ЛӘҮӘШ
нелдән ләүкеп ҡалҡҡан ут көлтәһе эргәңдә генә булып тойола, хас та инде ул һинең тәнеңде ялмап ала. Д. Юлтый.
2. кусм. Дәррәү күтәрелеү. □ Разом подняться. ■ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ләүкеп күтәрелгән ғәрәсәтле янғынды туҡтатыр әмәл юҡ ине инде. Ә. Хәкимов.
3. күсм. Ҡапыл тоҡаныу, ҡабыныу (йө-рәк, хискә ҡарата); дөрләү. □ Загореться; воспылать (желанием). ■ Ләүкеп киткән шул ут ҡына ла бит — ғүмерҙең бер оло ырыҫы. Р. Ғарипов.
ЛӘҮК-ЛӘҮК (Р: тяв-тяв; И.: wuff-wuff; T.: hav hav) оҡш.
Бәләкәй эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание лаю маленькой собачки: тяв-тяв. Ләүк-ләүк килеү.
ЛӘҮК-ЛӘҮК ИТЕҮ (ләүк-ләүк ит-) ҡ. ҡар. ләүкелдәү.
ЛӘҮКӘ I [рус. лавка] (Р: полок; И.: tray; T.: raf) и. диал. ҡар. эләүкә.
Мунсала ҡыҙыныу, сабыныу өсөн эшләнгән бейек урын. □ Полок. Ләүкәгә менеү. Ләүкәлә ултырыу. ■ [Катын] мунса менән бергә ҡартайған тасҡа һыу хәстәрләне, миндек бешереп алды ла, тағы бер аҙ эҫе өҫтәп, ҡарайып ялтыраған ләүкәгә һуҙылды. М. Кәрим. Таҡталары сереп, һынғылап һәм күгәреп бөткән иҙәнгә бер нисә йәш кенә ҡыҙылармеец ҡырын ятып кәрт уйнайҙар, икәүһе наган менән маташа, берәүһе ләүкә-нән аяҡтарын һалындырып ултырып, «Ҡаҙ ҡанаты» көйөнә аҡрын ғына гармун уйнай ине. И. Насыри.
ЛӘҮКӘ II (Р: запечье; И.: place behind a stove; T.: fırının arka tarafı) и. диал.
Мейес арты. □ Запечье.
ЛӘҮ-ЛӘҮ оҡш. ҡар. ләүк-ләүк. Ләү-ләү иткән тауыш.
ЛӘҮХӘ [ғәр. (Р: доска с надписями; И.: inscriptions board; T.: levha) и. иҫк.
1. Матур итеп яҙып эленгән таҡта. □ Доска с надписями. Ләүхә яҙыуы күҙгә салынды.
2. Ойошма йәки предприятиеның исеме яҙып эленгән таҡта. □ Вывеска. Ҡапҡа башына ләүхә ҡағылған.
3. Белдереү таҡтаһы. □ Доска объявлений. ■ Буш вәһемдәр менән ыҫланған хыя
лым ләүхәһе, бәс нисек күңелемдә илһам унда итһен инғиҡас. Ш. Бабич.
4. Ниндәйҙер күренеш. □ Какое-л. явление. ■ Эйе, һиңә бөтә матурлыҡтың һәйкәл мөжәссәме бирелгән; тәбиғәттең матур ләүхәһенән ҡөдөси мәғәнә, рухтар өрөлгән. Д. Юлтый.
ЛӘҮХ ӘЛ-МӘХФҮЗ [ғәр. CJİ] (Р: книга судеб; И.: prophesy book; T.: Lavhi Mahfuz (al-Lawh al-Mahfoûdh) и. кит.
Кешенең күрәсәге яҙылған таҡта; яҙмыш таҡтаһы. □ Книга судеб. ■ Әҙәмдең үҙәк һүҙе бары бикәр, яҙылған ләүх әл-мәхфүз үҙгәртелмәҫ. М. Аҡмулла.
ЛӘҮХӘЛӘНЕҮ (ләүхәлән-) (Р: отображаться в образах; И.: be reflected in images; T.: görüntülenmek) ҡ.
Күҙ алдына баҫыу; кәүҙәләнеү. □ Отображаться в образах. ■ Туҡайҙың: «Керләнә өҫ-өҫтөнә рух, һис хозур выжданға юҡ, ни сәбәптән был йыһанда тәнгә — мунса, йәнгә юҡ», — тигән шиғырҙары күҙ алдында ләүхә-ләнә. Д. Юлтый.
ЛӘҮШӘ и. диал.
1. ҡар. лүшә. Ағас башын ләүшә ҡаплаған.
2. ҡар. ләпек. Ләүшәгә батыу.
ЛӘҮШӘЙЕҮ (ләүшәй-) (Р: сплющиваться; И.: latten; T.: yassılmak) ҡ.
Ләүешкә әйләнеү, ләүеш булыу; йәлпәшеү. □ Сплющиваться, расплющиваться. Биҙрә ләүшәйгән. Башындағы эшләпәһе ләүшәйеп бөткән.
ЛӘҮӘН БУРАНЫ (Р: мартовский буран; И.: March blizzard; T.: Mart fırtınası) и. ҡар. аҡман-тоҡман.
Март айында була торған буран. □ Мартовский буран. ■ Ләүән бураны бер аҙна буйы дауам итә торған. Экспедиция материалдарынан.
ЛӘҮӘШ [төрк. avas] (Р: фруктовый, ягодный пирог; И.: berry pie; T: yemişli veya çilekli (börek) и. кул.
1. Емеш-еләктән бешерелгән өҫтө асыҡ бәлеш. □ Фруктовый, ягодный пирог. Ҡатлы ләүәш. Еләк ләүәше. ■ [Өләсәһе:] Бынауы муйыл майы. Килен унан ләүәш бешерер. 3. Биишева. Уның [Әмирхановтың]
135