Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 137 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЮЛЬКА
таҡта. □ Доски для прикрытия боковой ниши могилы. Ләхет таҡтаһы эшләтеү.
ЛӘХЗӘ [ғәр. (Р.: взгляд; И.: glance; T.: bakış) и. иҫк. кит.
1. Күҙ ҡарашы; ҡараш. □ Взгляд, взор. ■ Балҡый ҡөдөсиәт вә серле мәғәнә һәр бер ләхзәлә. Д. Юлтый.
2. Күҙ асып йомған ара. □ Мгновение, момент. ■ Күрһәтә мең төрлө төҫ, мең төрлө эш бар ләхзәлә. Ш. Бабич. Ләхзәһенә донъя хаҡ бирмәгән, ҡайҙа ҡалды кисе, көн-дөҙө. Ғ. Иҫәнбирҙин.
ЛӘХӘҮЛӘ [ғәр. Jj^] (Р: название суры; И.: name of a Moslem chapter; T.: Lâ havle duası) и.
1. Ошо һүҙ менән башланған доға исеме. □ Название суры. Ләхәүләне уҡыу. Ләхәүләне ятлау.
2. һөйл. Шул доға урынына әйтелә торған һүҙ. □ Молитвенное слово. ■ [Әпҡадир:]Ләхәүлә, ләхәүлә! Хоҙайға тел тейҙереү — гөнаһ! Шөкөр итергә кәрәк, түрәм, пәйғәмбәребеҙ сабыр итергә ҡушҡан. К. Мәргән. [Староста олатай:] Ләхәүлә, ләхәүлә, тфү, тфү, был шайтан эше икән, шайтан эше икән, — тип йүгерә-атлай хәҙрәткә китте. Д. Юлтый.
♦ Ләхәүләһен уҡытыу ҡурҡытыу, кәрә-ген биреү. □ Проучить кого, что.
ЛӘҺҮ [ғәр. (Р: развлечение; И.: entertainment; T.: eğlence) и. иҫк. кит.
Уйын-көлкө; уйын. □ Развлечение, игра; забава. ■ Булмаһын һис бере, тик булһын ләғәб, булһын ләһү. Ш. Бабич, һәм йәнә, ләһү булһа, ләмйәбарик. Ш. Бабич.
ЛӘШКӘР [фарс. (Р: войско; И.: army; T.: ordu) и. иҫк.
Ғәскәр, армия. □ Войско; армия. ■ [Олуғ әмир:] Тимер батша ун биш төмәнле ләш-кәр менән Һиндостанды яуларға киткән. Ә. Хәкимов. Сыңғыҙ хан ошбу әйтелгән бейҙәрҙе һәр береһен ләшкәр башлығы ҡылып, урҙалар алырға ебәрҙе. Ғ. Кейеков.
ЛӘШПЕРЛӘНЕҮ (ләшперләй-) ҡ. төш. ҡар. ләшперләү, страд, от ләшперләү. Ләшперләнгән кейем.
ЛӘШПЕРЛӘҮ (ләшперлә-) (Р: отвис нуть; И.: hang down; T.: sarkmak) ҡ.
Килешһеҙ булып, һалынып төшөү. □ Отвиснуть, нависнуть. Кейеме ләшперләп төшкән. Өҫтөндәге күлдәге ләшперләп тора.
ЛӘШӘ I и. ҡар. лүшә. Ағас баштарын ләшә ҡаплаған.
ЛӘШӘ II и. диал. ҡар. батҡыл II.
ЛӘ ШӘЙ [ғәр.] (Р: ничего; И.: nil; T.: hiç bir şey) и. иҫк.
Бер ни ҙә түгел; шәй түгел. □ Ничего, не вещь. ■ Һүҙҙәренең эстәлеген аңлатты был [мулла]. Бының янда башҡа кеше имеш лә шәй. М. Ғафури.
ЛЮК (люгы) [рус. < гол. luik] (Р: люк; И.: hatch; T.: kapak) и.
Аҫҡа төшөү йәки нимәнеңдер эсенә инеү өсөн хеҙмәт иткән ҡапҡас менән ябылмалы тишек. □ Люк.Люкты асыу. Люктан сығыу. Люкты ябыу. ■ Шоссе буйлап барғаны [танктың] шулай уҡ туҡтаны, люгы асылып китте, һәм унан танкистарҙың береһе сығып, башняға беркетелгән пулемёттан ут һиптерә башланы. Т. Ғиниәтуллин. Уның көслө крандары тонналы тауарҙарҙы ярҙан ҡосаҡлап алалар ҙа палубалағы киң люктарға төшөрә-төшөрә тағы боролоп ярҙағы тауарҙарҙы ҡосаҡлайҙар. А. Таһиров.
ЛЮКС I [рус. < лат. luxuria] (Р: люкс; И.: luxe; lux; T: lüks) и. физ.
Яҡтыртыу күләмен үлсәү берәмеге. □ Люкс (единица измерения освещения). Люкс иҫәпләү мәсьәләһе.
ЛЮКС II [рус. < фр. de luxe] (Р: люкс; И.: luxe; T: lüks) и.
Юғары категориялы ҡунаҡхана номеры, каюта, тауар йәки башҡа нәмә. □ Люкс. Люкста йәшәү. Люксҡа урынлашыу.
ЛЮЛЬКА [рус.] (Р: люлька; И.: cradle; Т: motosiklet sepeti) и. һөйл.
Мотоцикл ҡабырғаһына беркетелә торған арба. □ Люлька. Люлькалы мотоцикл. Люль-кала йөрөү. ■ Ғилман уның тәңгәлендә туҡтаны, төшөп, «Урал»дыңлюлькаһында ятҡан ҡушкөбәкте алды ла туйтаңлап эргәһенә килеп еткән Мырҙабайға һондо. Н. Мусин.
137