Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 114 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛОЖА
ЛОЖА II [рус. < фр. loge] (Р.: ложа; И.: (gun-)stock; T.: kundak) и. хәрби.
Мылтыҡ, автоматтың кәбәк беркетелгән ағас өлөшө. □ Ложа. Автомат ложаһы. Мылтыҡ ложаһы.
ЛОЖА III [рус. < ингл. lodge] (Р.: ложа; И.: Masonic lodge; T.: loca) и.
Масондар ойошмаһы бүлеге. □ Ложа (отделение масонской организации). Масондар ложаһы. Ложа ағзалары.
ЛОЖЕ [рус. < ингл. lodge] (Р.: ложе; И.: ocean floor; T.: deniz tabanı) и. махс.
Океан төбөндәге соҡорҙар, уларҙы айырып тороусы ҡаялар, тауҙар. □ Ложе, һыу аҫты ложелары.
ЛОЗУНГ (лозунгы) [рус. < нем. Losung] (Р.: лозунг; И.: slogan; battle-cry; T.: belgi) и.
1. XX быуатҡа тиклем: пароль, сер һүҙ. □ Лозунг. Лозунгыны әйтеу. Лозунгыны йәшереп йөрөу.
2. Төп идея, бурысты йәки сәйәси талапты ҡыҫҡаса белдергән өндәмә. □ Лозунг (призыв). Лозунг стиле. Лозунг ташлау. Авантюристик лозунг. ■ [Кәуи] «Иттифаҡтыр берләшеу, йыйылып бергә сер-ләшеу!» — тигән лозунг менән һуҙен бөтөрөп, уҙенән бик риза булған төҫ менән урынына барып ултырҙы, һ. Дәүләтшина. Заман беҙҙең алға «Урман яҙмышы — кешелек яҙмышы ла» тигән лозунгыны бөтә ҡырҡыулығында килтереп ҡуйҙы. Н. Мусин. Бөгөнгө көн һәм киләсәк тураһында уйланыуҙар, минеңсә, публицистик пафос менән һуғарылырға тейеш, тик бөгөнгө етешһеҙлектәргә зарланыу, киләсәккә саҡырған лозунг тугел! Н. Мусин.
3. Шул өндәмә яҙылған плакат. □ Лозунг (плакат с призывом). Лозунг кутәреп сығыу. ■ Һабантуйҙарға урамдар ялт иттереп һепереп ҡуйыла, тәҙрә ҡапҡастары, ҡойма, ҡалай тубәләр сағыу буяуҙарға буяла, флаг, лозунгылар эленә. Д. Бүләков.
ЛОКАЛЛӘШЕҮ (локалләш-) (Р: локализоваться; И.: localize; T: yayılması kesilmek) ҡ.
Билдәле урын менән сикләнеп, ары таралмау. □ Локализоваться. // Локализация. Янғын локалләште. ■ Шул уҡ ваҡытта уларҙың [бәйеттәрҙең] ерләшеп, уҙенсә
локалләшеу куренештәрен дә куҙәтергә мөмкин. Б. Байымов.
ЛОКАЛЛӘШТЕРЕЛЕҮ (локалләште-рел-) ҡ. төш. ҡар. локалләштереү. страд, от локалләштереү. Янғын тиҙ арала локалләштерелде.
ЛОКАЛЛӘШТЕРЕҮ (локалләштер-) (Р: локализовать; И.: localize; T: yayılmasını önlemek) ҡ.
Билдәле бер сиктән сығармау, тарал-дырмау. □ Локализовать. Эпидемияны ло-калләштереу.
ЛОКАЛЬ [рус. < лат. localis] (Р: локальный; И.: local; localized; T: yerel; mevzii; lokal) с. ҡар. урындағы.
Билдәле бер урынға, сиккә бәйле. □ Локальный. Локаль атыш. Локаль куренеш. ■ Купселек осраҡта риуәйәттәр, локаль характерҙа булып, теге йәки был урынға, ер-һыу атамаларына бәйле йәшәйҙәр йә айырым төбәктәрҙә булған хәл-ваҡиғалар, куренештәрҙе сағылдырып, шул билдәле регионда айырыуса популярлыҡ менән файҙаланалар. Ф. Нәҙершина.
ЛОКАТИВ [рус. < лат. locations] (Р: локатив; И.: locative (case); T: ismin -de hali) и. лингв.
Урын-ваҡыт килешенең тел ғилемендәге дөйөм атамаһы. □ Локатив.
ЛОКАТОР [рус. < лат. locator] (Р: локатор; И.: locator; T: radar) и.
Есемдең урынын унан сағылған тауыш йәки радио-, электромагнит тулҡындары ярҙамында билдәләй торған ҡоролма. □ Локатор. Локатор экраны. Локатор ярҙамында билдәләу. Лазерлы локатор. ■ Ҡатын-ҡыҙ йөрәге меңәрләгән километрҙағы тулҡындарҙы тотоусы локатор һымаҡмы икән әллә? Н. Мусин.
ЛОКАУТ [рус. < ингл. lock out] (Р: локаут; И.: lockout; T.: lokavt) и.
Эш урынын ябып, эшселәрҙе эштән бушатыу күренеше. □ Локаут. Локаут иғлан итеу. Локаут булдырыу. Локаут белдереу.
ЛОКАУТЛАУ (локаутла-) (Р: локаутировать; И.: lock out; T.: iş bıraktırma) ҡ.
Предприятиены ябып, эшселәрҙе күпләп эштән бушатыу. □ Локаутировать.//Локаутирование. Ойошманы локаутлау.
114