Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 118 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ләп
ЛӘП (Р.: хлоп; И.: band!; thwack!; T.: lâp) оҡш.
Ауыр ғына йомшағыраҡ нәмә ҡаты нәмәгә килеп төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку лёгкого глухого хлопанья, шлёпанья чем-л. плоским: хлоп. Ләп итеп ултырыу.
ЛӘП-ЛӘП (Р: хлоп-хлоп; И.: thwackthwack!; T.: lâp lup) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ләп иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку повторяющихся лёгких глухих хлопаний, шлёпаний чем-л. плоским: хлоп-хлоп. Лоп-лоп итеу. Лөп-лөп килеү.
ЛӘП-ЛӘП ИТЕҮ (лөп-лөп ит-) ҡ. ҡар. лөпөлдәү. Лөп-лөп итеп ҡағыу.
ЛӨПӨЛДӘТЕҮ (лөпөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. лөпөлдәү. понуд. от лөпөлдәү. Йөрәгенең лөпөлдәтеп типкәне тойола.
ЛӨПӨЛДӘҮ (лөпөлдә-) (Р: пульсировать; И.: throb lightly; T.: hafifçe vurmak) ҡ.
Еңелсә генә һуғыу. □ Пульсировать. Баш тамыры лөпөлдәй.
ЛӨПӨР-ЛӨПӨР (Р: подражание звуку частых хлопаний; И.: sound imitative word; T.: şap şap) оҡш.
Йыш-йыш бәрелгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку частых хлопаний. Лөпөр-лөпөр килеү.
ЛӨПӨР-ЛӨПӨР ИТЕҮ (лөпөр-лөпөр ит-) ҡ. ҡар. лөпөрләү. Лөпөр-лөпөр итеп иҙәнгә сәселде.
ЛӨПӨРЛӘҮ (лөпөрлә-) (Р: хлопать; И.: clack; T.: çarpmak) ҡ.
Нимәнеңдер йыш-йыш бәрелеүе. □ Хлопать. Нимәнеңдер лөпөрләгәне ишетелә. Азамат бәрәңгеләрҙе лөпөрләтеп ергә ҡойҙо.
ЛӨПӨРТ (Р: все разом; И.: heave-ho! at a go; T: hep beraber) p.
Бөтәһе бер юлы; дәррәү. □ Все разом, дружно. Лөпөрт ергә килеп төшөу. ■ Шулай матур хыялдар менән йәшәп ятҡанда, бөтәһе лә ҡапыл ғына уйламағандан емерелде лә төштө, әйтерһең, ҡыуышыбыҙ ҡарҙан ғына яһалып ҡуйылған булған, тәуге тамсылар тама башлау менән лөпөрт итте лә ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев.
ЛӘПӘШ (Р: низкорослый; И.: short; Т.: kısa boylu; bodur) с. диал. ҡар. тәбәнәк.
Тәпәш, тәпәшәк. □ Низкорослый. Ләпәш кеше. Ләпәш ағас. ■ Машинамды юлдан ситкә сығарып ҡуйып, ялбыр ләпәш ҡайындың куләгәһенә ауҙым. Н. Мусин.
ЛӨПӘРТӘЙ с. диал. ҡар. ләпәш. Лөпәр-тәй генә ир.
ЛӨР-ЛӨР (Р: подражание детскому лепету; И.: babbling; T.: çocuk cıvıltısı) оҡш.
Сабый бала һөйләшкән йәки шуға оҡшаш тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание детскому лепету. Лөр-лөр һөйләшеу. Лөр-лөр килеу.
ЛӨРПӨК (Р: пушистый; И.: fluffy; Т.: yumuşak) с. диал. ҡар. өрпәк.
Йомшаҡ, осоҡ ҡына булып ҡабарып ятҡан (ҡар йәки башҡа шундай нәмәгә ҡарата).
□ Пушистый. Лөрпөк ҡар. ■ Таһир олатай, юл ситендәге лөрпөк ҡарға тубыҡтан бата-сума тәртә буйлап килде лә, тәбәз кәуҙәһен егеттәрсә еңел ырғытып, минең янға менеп һыйынды. Й. Солтанов.
ЛӨҺ-ЛӨҺ (Р: тяв-тяв; И.: yow yow!; T.: hav hav) оҡш.
Бәләкәй эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку тявканья маленькой собачки: тяв-тяв. Лөһ-лөһ өргән эт. Аҡтуш ят ҡунаҡҡа лөһ-лөһ өрөргә тотондо.
ЛУБЫРЛАҠ с. диал. ҡар. сөңкөлдәк.
ЛУЗА [рус. < пол. luza] (Р: луза; И.: (billiard-) pocket; Т.: сер) и.
Бильярд таҡтаһының тирәсендәге шар төшһөн өсөн эшләнгән муҡсалы тишек.
□ Луза. ■ Бильярд уйынында иң мөһиме — шарҙы лузаға төшөрөу. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа, луза тулғандан-тула бара. Интернет селтәренән.
ЛУЗЕР [рус. < ингл. loser] (Р: неудачник; И.: loser; T.: mağlup) и.
1. Эше уңмай торған кеше. □ Неудачник.
2. Төрлө уйындарҙа, казинола һ. б. йыш отолоусан кеше. □ Неудачник. Лузер яҙмышы.
ЛУ ЙЫЛЫ и. диал. ҡар. лыу йылы. Лу йылын ҡаршы алыу.
ЛУҠРАЙЫУ (луҡрай-, лукрая) ҡ. диал. ҡар. эрәйеү.
ЛУНА-ПАРК [рус. < нем. Luna-Park] (Р: луна-парк; И.: Luna-Park; T: lunapark) и.
118