Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 132 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛӘҢКЕЛДӘШЕҮ
ЛӘҢКЕЛДӘШЕҮ (ләңкелдәш-) ҡ. урт. ҡар. ләңкелдәү, взаимн. от ләңкелдәү. ■ Сурағол урынынан ҡуҙғалып, ауылға ингәндә, Ыласын ҡарттың бурҙайы абалап сыҡты, уға ҡушылып, башҡа эттәр ҙә ләңкелдәшә башланы. Т. Хәйбуллин.
ЛӘҢК-ЛӘҢК (Р.: тяв-тяв; И.: wuff-wuff; T.: hav hav) оҡш.
1. Сәүек эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание гавканью собаки: тяв-тяв. Ләңк-ләңк итеу. Ләңк-ләңк ороу.
2. кусм. Шау-шыулы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание гулу, шуму. Ләңк-ләңк тауыш сығыу.
ЛӘҢКӘС и. диал. ҡар. күнәк.
ЛӘҢ-ЛӘҢ оҡш. ҡар. ләңк-ләңк. Ләң-ләң иткән тауыш.
ЛӘП I (Р.: проторённый путь белки; И.: squirrel’s trail; T.: sincabın izi) и.
Тейен һуҡмағы. □ Проторённый путь белки.
ЛӘП II (Р: подражание глухому падению, шлёпанью; И.: sound imitative word; T.: şak) оҡш.
Ауыр ғына йомшағыраҡ нәмә ҡаты нәмәгә килеп төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому падению, шлёпанью. Ләп итеу. ■ Ҡарт, .. урынынан тороп, кемделер әрләне-әрләне лә кире эскәмйәгә ләп итеп ултырҙы. Һ. Дәүләтшина.
ЛӘПЕЙ с. диал. ҡар. ләпелдәк. Ләпей ҡыҙ. Ләпей бала.
ЛӘПЕК (ләпеге) (Р: слякоть; И.: mud; Т.: çamur) и.
Һыуға ебеп, иҙелеп ятҡан балсыҡ, батҡаҡ, тупраҡ. □ Вязкая, топкая почва, земля; грязь, слякоть. Ләпеккә батыу.
ЛӘПЕЛДӘК I (Р: болтливый; И.: talkative; T: geveze) c.
Күп һөйләүсән. □ Болтливый. Ләпелдәк бала. ■ Телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән, эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән. Ләпелдәк тел һәр ваҡытта бәлә булыр, һаҡһыҙлыҡтың китмәгеҙ йуне менән. М. Аҡмулла.
ЛӘПЕЛДӘК II (ләпелдәге) (Р: болтун;
И.: talkative person; T.: geveze) и.
Күп һөйләгән кеше. □ Болтун, болтунья.
■ [Байрас:] Гөлйемеш, аҡыллым, йә инде, мөғәллимәне ләпелдәк тип атау яраймы ни инде? — тип, хас Сәхибә туташтың уҙе булып һөйләшеп, шаяртырға кереште. 3. Биишева.
ЛӘПЕЛДӘТЕҮ (ләпелдәт-) ҡ. мыҫҡ. йөкм. ләпелдәү, понуд. от ләпелдәү. Баланы ләпелдәтеу.
ЛӘПЕЛДӘҮ (ләпелдә-) (Р: тараторить; И.: jabber; T: makara gibi konuşmak) ҡ. мыҫҡ.
Күп итеп һөйләү. □ Тараторить, трещать, говорить без умолку. Ләпелдәргә тотондо. Оҙаҡ ләпелдәу. ■ Ниндәй мәғәнә һалып ләпелдәй икән быны шиҡандаҡ? С. Шәрипов. [Ҡотлояр:] Етәр, малайҙар, куп ләпелдәмәгеҙ! Бик һаҡ булырға кәрәк. Һ. Дәүләтшина.
ЛӘПЕЛДӘШЕҮ (ләпелдәш ) ҡ. урт. ҡар. ләпелдәү, взаимн. от ләпелдәү.
■ [Гимерғәле:] Әсәйеңде ҡайтарырға кәрәк. Ана Хәмдиә еңгәңдәр өйө артында ләпелдәшеп ултыралар, һ. Дәүләтшина.
ЛӘПЕМБӘ и. бот. диал. ҡар. бәпембә.
ЛӘПКЕ (Р: детская игра в камешки; И.: kind of children’s game; T.: beştaş oyunu) и. диал. ҡар. айғырташ.
Балалар уйыны, биш таш (йомро ғына биш ташты һикертеп, бармаҡ араһынан төрлөсә уткәреп уйнайҙар). □ Детская игра в камешки («пять камушков»). Лэпке уйнау. Лэпке уйнарға барыу.
ЛӘПКӘЙ и. зоол. диал. ҡар. ләпәк II. Ләпкәй баҫып алды.
ЛӘП-ЛӘП (Р: подражание звуку лаканья; И.: lapping sound imitation; T.: lap lap) оҡш.
1. Эт, бесәй, ваҡ мал нимәлер ялағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку лакания. ■ Ҡәзәләр, һыу эскәс, яландылар ләп-ләп. К. Кинйәбулатова.
2. Ваҡ-ваҡ ҡына итеп ялпылдаған, ялпылдата баҫҡан хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание звуку колыхания, развевания чего-л. Ләп-ләп иткән тауыш.
ЛӘПРӘЙЕҮ (ләпрәй-) ҡ. ҡар. лапрайыу.
Ләпрәйеп китеу.
132