Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 124 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

лыпын
Аяҡ аҫтындағы ҡар көн йылыға лыпылдап ята.
ЛЫПЫН I (Р.: плашмя; И.: flat; T.: sıkı, düz) р.
Күтәрелмәй, ҡалҡынмай, ергә һылашҡан кеүек (ултырыу, ятыу, һалыу һ. б.). □ Плашмя. Лыпын ултырыу. ■ Ул кеше [Таңһылыу] ауыр сумаҙанын дөңк итеп кире иҙәнгә ҡуйҙы, уҙе лә ағас карауатҡа лыпын ултырҙы. Р. Камал. Юл төҙөүселәр, ошонда ҡая ташҡа килеп төртөлгәс, бындағы ғәжәп ҡаты тоҡомдарҙы киркә менән йә сукеш менән генә ватып утеп булмағанға, тәрән уя аша ергә лыпын тейҙереп оҙон итеп таштан купер һалырға мәжбур булғандар. Н. Мусин. Мәҙинә кәмә төбөнә лыпын ятты. Д. Бүләков.
ЛЫПЫН II р. диал. ҡар. тығыҙ.
ЛЫПЫРЛАТЫУ (лыпырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лыпырлау, понуд. от лыпырлау. Ел ағас япраҡтарын лыпырлата.
ЛЫПЫРЛАУ (лыпырла-) (Р.: шелестеть; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
1. Нимәнелер ел һелкеткәндә, ниндәйҙер әйберҙең берәр нәмәгә еңелсә бәрелгәнендә һ. б. осраҡта үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Шелестеть, развеваться, колыхаться. Кулдәк итәге елдә лыпырлап ала.
2. кусм. ҡар. бызмырлау. Лыпырлап йөрөйһөң шунда.
ЛЫПЫР-ЛЫПЫР (Р.: подражание звуку хлопанья, колыханья чего-л:, И: sound imitative word; T.: kımıl kımıl) оҡш.
Нимәлер һелкенгәндә, ҡойолғанда, бәрелгәндә һ. б. осраҡта барлыҡҡа килгән тауышты белдерә. □ Подражание звуку хлопанья, колыханья чего-л. Лыпыр-лыпыр һелкеу. Лыпыр-лыпыр ҡағыу.
ЛЫПЫШ с. диал. ҡар. әрпеш. Лыпыш ир. Лыпыш бала.
ЛЫРҠАЙЫУ (лырҡай-, лырҡая) (Р.: располнеть; И.: get plump; T.: şişmanlamak) ҡ. һөйл.
Һимеҙлектән йәйелеп лапшайыу. □ Располнеть, расплыться. Лырҡайып китеу.
ЛЫРҠ-ЛЫРҠ (Р: подражание звуку хлюпанья; И.: splosh!; T.: şap şap) оҡш.
Һыулы, һаҙмат ергә аяҡ менән баҫҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку хлюпанья. Аяҡ аҫты лырҡ-лырҡ итеп ята.
ЛЫРҠЫЛДАТЫУ (лырҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. лырҡылдау, понуд. от лырҡылдау. Куләуектән лырҡылдатып атлау. ■ Ҡыран батыр дейеу пәрейен ергә лырҡылдатҡансы һуға ла, ҡылысын алып, тураҡлап ташлай. Әкиәттән.
ЛЫРҠЫЛДАУ (лырҡылда-) (Р: хлю пать; И.: splosh; T.: şapırdamak) ҡ.
1. Һыуланып, йомшап иҙелеү; лысҡылдау. □ Хлюпать (о грязи и т. п.). Аяҡ аҫтында бысраҡ лырҡылдап ята.
2. Бысраҡтан, батҡаҡтан йәки һаҙмат ерҙән барғанда үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Хлюпать (по грязи). Лырҡылдап йөрөу.
ЛЫРҠЫШ (Р: расплывшийся; И: too fatty; T.: şişmanlamış) с. диал. ҡар. һимеҙ.
Һалынып торған һимеҙ (кәуҙәгә ҡарата). □ Расплывшийся, растолстевший (отеле). Лырҡыш тән. Лырҡыш кәуҙә.
ЛЫС (Р: насквозь; И.: through; T.: boydan boya) р.
1. Һығып алмалы, манып алған кеүек; лысма. □ Насквозь, сплошь, полностью. Лыс тир булыу. ■ Егет уны уң ҡулы менән ҡосаҡланы, лыс һыу ситса кулдәге аша тәненең йылылығын тойҙо, яҡында ғына һипкелле йөҙөн курҙе, ямғыр сылатҡан һары сәстәренән аңҡыған улән-ялан еҫтәрен һуланы. Т. Ғиниәтуллин.
2. Һарҡып ағып торорлоҡ. □ Обильно пропитанный чем-л. Лыс май булып бешкән.
ЛЫСБЫҠ (Р: слезящийся от воспаления (о глазах)', И: sodden; T.: yaşaran) с.
Һыуланып, сейләнеп торған; былсыҡ (куҙгә ҡарата). □ Слезящийся от воспаления (о глазах). Лысбыҡ куҙ.
ЛЫСБЫЛДАУ (лысбылда-) ҡ. диал. ҡар. бысыйланыу 2. Куҙе лысбылдап тора.
124