Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 116 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛОРД-КАНЦЛЕР
кән кеше. □ Лорд. Лордтар палатаһы. Ул лордтың ҡыҙы булып сыға.
2. Англияла ҡайһы бер әлкәлә вазифа атамаһы. □ Лорд.
ЛОРД-КАНЦЛЕР [рус. < ингл. Lord Chancellor} (Р.: лорд-канцлер; И.: Lord Chancellor; T.: lord şansölye) и.
Англияла лордтар палатаһы рәйесе һәм суд эшендә юғары вазифалы кеше. □ Лорд-канцлер. Лорд-канцлер хеҙмәте. Лорд-канцлер вазифаһы.
ЛОРНЕТ [рус. < фр. lomette} (Р: лорнет; И.: lorgnette; T.: saplı gözlük) u.
Тотҡалы күҙлек. □ Лорнет. Лорнет менән уҡыу.
ЛОСИНА [рус.] (Р: лосины; И.: leggings; T: tayt) и.
Тәнгә ныҡ һылашып торған ыштан. □ Лосины. Ҡара төҫтәге лосина. Лосина кейеу. Лосина кейеп гимнастика менән шөғөлләнеу.
ЛОСКУТ [рус.] (Р: лоскут; И.: shred; rag patchwork; T: bez parçası) и. ҡар. ҡыйыҡ III, 1.
Өскөлләп йәки дүрткелләп ҡырҡылған тауар киҫәге; ҡорама. □ Лоскут, отрезок. Лоскут йыйыу.
ЛОСЬОН [рус. < фр. lotion} (Р: лосьон; И.: lotion; T: losyon) и.
Битте, ҡулды таҙарта торған еҫле косметик һыу. □ Лосьон. Битте лосьон менән таҙартыу.
ЛОТ I [рус. < гол. lood} (Р: лот; И.: sounding leed, weight; T: iskandil) и. диңг.
Судно бортынан диңгеҙ тәрәнлеген үлсәй торған навигация приборы. □ Лот. Лот ырғытыу. Лот ташлау. Механик лот.
ЛОТ II [рус. < нем. Lot} (Р: лот; И.: board lot; T: lot) и. иҫк.
Метрик система индерелгәнсе ҡулланылған 12,8 килограмлыҡ боронғо үлсәү берәмеге. □ Лот (старинная мера веса, равная 12,8 кг).
ЛОТ III [рус.] (Р: лот; И.: lot listing; T.: lot) и. иҡт.
Аукционда килешеү буйынса килтерелгән йәки һатылған тауар. □ Лот. Беренсе лот.
ЛОТО [рус. < фр. loto < ит. lotto} (Р: лото; И.: lotto; T.: tombala) и.
Ҡатырғаға сатрашлап яҙылған һандарҙың йәки һүрәттәрҙең иғлан ителгән берен ҡаплап барып, кемдең алда бөтәүенә ҡарап еңеүҙе билдәләгән отош уйыны. □ Лото. Лото уйнау. ■ Кисә Василий Иванович та бар ине, киске сәғәт ун икегә тиклем лото уйнаныҡ. А. Таһиров.
ЛОТОК (лотогы) [рус.] (Р.: лоток; И.: tray; T: tabla, işporta) и.
1. Йөрөтөп һатыу өсөн йәтешләнгән тирәсле таҡта йәки кәштәле бәләкәй арба. □ Лоток. Лоток менән һатыу итеу. Лоток-та икмәк йөрөтөп таратыу. ■ Ир алтын-биҙәуестәр менән тулы лотокты эләктереп ала. «Башҡортостан», 14 апрель 2012.
2. Урамда сауҙа итер өсөн эшләнгән һатыу урыны. □ Лоток (место торговли на улице). Лотокта һатыу итеу.
ЛОТОРЕЯ [рус. < фр. loterie} (Р.: лотерея; И.: raffle; T.: piyango) и.
1. Билет буйынса үткәрелгән аҡсалы-әйберле отош уйыны. □ Лотерея. / Лотерейный. Лоторея уйыны. Лоторея билеты. Лотореяға отоу.
2. һөйл. Шул отошто алырға хоҡуҡ биргән билет. □ Лотерейный билет. ■ Лоторея тәуге тапҡыр һатып ала һәм тик бер генә ставка яһап, һөҙөмтәлә егерме мең һум аҡса ота. «Йәшлек», 20 март 2010. Куп ваҡыт, башҡа саралар ҡалмағас, операция өҫтәленә илтеп һалалар. Лоторея билеты һымаҡтыр инде ул. Д. Бүләков. [Хирург -Арынбаҫаровҡа:] Отошло лоторея сыҡҡан һиңә. Йәшәйһең былай булғас! — тип йылмая. Д. Бүләков.
ЛОТОС [рус. < гр. lotos} (Р: лотос; И.: lotus; Т.: lotus; lotos) и. бот.
Томбойоҡтар ғаиләһенә ҡараған, эре матур сәскәле, емеше ашарға яраған көньяҡ ер-һыу үҫемлеге. □ Лотос (лат. Nelumbo). Лотос сәскәһе. Лотос тамыры.
ЛОЦИЯ [рус. < гол. loodsen ] (Р: лоция; И.: sailing directions, pilot chart; T.: kılavuz kitabı) и. диңг.
1. Диңгеҙ һәм диңгеҙ ярҙары тасуирламаһы. □ Лоция. Океан лоцияһы. Диңгеҙ лоцияһы. Махсус лоция. Тулы лоция.
116