Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 113 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛОЖА
һөйләмдәге төп мәғәнәне биргән һүҙгә айырым төшкән баҫым. □ Логическое ударение. Логик баҫым менән әйтеу. ■ [Фәниә — Хәмиҙәгә:] Һин Зөбәйерҙе яратаһыцмы? — Эйе, мин уны яратам, — тине Хәмиҙә, «уны» һуҙенә логик баҫым яһап. «Йәшлек», 3 июль
2011.
ЛОГИК ХӘБӘР (Р.: логическое сказуемое; И.: logial predicate; T.: yüklem mantığı) и. лингв.
Телмәрҙә әйтелгән эш-хәл нимә хаҡында барыуын асыҡлап, тулы мәғлүмәт биргән логик категория. □ Логическое сказуемое. «Сайҡалыша юл ситендә туҙғаҡ башлы бәпембәләр» тигән һөйләмдә «сайҡалыша юл ситендә» логик хәбәр булып килә.
ЛОГИН [рус. < ингл. login] (Р.: логин; И.: pass-word; T.: kullanıcı adı) и. инф.
Компьютер системаһына ингәндә ҡулланылған теркәү исеме. □ Логин. Логин индереу. Логинды хәтерҙә ҡалдырыу. Логин-ды уҙгәртеу.
ЛОГИСТИКА [рус. < ингл. < гр. logistics] и. иҡт.
Тауарҙы етештерелгән еренән ҡулланыусыға рациональ алып барып еткереүҙе ойоштороу оҫталығы. □ Логистика. / Логистический. Транспорт логистикаһы. Логистика фирмаһы.
ЛОГОПАТ [рус. < гр. logos + pathos] (Р: логопат; И.: person suffering from logopathia; T: lalopati ile hastalanan kimse) и. мед.
Телмәре боҙолоу менән интеккән кеше. □ Логопат (человек, страдающий логопатией).
ЛОГОПАТИЯ [рус. < гр. logos + pathos] (Р: логопатия; И.: lalopathy; T: lalopati) и. мед.
Телмәр боҙолоуҙың бөтә төрҙәренең дөйөм исеме. □ Логопатия. Логопед логопатия менән сирләусе ауырыуҙарға дәрестәр үткәрә.
ЛОГОПЕД [рус.] (Р: логопед; И.: logo-pedist; T: konuşma terapisti) и.
Логопедия буйынса белгес. □ Логопед. Логопед булып эшләу. Тәжрибәле логопед. ■ «Тамыр» телеканалында уйын формаһында барған тапшырыуҙы алып
барыу өсөн махсус белемле логопед йәлеп ителгән. Интернет селтәренән.
ЛОГОПЕДИК (Р: логопедический; И.: logopedic; T: logopedik) с.
Логопедияға мөнәсәбәтле. □ Логопедический. Логопедик тармаҡ. ■ Балалар баҡсаһында йоҡо булмәләре, музыка, спорт залы, башҡорт теле кабинеты, логопедик кабинет, медицина блогы, аҙыҡ-тулек блогы бар. «Башҡортостан», 5 май 2012.
ЛОГОПЕДИЯ [рус. < гр. logos + paideia] (Р.: логопедия; И.: speech therapy; T: logo-pedi) u.
Педагогиканың телмәр боҙолоуын һәм уны коррекциялау юлдарын өйрәнеүсе тармағы. □ Логопедия. / Логопедический. Логопедия булеге. ■ Логопедия булегендә белем алыусы студенттар коррекцион педагогиканыц башҡа йунәлештәре буйынса ла төплө белем ала. Интернет селтәренән.
ЛОГОТИП (логотибы) [рус. < гр. logos + paideia] (Р: логотип; И.: logotype; T: logo) и.
1. Типография наборында ижектәрҙән торған литерҙар. □ Логотип. Логотип баҫыу.
2. Ширҡәт йәки ойошманың махсус эшләнгән танытыу формаһы. □ Логотип. Логотип буйынса таныу. Логотип уйлап табыу. Логотип ҡабул итеу.
ЛОДЖИЯ [рус. < ит. loggia] (Р: лоджия; И.: loggia; T: cumba) и.
Йорттоң бер йәки ике яғынан асыҡ, өҫ яғы ябыҡ өлөшө (балкон төрө). □ Лоджия. Лоджия тәҙрәһе. Лоджияға сығыу. Лоджи-яны асыу. ■ Урман яғына ҡараған лоджия ишеген асып ебәргәйнеләр, булмәгә саф һауа урғылып инде. Н. Мусин.
ЛОЖА I [рус. < фр. loge] (Р: ложа; И.: box; T: loca) и.
Тамашасылар залында стена буйында бүленеп эшләнгән бер нисә кешелек урын. □ Ложа. Икенсе ярустыц ложаһы. Ложала ултырыу. Премьераға тамашасылар куп килгән, хатта ложаларҙа ла урын юҡ. ■ Прудский, театрҙыц фойеларын, ло-жаларын, партерҙарын ҡарап сыҡҡас, минең эргәгә килеп ултырҙы. А. Таһиров.
113