Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 117 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ләңкелдәк
2. Теге йәки был урында караптарға йөҙөү мөмкинлектәрен күрһәткән ҡулланма. □ Лоция.
ЛОЦМАН I [рус. < гол. loodsman] (Р.: лоцман; И.: pilot; T: kılavuz kaptan) и. диңг.
Һыу юлдарын яҡшы белеп, хәүефле һәм ҡыйын урындарҙы үткәндә, шулай уҡ портҡа ингәндә караптарға юл күрһәтеп йөрөгән белгес. □ Лоцман. / Лоцманский. Диңгеҙ лоцманы. Лоцман күрһәтмәләре. Лоцман вазифаһы. ■ Боронораҡ Ағиҙел буйында был ҡайыҡтарҙы имен-аман йоротөусе бик оҫта ҡойроҡсолар — лоцмандар ҙа күп булған. Легенданан. Шунан һуң курсты икенсегә борҙоҡ, беҙҙең лоцман, ул егеткә беҙ үҙебеҙ биргеләп алмай булмаҫ, ти, нишләйһең, теге малайға бер-ике рәт ҡундырып алған булдыҡ. А. Таһиров.
ЛОЦМАН II [рус. < гол. loodsman] (Р: лоцман (вид морской рыбы)', И.: pilot fish; T: kılavuzbalığı) и. зоол.
Диңгеҙ балығының бер төрө. □ Лоцман (вид морской рыбы). Лоцман балығы, ғәҙәттә, акула тирәһендә йөҙә.
ЛОЯЛЛЕК (лояллеге) (Р: лояльность; И.: loyalty; T.: görünüşte rejime bağlılık) u.
1. Хөкүмәткә ҡарата булған тышҡы тоғролоҡ. □ Лояльность. Лояллек белдереү.
2. Кемгәлер, нимәгәлер ҡарата булған йомшаҡ мөғәмәлә. □ Лояльность (благожелательно-нейтральное отношение к кому-л., чему-л.). Лояллек күрһәтеү. ■ Баһалау халыҡ-ара сифат менеджменты системаһы сиктәрендә сеймал ташыуҙы ойоштороу, перспективалылыҡ һәм сеймал менән тәьмин итеүсенең лояллек дәрәжәһе буйынса үткәрелгән. «Башҡортостан», 12 сентябрь 2010.
ЛОЯЛЬ [рус. < ингл. loyal] (Р: лояльный; И.: loyal; T: görünüşte rejime bağlı) с.
1. Хөкүмәткә ҡарата тышҡы яҡтан тоғро булған. □ Лояльный. Лояль ҡараш. Лояль булыу.
2. Кемгәлер, нимәгәлер ҡарата йомшаҡ мөғәмәлә күрһәткән. □ Лояльный (держащийся в пределах благожелательно-нейтральных отношений к кому-л., чему-л.). Лояль кеше. Лояль мөнәсәбәт.
ЛӨҒӘЗ [ғәр. >ü] (Р: проблема; И.: problem; T: sorun, problem) и. иҫк.
Ҡыйын мәсьәлә. □ Проблема. Лөғәзде хәл итеү. ■ [Солтан — Ғәбидуллаға:] Хәлегеҙ, ысынлап та, лөғәз икән шул, хәҙрәт. Әммә бошонмағыҙ. Я. Хамматов. Ғилемлек йүнен күрһәтте, ҡылһын, тип, тоғро бәндәлек; бер лөғәз сығарып баҫылды йөрәгем, әсем сирләнеп. М. Аҡмулла.
ЛӨҒӘТ [ғәр. (Р: слово; И.: word; Т: lügat) и. иҫк.
1. Өндәр теҙмәһенән торған телмәр берәмеге; һүҙ. □ Слово. Лөғәт алмашыу. ■ М. Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма...» һүҙлексәһендә башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә, башҡортса 53 һүҙ килтерелә, улар ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла. Р. Шәкүр.
2. Телдәге һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә йәки башҡа төрлө тәртиптә теҙеп, аңлатып йәки тәржемәләп биргән китап; һүҙлек.
□ Словарь. / Словарный. М. Кашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрк» һүҙлеге. Башҡорт теле лөғәте. ■ Совет осорондағы иң беренсе ике ҙур лөғәтте — «Русса-башҡортса» һәм «Башҡортса -русса» һүҙлектәрен төҙөүҙә төптән егелеп ҡатнаша Таһир Ғәлләм улы. Р. Шәкүр.
3. диал. Юҡ-бар һүҙ; сафсата. □ Бессмыслица, вздор.
♦ Лөғәт һатыу юҡ-бар һүҙ һөйләү. □ Пустословить, болтать пустяки. Кис буйы түрҙә йәйелеп, тоҙһоҙ лөғәт һатып, табынды йәмһеҙләп ултырҙы.
Л ӨКМӘ [ғәр. и. ҡар. лоҡма. Лөҡмә
ризыҡ. Лөҡмә икмәк.
ЛӨҠТӘТӘ [ғәр. (Р: находка; И.: discovery; T: bulunan şey; buluntu) и.
Уйламаған табыш. □ Находка. ■ [Ғәйзулла:] Лөҡтәтә, лөҡтәтә!.. Хазина, ха-хазина таптым! Хазина! Я. Хамматов.
ЛӨМТӘЙ (Р: мрачный; И.: murky; Т: asık) с. диал.
Ҡараңғы сырайлы (кеше хаҡында).
□ Мрачный, угрюмый.
ЛӨҢКӨЛДӘК с. диал. ҡар. мыжыҡ.
117