лыж
ЛЫБЫРЛАШЫУ (лыбырлаш-) ҡ. урт. ҡар. лыбырлау. взаимн. от лыбырлау. Төнө буйы лыбырлашыу.
ЛЫБЫР-ЛЫБЫР (Р.: подражание лепетанью, невнятному разговору; И.: imitation of muffled talk; T.: fıs fıs) оҡш.
Ишетелер-ишетелмәҫ кенә, тоноҡ итеп һөйләшкән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание лепетанью, невнятному разговору. ■ Телдәр һөйләй лыбыр-лыбыр. Ш. Бабич. [Сәриә] төндә аҙбарға сыҡһа, куршеләрҙең лапаҫ аҫтында кемдәрҙеңдер лыбыр-лыбыр һөйләшеуе, ыҙғышыуы ишетелмәһенме. Ә. Хәкимов. Эстә һаман лыбыр-лыбыр киләләр. Д. Бүләков.
ЛЫБЫР-ЛЫБЫР ИТЕҮ (лыбыр-лыбыр ит-) ҡ. ҡар. лыбырлау. Лыбыр-лыбыр иткән тауыш ишетелеу.
ЛЫБЫРЫҠ с. диал. ҡар. ебегән.
ЛЫҒЫР (Р.: в большом количестве; И.: teeming with; T.: çok sayıda) р. диал. ҡар. күп.
1. Бытырлап, мыжғып ятҡан, тулы. □ В большом количестве. Ҡаҫмарт йылғаһы балыҡтарға бик бай, тәрәнерәк урындарында лығыр балыҡ.
2. Нимәлер күп һалынған; лыҡа. □ Много, множество. Бишбармаҡ лығыр туҡмас булған.
ЛЫҒЫРЛАҠ I (Р: болтливый; И.: talkative; T.: çenesi düşük) с.
Лығыр-лығыр итеп, күп һөйләгән. □ Болтливый. Лығырлаҡ ҡатын. ■ Шиксел төҫтәрәк ҡаш аҫтынан ҡарап торҙо ла Федотов, әллә ысын, әллә шаярып: «Лығырлаҡ һалдат — шпионға табыш!» -тип көлөмһөрәп, һыртын бирҙе. Ә. Хәкимов.
ЛЫҒЫРЛАҠ II (лығырлағы) (Р: болтун;
И.: babbler; T.: geveze) и.
Күп һөйләгән кеше. □ Болтун, говорун. ■ Рәйес тураһында улар куп һөйләргә кунекмәгән. Теге уҙе лә лығырлаҡтарҙы яратмай ине. М. Кәрим.
ЛЫҒЫРЛАТЫУ I (лығырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лығырлау 1,1. понуд. от лығырлау 1,1. Лығырлатып һыу ҡайнатыу.
ЛЫҒЫРЛАТЫУ II (лығырлат ) ҡ. йөкм. ҡар. лығырлау II. понуд. от лығырлау II. Лығырлатып ултыртыу.
ЛЫҒЫРЛАУ I (лығырла-) (Р: клокотать;
И.: seethe; T.: fokurdamak) ҡ.
1. Лығыр-лығыр итеү (ҡайнағанда).
□ Клокотать, бурлить (о кипящей жидкости). Лығырлап аш ҡайнау.
2. кусм. Күп булып ҡайнашыу; мыжғыу.
□ Быть во множестве, в большом количестве (о мелких предметах). Кулдә балык лығырлап тора.
ЛЫҒЫРЛАУ II (лығырла-) (Р: болтать;
И.: babble forth; T.: çene çalmak) ҡ.
Оҙаҡ итеп кәрәкһеҙ, мәғәнәһеҙ күп һүҙ һөйләү, сафсата һатыу; артыҡ һөйләнеү.
□ Болтать, трещать, тараторить. ■ [Яҡуп — Фәхригә:] Бар, бар, куҙемдән юғал, куп лығырлама. Б. Бикбай. Трещётка уның ысын фамилияһы тугел, бер туҡтауһыҙ лығырлағаны өсөн алған ҡушаматы ине. X. Мохтар. Әгәр ҙә, куршеләрҙец лығырла-уына ҡарағанда, «Өс тәңкә» ҡушаматлы ҡарсыҡ, имештер, кер йыуыу машинаһын ниндәйҙер бутән хәжәткә ҡулайлаштырып алған икән, — уның серен кем белә! Ә. Хәкимов.
ЛЫҒЫРЛАШЫУ (лығырлаш-) ҡ. урт. ҡар. лығырлау II. взаимн. от лығырлау II.
ЛЫҒЫР-ЛЫҒЫР (Р: подражание звуку клокотания кипящей жидкости; И.: glug; Т.: fokur fokur) оҡш.
1. Ҡуйыраҡ нәмә ҡайнағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку клокотания кипящей жидкости. Лығыр-лығыр бешеу.
2. Бер яй менән өҙмәй һөйләгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам долгой болтовни. Лығыр-лығыр һөйләу.
ЛЫҒЫРЫМ (Р: битком; И.: chock-full; T.: tıklım tıklım) р. диал. ҡар. шығырым.
Бик күп; шығырым тулы. □ Много, в большом количестве; множество. ■ Автобуста халыҡ лығырым тулы, хатта тын алып та булмай. Экспедиция материалдарынан.
ЛЫЖ р. диал.
1. ҡар. лыс. Лыж һыу булыу.
2. Тотош, гел. □ Сплошь, полностью. Лыж ҡом. ■ Лыж ҡомдан итек тегеп
121