ЛЫУ
ЛЫСҠ-ЛЫСҠ (Р.: подражание хлюпанью при ходьбе по чему-л. вязкому; И.: splosh!; T.: şapır şupur) оҡш.
Һыулы ҡуйы нәмәгә баҫҡылағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание хлюпанью при ходьбе по чему-л. вязкому. Лысҡ-лысҡ атлау. Лысҡ-лысҡ баҫып килеү.
ЛЫСҠЫЛДАТЫУ (лысҡылдат) (Р.: хлюпать, шлёпать чем по чему, И.: squelch; T.: şapırdatmak) ҡ.
1. Һыулы ҡуйы нәмәгә баҫҡанда тауыш сығартыу, лысҡ-лысҡ иттереү, лысҡ-лысҡ килтереү. □ Хлюпать, шлёпать чем по чему. Лысҡылдатып йөрөү. ■ Сергей лысҡылдата тоҡорҙо лә һойләүҙән туҡтаны. Н. Мусин. «Төшөрмәһәң, ҡабат һөйләрмен», — тине лә йәш ҡатын табандарын лысҡылдатып уҙ һуҡмағынан юрғаланы. С. Шәрипов.
2. кусм. Нимәнелер ныҡ һөртөү йәки мансыу. □ Обильно пропитывать чем. Ҡоймаҡты лысҡылдатып майлау.
ЛЫСҠЫЛДАУ (лысҡылда-) (Р: хлюпать; И.: squelch; T.: şapırdamak) ҡ.
1. һыуланып, йомшап иҙелеү, ласҡылдау. □ Хлюпать (о грязи и т. п.). Лысҡылдап ятыу. Аяҡ аҫты лысҡылдап ята. ■ Ауыр кирза итектәр баҫылған һайын, йәшел үлән балаҫы аҫтынан лысҡылдап һыу сәптерҙе. Й. Солтанов.
2. кусм. Ныҡ һөртөлөү йәки мансылыу. □ Обильно пропитаться. ■ Тик Фёдор Пьянков ҡына, майлы таҡтаға тайып, лысҡылдап ятҡан нефть өҫтөнә барып төштө. Р. Сол-тангәрәев.
3. ҡар. бысыйланыу. Икмәк лысҡылдап тора.
ЛЫСМА (Р: насквозь (о сырости и влаге)’, И.: through and through; T.: boydan boya)p.
Һығып алмалы, манып алған кеүек; лыс. □ Насквозь (о сырости и влаге). Кейеме лысма һыу булды. Бала лысма һыу булып тирләп ятты, өҫтөн алмаштырырға ғына өлгөр. ■ Көтөүсе, лысма һыу кисеп, ауыл осондағы иҫке аҙбарға табан китте. Р. Солтангәрәев. [Маһинурҙың] сырайы ҡасып, хәлдән тайып ҡайтҡан ауырыу ире, лысма еүеш өҫ-башын алмаштырып,
сәй эсергә генә ултырғайны, ишекте шар асып, кун курткалы ике кеше килеп керҙе. Ә. Хәкимов. Лысма һыу булып арҡама йәбешкән кулдәгемде һалып ырғыттым. Н. Мусин.
ЛЫҪТЫР с. диал. ҡар. аҙ 1.
ЛЫСТЫРЛАТЫУ (лыстырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лыстырлау, понуд. от лыстырлау. Бысраҡты лыстырлатып барыу.
ЛЫСТЫРЛАУ (лыстырла-) (Р: хлюпать; И.: chaw; T.: şapırdatmak) ҡ.
Лыстыр-лыстыр итеү, лыстыр-лыстыр килеү. □ Хлюпать, чавкать. Аяҡ аҫты лыстырлай. ■ Амантаев тыңлап торманы, лыстырлап ҡойолған нефть аҫтына инеп китте. Р. Солтангәрәев. Ваҡ күҙле ямғыр һибәләй. Баҫҡан һайын аяҡ аҫтында бысраҡ лыстырлай. Н. Мусин.
ЛЫСТЫР-ЛЫСТЫР (Р: подражание звукам хлюпанья, чавканья; И.: chaw; T.: şapır şupur) оҡш.
Шыйыҡ батҡаҡ йәки һай ғына һыуҙы кискәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам хлюпанья, чавканья (например, грязи под ногами). Лыстыр-лыстыр килеү.
ЛЫҪТЫР I (Р: лохматое покрывало для стула, сундука, сшитое из кусочков ткани; И.: fluffy bedding; T.: örtü) и. диал. ҡар. ҡорама юрған.
Сепрәк киҫәктәренән ялбырлатып теккән ултырғыс, һандыҡ ябыуы. □ Лохматое покрывало для стула, сундука, сшитое из кусочков ткани. Лыҫтыр тегеү. Лыҫтыр ябыу.
ЛЫҪТЫР II с. диал. ҡар. алама I, 1. Лыҫтыр кейем.
ЛЫҪТЫРАУ (лыҫтыра-) (Р: изнашиваться; И.: wear; T.: yıpranmak) ҡ. диал.
Ылбырау. □ Изнашиваться, трепаться. Лыҫтыраған кейем. ■ Кыҙҙың кейем-һалымы таушалып, лыҫтырап бөткән. Әкиәттән.
ЛЫУ I (Р: водомерка; И.: pond skater; T.: suda koşan) и. зоол.
Һыу өҫтөндә йүгереп йөрөгән оҙон ботло себен. □ Водомерка (лат. Dipterd). ■ һыу өҫтөндә батмай йүгереп йөрөгән оҙон ботло себенде күргәнең бармы? Уны атайым лыу тип атай торғайны. 3. Биишева.
125