ЛӘФЗАН
төргәгенән ваҡ бәлештәр, ләуәштәр килеп ятты. С. Агиш.
2. Ҡул икмәге, сөсө икмәк. □ Лаваш. Лә-уәш бешереу.
ЛӘФЗАН [ғәр. Uadi] (Р.: по форме; И.: literally; T.: lafzan) р. иҫк.
Һүҙҙең мәғәнәһенә ҡарамайынса, әйтелешенә, төҙөлөшөнә генә ҡарап. □ По форме, словесно, дословно; буквально. Ләфзан өйрәнеу алымы.
♦ Ләфзан морад һүҙҙең мәғәнәһенә ҡарамай, әйтелешенең, төҙөлөшөн өйрәнеү маҡсаты. □ По форме, словесно, дословно; буквально. ■ Мәктәптә уҡып Ҡөрьән, ләфзан морад, мәғәнәһенән бик aş ҡалған хәбәр алған. С. Яҡшығолов.
ЛӘФЗИ [ғәр. (Р.: словесный; И.: verbal; T.: sözlü) с. иҫк.
Һүҙгә (һуҙҙең әйтелеше яғына) ҡараған.
□ Словесный, устный; буквальный.
ЛӘФЫЗ [ғәр. -^] (Р.: слово; И.: word; Т.: lâf) и. иҫк.
һүҙ, һүҙҙең әйтелеше. □ Слово; произношение, выражение слова. ■ Был һуҙең ләфыз шәкәр, мәғәнәһе бал. Ш. Бабич.
♦ Ләф(ы)зы хаҡ дөрөҫ, хаҡ һүҙ. □ Правдивое слово. ■ Әй, мөҡәтдәс ләфзы хаҡ! Буләк итә исемең ишетелгәндә куңелгә ҙур хаят. Б. Мирзанов.
ЛӘФЫЗ АТЫУ (ләфыз ат-) (Р: говорить; И: give a speech; T.: lâf atmak) ҡ.
Һүҙ һөйләү. □ Говорить. ■ Ирҙең хәле беленер, ләфыз атһа, кемдең хәле беленер, йәшереп ятһа? М. Аҡмулла.
ЛӘХ [ғәр. cjl] (Р: вдрызг (пьяный)', И.: bibacious; T.: çok sarhoş) р. һөйл.
Бик ныҡ, аҡылды юғалтҡансы; лаяҡыл.
□ Вдрызг (пьяный), до беспамятства. Ләх иҫереу.
ЛӘХ БУЛЫУ (ләх бул-) (Р: совершенно размякнуть (от опьянения)', И.: bibacious; T.: çok sarhoş olmak) ҡ. һөйл.
Ныҡ иҫергәнсе эсеү, иҫереү. □ Совершенно размякнуть (от опьянения). ■ Шул көндө Минулла Әйуповичтың, өйөнә ҡайт
майынса, ҡайҙалыр ләх булып иҫереп йөрөуен кургәндәр. Ғ. Ибраһимов.
ЛӘХЕМ [ғәр. (Р: мясо; И.: meat; T.: et) и. иҫк.
1. Мал, төрлө йәнлек йәки ҡош-ҡорттоң ашау өсөн тәғәйенләп һуйылған түшкәһе йәки шул түшкәнең берәй киҫәге. □ Мясо. / Мясной. Ҡуй ләхеме. Һарыҡ ләхеме. Ләхем ашау. Ләхем таратыу.
2. Емеш-йәшелсәнең йомшаҡ өлөшө.
□ Мякоть (ягод, плодов). Муйыл ләхеме.
ЛӘХЕТ [ғәр. (Р: могила; И.: grave; Т.: lahd) и. pum.
1. Гүр, ҡәбер. □ Могила. Тар ләхет. ■ Бикморат бабаһы әйтмешләй, ҡайһы 6е-рәуҙәр — тәхеттә, икенселәр ләхеттә турә. Н. Мусин. • Ҡатыны яҡшы кешегә бәхет кәрәкмәй, ҡатыны яман кешегә ләхет кәрәкмәй. Мәҡәл.
2. Ҡәберҙең һул яҡ ҡабырғаһынан өңөп эшләнгән мәйет урыны. □ Боковая ниша в могиле. Ләхет алыу. Ләхет таҡтаһы. ■ Тимерсе Миндияр уның [Ҡорбанғәленең] арыҡ, еңел кәуҙәһен, ҡулда йоҡлап киткән бәпесте сәңгелдәккә кусереп һалған шикелле, һаҡ ҡына ләхеткә ҡуйҙы. М. Кәрим.
3. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, мәйеттең, ултырып, ике фәрештәгә яуап бирә торған урыны. □ Боковая ниша в могиле (по представлениям башкир, место, где покойник держит ответ перед двумя ангелами). ■ Соҡорҙоң ҡибла яғынан кеше һыймалы, ултырғанда башы теймәҫлекурын яһала, шул ләхет тип атала. Экспедиция материалдарынан.
ЛӘХЕТ АЛЫУ (ләхет ал-) (Р: сделать боковую нишу; И.: make a kerf; T.: lahd açmak) ҡ. pum.
Тупраҡты өңөп мәйет урыны яһау. □ Сделать боковую нишу.
ЛӘХЕТ ТАҠТАҺЫ (Р: доски для прикрытия боковой ниши; И.: kerf board; T: mezar tahtası, dayama) u. pum.
Мәйетте ләхеткә урынлаштырғас, тупраҡ төшмәһен тип ҡыуышлап ҡаплап ҡуя торған
136