
1. Фекер итеү ҡанундары һәм формалары тураһындағы фән. □ Логика. Логика фәнен өйрәнеү. Логикаға нигеҙләнгән дәлилдәр.
2. Бәйләнешле фекер йөрөшө. □ Логика (последовательность рассуждений, умозаключений). Логикаға ҡаршы килеү. Асыҡ логика. Дөрөҫ логика. ■ [Ансаф — Гөлсараға:] Шаҡ ҡатырғыс һинең логика! Н. Ғәйетбаев. [Арынбаҫаров:] Минең абруйҙы һаҡлап хәбәрселәр саҡырыуығыҙҙы нисек аңларға? Ҡайҙа бында логика, Ғәйнияр Ғәйнуллович? Д. Бүләков. Кәрәк саҡта төл-кө, кәрәккәндә бүре ҡиәфәтенә инеп йәшәүҙе үҙ иткән әҙәмгә [Аталмасовҡа] йөҙәрләгән, меңәрләгән кешеләрҙең яҙмышын ышанып тапшырғандар. Ниндәй логика бар бында? Н. Мусин.
3. Эске законлылыҡ. □ Логика (внутренняя закономерность чего-л.). Ваҡиғалар логикаһы. Образлылыҡ логикаһы. Тормош логикаһы. ■ Әҙәбиәттә лә, фәндә лә бер үк йөкмәтке, улар бер-береһенән фәҡәт формалары менән генә айырылалар — логика буйынса мәсьәлә шулай килеп сыға. К. Әхмәтйәнов.
ЛОГИК АЛ ЫҠ (логикалығы) (Р: логичность; И.: consistence; T: mantıklılık) и.
Логикалы булыу. □ Логичность, һөҙөмтәнең логикалығы.
ЛОГИК БАҪЫМ (Р: логическое ударение; И.: logical stress; T.: belirtme vurgusu) и. лингв.
112