Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 133 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛӘСКЕЛДӘҮ
ЛӘПРӘЙЕШЕҮ (ләпрәйеш-) ҡ.урт.ҡар. ләпрәйеү. взаимн. от ләпрәйеү. Ләпрәйешеп ултырыу.
ЛӘПРӘЙТЕҮ (ләпрәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. ләпрәйеү. понуд. от ләпрәйеү. Ләпрәйтеп үҫтереү.
ЛӘПҺЕҮ (ләпһе-) (Р.: зарываться в снег (о зверях и птицах); И.: burrow into snow; T.: kara gömülmek) ҡ.
Ҡарҙы йырып, аҫҡа инеү (ҡуянға, ҡайһы бер ҡошҡа ҡарата). □ Зарываться в снег (о зверях и птицах). Ҡуян ҡарҙы ләпһеп ята.
ЛӘПШЕК с. ҡар. лапшыҡ. Ләпшек тоҡ.
ЛӘПШӘЙЕҮ (ләпшәй ) ҡ. ҡар. лапшайыу. ■ Кәшиф кәрәкле ҡағыҙҙарын иҫкереп, ашалып, ләпшәйеп бөткән портфеленә һалды ла өҫтәл артынан уртаға сыҡты. Д. Бүләков. [Вахит] тиҙҙән аҡ сәллә урынына ләпшәйеп бөткән картуз, елән урынына — бәҫәргән һоро шинель, һауырлы ситек урынына тупаҫ итек кейәсәген уйлап, йөрәге ҡалтыранып китте. М. Ғафури.
ЛӘПШӘЙЕШЕҮ (ләпшәйеш-) ҡ. урт. ҡар. ләпшәйеү, взаимн. от ләпшәйеү. Ләпшәйешеп бөтөү.
ЛӘПШӘЙТЕҮ (ләпшәйт-) ҡ. йөкм. ләпшәйеү. понуд. от ләпшәйеү. Ләпшәйтеп кейеү.
ЛӘПӘКI с. ҡар. ләпәш 2. Ләпәк кенә кеше.
ЛӘПӘК II (Р.: мошҡа; И.: midge; T.: iki kanatlı küçük böcek) и. зоол.
Ваҡ ҡына себен; һуҡыр себен. □ Мошка, мошкара (лат. Simuliidae). Күгәүен, ләпәк була башлағас та малды елләүек аҡланда тотабыҙ. ■ Батыр, уң ҡашы булмағас, һыбай елгәндә күҙенә ләпәк инеп, дошманының һөңгөһөн абайламай ҡала. Д. Бүләков.
ЛӘПӘК СЫСҠАН (Р: крот; И.: mole; Т.: köstebek) и. зоол. диал. ҡар. төрткө.
Һуҡыр сысҡан. □ Крот (лат. Talpa). Ләпәк сысҡан тотоу.
ЛӘПӘКӘЙ и. зоол. диал. ҡар. ләпәк II. Ләпәкәйҙәрҙе ағыулау.
ЛӘПӘС (Р: лентяй; И.: lazybones; Т.: tembel) с. диал.
Эш һөймәҫ; ялҡау. □ Лентяй. Ләпәс ҡатын. Ләпәс ир.
ЛӘПӘҮ (ләпә-) (Р: слегка похлопать; И.: pat; T.: hafifçe vurmak, okşamak) ҡ.
Ус менән йомшаҡ ҡына итеп яратып һуҡҡылау. □ Слегка похлопать кого, что. Кырмыҫҡа иләүен ләпәү.
ЛӘПӘШ (Р: раскидистый; И.: spreading; T.: dallı budaklı) с.
1. Йәйелеп, йәлпәш ятҡан; ләпәк, тәпәшәк. □ Раскидистый; невысокий, приземистый. Ләпәш өй. Ләпәш кәбән.
2. Тәбәнәк буйлы, тәпәш (кешегә ҡарата). □ Невысокий, низкорослый (о человеке). ■ [Ҡотлоғужа] унда бик шәп кейенгән, ләпәш йыуан кәүҙәле, май бөргән күҙҙәре уйнаҡлап торған кешенең ҡатланып ҡарталанған елкәһендәге тирҙе ҙур ҡулъяулыҡ менән тырышып-тырышып һөр-төүен күрҙе. Н. Мусин.
ЛӘПӘШЕҮ (ләпәш-) (Р: делаться плоским; И.: get flatter; T.: yassılmak) ҡ.
Ергә һеңешкән һымаҡ йәйенке һәм киң булыу. □ Делаться плоским, сплющиваться. Күбәләр ергә ләпәшкән. Ҡамыр ләпәшкән. ■ Ләпәшеп, ҡайышланып бөткән пилотка, шинель кейгән, кәмендә ике көн ҡырынмаған был әрпеш һалдат, отделение командиры Ирғәлин ҡулына эләкһә, белер ине лә бит хәрби тәртиптең ни икәнен. Ә. Хәкимов.
ЛӘПӘШКЕ с. диал. ҡар. яҫмар.
ЛӘПӘШКӘ I с. диал. ҡар. ләпәш. Ләпәшкә имән. Ләпәшкә кеше.
ЛӘПӘШКӘ II и. кул. диал. ҡар. йәймә 1,1.
ЛӘПӘШТЕРЕҮ (ләпәштер-) ҡ. йөкм. ҡар. ләпәшеү, понуд. от ләпәшеү. Ергә ләпәштереү.
ЛӘС (Р: недопечённый; И.: sodden; Т: yarı pişmiş) с.
Бешеп етмәүҙән йәбешкәкләнеп, лысҡылдап торған; бысый (икмәккә ҡарата). □ Недопечённый, сырой (о хлебе). Ләс икмәк.
ЛӘСКЕЛДӘТЕҮ (ләскелдәт-) ҡ. йөкм. диал. ҡар. ләскелдәү. понуд. от ләскелдәү. Икмәкте ләскелдәтеп бешергән.
ЛӘСКЕЛДӘҮ (ләскелдә-) (Р: недопечься; И.: underbake; T: yarı pişmiş olmak) ҡ. диал.
133