Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 134 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ләскә
Бысый булыу. □ Недопечься, остаться сырым (о хлебе). Икмәге ләскелдәп тора.
ЛӘСКӘ с. диал. ҡар. бысый.
ЛӘСМӘ и. диал. ҡар. кәрлә I.
ЛӘСТИТ I [рус. лясы\ (Р.: пустословие; И.: prate; T.: lafazanlık) и.
Ваҡ-төйәк һүҙ, ғәйбәт. □ Пустословие. Ләстит һөйләу. Ләстит тыңлау. Ләститкә ышаныу. Ләстит йыйыу. ■ Әҙ-мәҙ ләститкә сумырҙар инде, нисауа, уныһына ғына туҙерҙәр. С. Шәрипов.
♦ Ләстит сәйнәү ҡар. ләстит һатыу. Ләстит тоҡсайы ғәйбәт таратҡан, ғәйбәт һөйләргә яратҡан кеше, ғәйбәтсе. □ Сплетник. ■ [Яхин:] Кисә мин ошо ләстит тоҡсайын [Рәхиләне] елтерәтеп сығарҙым. Н. Мусин. Ләстит һатыу ваҡ-төйәк һүҙ, ғәйбәт һөйләү. □ Лясы точить, пустословить, болтать пустяки. ■ [Шәрғиә:] Ҡана, юлыңда бул! Ләстит һатырға ваҡытым юҡ, эш муйындан. Ә. Хәкимов.
ЛӘСТИТ II и. диал. ҡар. тел биҫтәһе.
ЛӘСТИТСЕ (Р.: сплетник; И.: scandalmonger; T.: dedikoducu, lafçı) с.
Ләстит таратҡан, ләстит һөйләү менән шөғөлләнгән кеше, ғәйбәтсе. □ Сплетник. ■ Рәмзил шунда уҡ, ләститсе ҡатындар кеуек, ҡыуаныслы йөҙ менән ике араға ҡотҡо уты һалды. Д. Бүләков.
ЛӘҪ (Р: влага; И.: moisture; T.: nem) и.
1. Еүешлек, дым. □ Влага, влажность, сырость. Ләҫ баҫыу. ■ Төйәләҫ гидронимы «дөйә» менән «ләҫ» һуҙҙәрен ҡушыуҙан яһалған. Ләҫ — дым, һыу тигәнде аңлата. Дөйәләҫ — дөйә һыуы, дөйә кисеп сығырлыҡ, тимәк. М. Ямалетдинов.
2. кусм. Ҡаплап, баҫып алған төшөнкөлөк, ялҡаулыҡ. □ Упадок, упадничество, пессимизм, леность. Ләҫ баҫты.
ЛӘТАФӘТ [ғәр. ШЛ] (Р: красота; И.: beauty; T.: güzellik) и.
1. Гүзәллек, матурлыҡ, йәмлелек. □ Красота. ■ Ләтафәт бағын ситтән куреп, ғашиҡ булып һайра. М. Ғафури.
2. Яғымлылыҡ, һөйкөмлөлөк, наҙлылыҡ. □ Ласковость, нежность, приветливость. Ләтафәт биреу. ■ А. Пушкин рус телен тағы ла «гузәл иткән, был телгә ҡеуәт вә
ләтафәт биргән .. рус еренең иң камаләтле бер кешеһелер». М. Өмөтбаев.
ЛӘТЕ с. диал. ҡар. дымлы.
ЛӘТСӘ (Р: ласка; И.: least weasel; T.: gelincik) и. зоол. диал. ҡар. йәтсә.
һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй генә нәҙек оҙон йыртҡыс йәнлек. □ Ласка (лат. Mustela nivalis). Аҡ ләтсә. Ләтсә өңө. Ләтсә өңөн табыу. Беҙҙең яҡта ләтсәләр куп.
ЛӘУАЗИМ [ғәр. (Р: нужная вещь; И.: requisite / thing; T: lüzumlu şey) и. иҫк.
1. Кәрәкле, кәрәге булған нәмә. □ Нужная вещь. Ләуазим ҡағыҙҙар.
2. Хеҙмәт буйынса йөкмәтелгән эш; вазифа. □ Должность, служба, назначение; миссия. Директорлыҡ ләуазимы. ■ Куңелеңде белмәһәң, ләуазимде ҡуймаһаң, ташҡа баҫып сығарырмын, инде бик куп уйнаһаң. Бәйеттән.
ЛӘҮЕШ I (Р: сплющенный; И.: flattened T.: yassılmış) с.
Йәлпәшеп, йәйелеп төшкән. □ Сплющенный, приплюснутый. Ләуеш кәпәс.
ЛӘҮЕШ II и. кул. диал. ҡар. ләүәш 1. Еләктән ләуеш бешереу.
ЛӘҮЕШЛӘМӘ и. кул. ҡар. ләүәш 1.
ЛӘҮКЕЛДӘТЕҮ (ләүкелдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. ләүкелдәү, понуд. от ләүкелдәү. Этте ләукелдәтеу.
ЛӘҮКЕЛДӘҮ (ләүкелдә-) (Р: тявкать; И.: yap; T.: kesik kesik havlamak) ҡ.
Нәҙек тауышлы бәләкәй эттең туҡтауһыҙ өрөүе; ләүк-ләүк итеү, ләүк-ләүк килеү. □ Тявкать. Эт ләукелдәй. ■ Сөнәғәт шул ой яғына боролдо. Ҡапҡа ауыҙына килеп еткәс, уға ҡаршы бәләкәй генә бер сәуек ләукелдәп өрөп сыҡҡан булды. Ж. Кейекбаев.
ЛӘҮКЕЛДӘШЕҮ (ләүкелдәш-) ҡ. урт. ҡар. ләүкелдәү, взаимн. от ләүкелдәү. Төнгө урамда эттәр ләукелдәшә.
ЛӘҮКЕТЕҮ (ләүкет-) ҡ. йөкм. ҡар. ләүкеү, понуд. от ләүкеү. Ләукетеп ут яндырыу.
ЛӘҮКЕҮ (ләүке-) (Р: вспыхивать (об огне)', И.: flare up; T: tutuşuvermek) ҡ.
1. Бик ныҡ ялҡынланыу. □ Вспыхивать, воспламеняться, усиливаться (об огне). Ләүкеп яныу. ■ Алыҫта ярылған шрап
134