ЛЫЖБЫР
ҡуйырмын, — тип яуап биргән быныһы. Әкиәттән.
ЛЫЖБЫР I р. диал. ҡар. лыс. Лыжбыр һыу булыу.
ЛЫЖБЫР II с. диал. ҡар. мыҙыҡа.
ЛЫҠ р. ҡар. лыҡа. ■ Клуб бинаһына халыҡ лыҡ тулған, сөнки бөгөн Президент һайлауҙары. Интернет селтәренән.
ЛЫҠА I (Р.: до краёв; И.: brimfull; T.: sıvama) р.
1. Бүтән бер нәмә лә өҫтәп һыйҙыра алмаҫлыҡ; лыҡ. □ До краёв, доверху, до отказа. Лыҡа тултырыу. ■ Сервант сәй сервиздары, фужерҙар,рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Т. Ғиниәтуллин. Балаларыңдың ожмахы уларҙың һыуытҡыстары лыҡа тулы ун булмәле йортонда тугел, һинең ятаҡтағы булмәңдә. Г. Ғиззәтуллина. Ул, ят, битараф кешеләр менән лыҡа тулы вокзал бинаһына ингәс, бөтөнләй юғалып, аптырап ҡалды. Т. Ғиниәтуллин.
2. диал. ҡар. лыс. ■ Фәһим көтөуҙән лыҡа һыу булып ҡайтты. А. Йәғәфәрова. Үткән яҙ һал ағыҙғанда Рәхилә боҙло йылғаға йығылып төшөп, лыҡа һыу килеш тә эште еренә еткереп ҡуйҙы. М. Ғиләжев. Аяғына кейгән итек ҡуныстары ла лыҡа һыу. Т. Ғарипова.
ЛЫҠА II (Р.: лыко; И.: bast (raw stuff); T.: sabata (ayakkabı) için hazırlanmış ıhlamur kabuğu) и. диал. ҡар. ҡурыз.
Сабата үреү өсөн әҙерләнгән йүкә. □ Лыко.
ЛЫҠА ЕР (Р.: возвышенность; И.: elevation; T.: tepecik) и. диал.
Ҡалҡыу ер; түмәләс. ■ Возвышенность, холм. Лыҡа ергә менеу.
ЛЫҠАМА р. ҡар. лыҡа I, 1. Лыҡама тулы.
ЛЫҠА ТӨШӨҮ (лыҡа төш-) (Р: опешить от чего-л:, И.: be taken aback; T.: şaşkına dönmek) ҡ.
Аптырауға ҡалыу; ултыра төшөү. □ Опешить от чего-л. Был хәбәрҙән лыҡа төштө.
ЛЫҠАШТЫРЫУ (лыҡаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. лыҡашыу, понуд. от лыҡашыу. Лы
ҡаштырып йыуыу. ■ Кейемдәрен лыҡаштырып йыуып элгән бит әле. Экспедиция материалдарынан.
ЛЫҠАШЫУ (лыҡаш-) (Р: сильно испачкаться; И.: soil heavily; T.: kirlenmek) ҡ.
Ныҡ бысрау, ҡатыу (кейемгә ҡарата).
□ Сильно испачкаться, грубеть от загрязнения, обмазаться чем. Иренең өҫтө лыҡашып бөткән.
ЛЫҠМА р. диал. ҡар. лаяҡыл II. Лыҡма иҫереп йөрөу.
ЛЫҠЫ I (Р: шутник; И.: joker, wag; T.: şakacı, latifeci) и. диал. ҡар. мәрәкәсе.
Ҡыҙыҡ һөйләп, көлдөрөргә оҫта; кәмит.
□ Шутник. Лыҡыны тыңлау.
ЛЫҠЫ II (Р: настойчивый; И.: persevering; T.: sebatlı) с. диал. ҡар. ныҡыш.
Ныҡымыш. □ Настойчивый, настоятельный, упорный. Лыҡы егет.
ЛЫҠЫЛДАҠ I (Р: болтливый; И.: talkative; T.: çalçene) с.
Күп һөйләргә яратыусан, күп һөйләү-сән. □ Болтливый. Лыҡылдаҡ ҡатын. Лыҡылдаҡ ҡыҙ көнө буйы әсәһенең башын ҡаңғыртты.
ЛЫҠЫЛДАҠ II (лыҡылдағы) (Р: болтун; И.: babbler; T.: geveze) и.
Күп һөйләүсән кеше. □ Болтун, говорун. Лыҡылдаҡтың хәбәре бөтмәҫ.
ЛЫҠЫЛДАТЫУ I (лыҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. лыҡылдау I. понуд. от лыҡылдау I. Н Теге кешене лыҡылдатырға ғына алып килгәндәр бит. А. Абдуллин.
ЛЫҠЫЛДАТЫУ II (лыҡылдат-) ҡ. йөкм. лыҡылдау II. понуд. от лыҡылдау II. Аяҡ аҫтын лыҡылдатып бөтөу.
ЛЫҠЫЛДАУ I (лыҡылда-) (Р: тараторить; И.: jabber; T.: makara gibi konuşmak) ҡ. кәмһ.
Бик күп, артығын һөйләү. □ Тараторить, трещать, болтать. ■ [Айбулатҡа:] Ашағанһың икән, лыҡылдама, бар, — тине лә приказчик уҙ эшенә кереште. Һ. Дәүләтшина. [Гөлшан:] Эй, ошо Мәғәфур ағай тупһыҙ ҙа инде, гел теләһә нәмә лыҡылдай ҙа йөрөй, — тигән булды. Д. Бүләков. Шамил ҡолаҡ ос
122