ЛОРД
ЛОКОМОБИЛЬ [рус. < фр. locomobile] (Р.: локомобиль; И.: portable engine; T.: lokomobil) и. иҫк.
Ҡаҙаны, пар машинаһы һәм төрлө ярҙамсы ҡоролмалары булған, бер урынға нығытылған йәки күсеп йөрөй торған пар установкаһы. □ Локомобиль. Яңы локомобиль. Локомобиль ҡаҙаны. Локомобиль заводы. ■ Пар машинаһын локомобиль тип тә йөрөтәләр. Я. Хамматов. Зөһрә һуҙҙе артабан нисегерәк дауам итергә тип аптырап торған арала локомобиль ҡысҡыртты. Н. Мусин.
ЛОКОМОТИВ [рус. < фр. locomotive] (Р: локомотив; И.: locomotive; T.: lokomotif) и.
Тимер юлда рельс буйлап вагон тағып йөрөй торған машина (паровоз, тепловоз, электровоз). □ Локомотив. Локомотив депоһы. Электр локомотивы. Локомотив бригадаһы. ■ [Инспектор] уҡыу эштәрен, хужалыҡты, 1917 йылдан бирле эшкә ашырылмаған локомотив, ике ташлы тирмән, аҙ ғына ремонт кәрәк булған ике молотилканы ҡағыҙға теркәне. А. Таһиров.
ЛОКУС [рус. < лат. lokus ‘урын’] (Р: локус; И.: lokus; T: loküs) и. мед.
1. Урын. □ Локус.
2. Хромосоманың генетик йәки цитологик картинаһында айырым бер гендың урыны. □ Локус.
ЛОҠМА [ғәр. (Р: кусок; И.: small piece; T: lokma) и.
Бәләкәй генә киҫәк. □ Кусок, кусочек. Бер лоҡма ризыҡ ҡапмау. Лоҡма икмәк. ■ Был урында кескенә бер нөктә бар, тиҙ генә сәйнәп иҙелмәҫ лоҡма бар. Ш. Бабич.
ЛОҠОЛДАУ (лоҡолда-) ҡ. ҡар. бутау II.
ЛОҠОМ (Р: баурсак; И.: boortsog Т: baursak) и. кул. диал. ҡар. бауырһаҡ.
Йомортҡаға баҫҡан ҡамырҙан ваҡ-ваҡ ҡына йомро итеп ҡырҡҡылап, майҙа ҡайнатып бешерелгән ашамлыҡ. □ Баурсак (сваренные в масле кусочки теста, замешенного на яйцах). Лоҡом бешереу. Лоҡом ашау.
ЛОҠОТ (Р: глупец; И.: blockhead; T: aptal) и. диал. ҡар. ноҡот.
Аҡыл һәләтлеге түбән кеше. □ Глупец. / Глупый. • Лоҡотҡа һуҙ һөйләһәң, уның киреһен көйләр. Әйтем.
ЛОМ I [рус.] (Р: лом; И.: crowbar; Т: küskü) и.
Ҡаты нәмәне ватыу, аҡтарыу өсөн ҡулланылған осло башлы ауыр тимер таяҡ.
□ Лом. Лом менән ҡаты әйберҙе соҡоу. Лом менән таш аҡтарыу. ■ Ҡарт курһәткән тәңгәлдән, ҡыҫҡа ғына лом менән ике ҙур ташты ҡупшытып, әҙәм һыйырлыҡ тишек яһанылар ҙа эскә уттеләр былар [Насир менән Алтынбай]. 3. Ураҡсин. [Ш. Хоҙайбирҙин:] Әлбиттә, бөтөнөһөндә лә мылтыҡ тугел, бәлки кубеһе тимер башлы таяҡ, балта, лом, суҡмар кеуек нәмәләр менән ун биш йәшлек малайҙан башлап ап-аҡ һаҡаллы ҡарттарға тиклем булған һыбай кешеләр һөжум итәләр. Р. Шәкүр.
ЛОМ II [рус.] и. ҡар. металлолом. ■ Машинаһы һуң ниндәй! Йәшәрен йәшәгән, эшләрен эшләгән, куптән инде ломға тапшырылырға тейеш. Д. Исламов.
ЛОМБАРД [рус. < ит. Lombardia] (Р: ломбард; И.: pawnshop; T: rehin sandığı) и.
Күсмә милекте һалған өсөн ваҡытлыса аҡса биреп тороусы кредит ойошмаһы.
□ Ломбард. / Ломбардный. Ломбард квитанцияһы. Йөҙөктө ломбардҡа һалыу.
ЛОМБЕР ӨҪТӘЛ (Р: ломберный стол; И.: gaming table; T: oyun masası) и.
Тула менән кәпләнгән дүрт мөйөшлө йыйылмалы өҫтәл. □ Ломберный стол. Булмә уртаһында ломбер өҫтәл тора.
ЛОНГЕТ [рус. < фр. longuette] (Р: лонгет; И.: splint; T: kırık tahtası) и. мед.
Гипс йәки тиҙ ҡатыусы пластмассанан бәй. □ Лонгет. Лонгет һалыу.
ЛОПАРИ [рус. < фин. loppu] (Р: лопари; И.: Laplanders; T: Laponyah) и. этн. иҫк.
Төньяҡ Европала йәшәүсе халыҡ. □ Лопари. / Лопарский. Лопари теле. Лопариҙар уҙҙәрен саами тип йөрөтәләр. Лопари теле фин-уғыр телдәренә карай.
ЛОРД [рус. < ингл. lord] (Р: лорд; И.: lord; Т: lord) и. ‘
1. Англиялағы нәҫелдән килгән юғары дворянлыҡ титулы һәм шул титулды йөрөт
115