ЛУРТ-ЛУРТ
Төрлө уйын, күңел асыу аттракциондарын үҙ эсенә алған парк йәки баҡса. □ Луна-парк. Луна-паркта ял итеу. Луна-паркка барыу.
ЛУНАТИЗМ [рус.] и. мед. ҡар. илерек-лек. Лунатизм менән ауырыу.
ЛУНАТИК (лунатигы) [рус.] (Р.: лунатик; И.: sleepwalker; T: uyurgezer) и. һөйл. ҡар. илерек.
Йоҡоһонда тороп йөрөгән кеше. □ Лунатик, сомнамбул, сомнамбула. Лунатик булыу.
ЛУПА [рус. < фр. loupe] (Р.: лупа; И.: magnifying glass; T: büyüteç) и.
Ҙурайтып күрһәтә торған оптик быяла. □ Лупа. Экран лупаһы. Лупа аша уҡыу. ■ Ҡыйын саҡта лупа менән дә куреп булмаҫлыҡ бик бәләкәй ҡырмыҫҡаға әуерелерһең! Әкиәттән. Әлфиә лупа менән бөжәктәрҙе куҙәтә ине. «Аманат», № 1,
1998. Бына бер соҡорҙа кумер киҫәге килеп сыға, лупа менән әйләндереп-әйләндереп ҡарайҙар [археологтар]. 3. Ураҡсин.
ЛУП-ЛУП (Р: хлоп-хлоп; И.: whack!; Т: şak şak) оҡш.
1. Ҡатҡыл нәмә йомшағыраҡ нәмәгә һуғылғанда, бәрелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку похлопывания: хлоп-хлоп. Луп-луп тауыш сығыу.
2. Ауыҙ тултырып сәйнәгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку чавканья. Луп-луп сәйнәу.
ЛУП-ЛУП ИТЕҮ (луп-луп ит-> ҡ. ҡар. лупылдау. Луп-луп иткән тауыш сығарыу.
Л У ПШ АЙТЫУ (лупшайт-) ҡ. йөкм. ҡар. лупшайыу. понуд. от лупшайыу. Лупшай-тып бөтөрөу.
ЛУПШАЙЫУ (лупшай-, лупшая) (Р: потерять форму; И.: get out of shape; T: genişlemek) ҡ. диал.
1. Кейә-кейә киңәйеү, формаһы юғалыу, лупышҡа әйләнеү, лупыш булыу. □ Потерять форму. Баш кейеме лупшайып тора.
2. кусм. Һимереп, йәйелеп төшөү (тән тураһында), лапшайыу. □ Дрябнуть, рыхлеть (о теле). ■ Курше ҡатыны Әнисә өйрәктәй лупшайып һимереп киткән. Экспедиция материалдарынан.
ЛУПШЫҠ с. диал. ҡар. лупыш. Лупшыҡ кейем.
ЛУПЫЛДАТЫУ (лупылдат-) (Р: похлопывать; И.: give a pat; T: hafifçe vurmak) ҡ.
1. Нимәгәлер берәй әйбер менән һуғыу. □ Похлопывать чем. Балаҫын лупылдатып ҡаға.
2. Ниндәйҙер тауыш сығарып, ауыҙ тултырып ашау. □ Чавкать. ■ Агроном ашығыс эшкә саҡырһа ла, Таһир лупылдатып ашауын белде. Картотека фондынан.
ЛУПЫЛДАУ (лупылда-) (Р.: чавкать при жевании; И.: champ; T: ağzını şapırdatmak) ҡ.
1. Луп-луп итеү, луп-луп килеү. □ Чавкать при жевании. Лупылдап сәйнәп тороу.
2. диал. ҡар. лыпылдау. Аяҡ аҫты лупылдап ята.
ЛУПЫШ (Р.: мешковатый; И.: baggy; Т: çuval gibi) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
1. Йәлпәшеп, йәйелеп төшкән. □ Мешковатый. Лупыш кейем. Лупыш баш кейеме. Әлфиә, лупыш кофтаһын кейеп, һыйыр һауырға сыҡты.
2. кусм. Һимереп, йыуанайыуҙан йәйелеп төшкән (тән). □ Дряблый, вялый, рыхлый, обвислый (о теле). Лупыш тән. ■ Һәр хәлдә, стаканлап газлы лимонад һатып торған лупыш битле ханым шулайыраҡ аңлатты. «Ағиҙел», № 7,2011.
ЛУРҠАЙЫУ (лурҡай-, лурҡая) ҡ. диал. ҡар. лапайыу.
Л У РҠЫ Л ДАУ ( лурҡылда-) ҡ. ҡар. мығырлау.
ЛУРПЫШ с. диал. ҡар. килбәтһеҙ. Лурпыш кейем. Лурпыш кеше.
ЛУРТ-ЛУРТ (Р: подражание звуку бега лошадей мелкой рысью; И.: sound imitative word; T: tırıs) оҡш.
Ат юртҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку бега лошадей мелкой рысью. Лурт-лурт сабыу. Лурт-лурт килеу. ■ Ерәнкәй арбаһындағы мискәләр менән ултырған шишмә һыуын сайҡалдырмай ғына оло урам буйлап лурт-лурт юрта. «Ейәнсура таңдары», № 7,2011. Тауға менер лурт-лурт, тауҙан төшөр лурт-лурт,
119