ЛЮМЕН
ЛЮМЕН [рус. < лат. lumen ‘яҡтылыҡ’] (Р.: люмен; И.: lumen; T.: lümen) и. физ.
Яҡтылыҡ ағымын үлсәү берәмеге. □ Люмен. Эш урынында люмен курһәткесен иҙәп-ләу.
ЛЮМИНАЛ [рус. < лат. luminal} (Р.: люминал; И.: barbiphen; T.: lüminal) и. фарм.
Йоҡлата һәм тынысландыра торған аҡ кристаллик матдә. □ Люминал. Люминал ҡулланыу. Люминалдан тынысланып йоҡлап китеу.
ЛЮМИНЕСЦЕНТ [рус. < лат. lumen (luminis) ‘яҡтылыҡ’ + escentia суффиксы] (Р: люминесцент; И.: luminiscent substance; T.: ışık saçan) и. физ.
Люминесценция лампаһы. □ Люминесцент. Люминесцент лампаһын яндырыу.
ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ [рус. < лат. lumen (luminis) ‘яҡтылыҡ’ + escentia суффиксы] (Р: люминесценция; И.: cold light; T.: lumi-nesans) и. физ.
Теге йәки был есемдең (газдың, шыйыҡлыҡтың, ҡаты есемдең) ниндәйҙер энергия сығанағынан тоҡанып китеүе, үҙ сиратында яҡтылыҡ бүлеүе. □ Люминесценция. Люминесценция һөҙөмтәһе.
ЛЮМПЕН [рус. < лат. lumpen] (Р: люмпен; И.: lumpen; T.: yoksul) и.
Бөтөнләй милекһеҙ, профессияһыҙ йәки эшһеҙ тороп ҡалған, һораныу йәки урлау хәленә төшкән кеше; ярлы кеше. □ Люмпен. Люмпендар ҡатламы.
ЛЮМПЕНЛАШЫУ (люмпенлаш ) (Р: люмпенизация; И.: lumpen; T.: yoksullaşmak) ҡ.
Кешеләрҙең кризис йәки социаль тигеҙһеҙлек шарттарында милекһеҙ, эшһеҙ ҡалыуы, ярлыланыуы. □ Люмпенизация. Люмпенлашыу процесы.
ЛЮМПЕН-ПРОЛЕТАРИАТ [рус. < лат. lumpenproletariat} (Р: люмпен-пролетариат; И.: lumpen proletariat; T: lumpenproleta-rya) и.
Бер социаль синыфҡа ла ҡарамаған кешеләр ҡатламы; әтрәгәләмдәр. □ Люмпен-пролетариат. Люмпен-пролетариат ҡатламы. Люмпен-пролетариаттың баш кутәреуе.
ЛЮПИН [рус. < лат. lupini] (Р: люпин; И.: lupine; T.: acıbakla) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, йәшел ашлама йәки гөл итеп үҫтерелгән үлән (мал аҙығы итеп ҡулланыла)', әсе борсаҡ. □ Люпин. / Люпиновый (лат. Lupinus). Люпин орлоғо. Люпин сәсеулеге.
ЛЮПОЗОРИЙ [рус. < лат. lupus} (Р: люпозорий; И.: skin ТВ hospital; T: deri tüberkülozu olan hastaların tedavisi için sanatoryum) u.
Тире туберкулёзын дауалау учреждениеһы. □ Люпозорий. Люпозорийҙа дауаланыу. Люпозорий территорияһы.
ЛЮСТРА [рус. < лат. lustrare} (Р: люстра; И.: chandelier; T: avize) и.
Бер нисә лампочканан, шәмдән йәки май шәмдән торған аҫылмалы яҡтыртҡыс; аҫылмалы шәмдәл. □ Люстра. Хрусталь люстра. ■ Ә кукрәк төпкөлөнән сыҡҡан бәрхәттәй йомшаҡ моц талғын ғына ағыла ла ағыла, куҙгә куренмәҫ нур тулҡыны булып булмә буйлап тарала, тушәмгә аҙыулы алтын ялатҡан люстраға урала. М. Кәрим. Ҙур люстра менән яҡтыртылған ашханала ҡунаҡтарҙы аҡ бирсәткәләр кейгән официанттар эйелә-бөгөлә ҡаршы алды. Ж. Кейекбаев.
ЛЮСТРИН [рус. < фр. lustrihe} (Р: люстрин; И.: sort of fabric; T: bir tür yün dokuma) и. туҡ.
Ялтыр йөн туҡыма. □ Люстрин (блестящая, шерстяная или полушерстяная ткань). / Люстриновый. Люстрин туҡыма.
ЛЮТЕРАН [рус. лютеранин} (Р: лютеранин; И.: Lutheran; T: Lüteriyen) и. дини.
Лютеранлыҡ динен тотҡан кеше. □ Лютеранин. / Лютеранский. Лютерандар дине. Лютерандар сиркэуе.
ЛЮТЕРАНЛЫҠ (лютеранлығы) (Р: лютеранство; И.: Lutheranism; T: Lütercilik) и. дини.
Протестантизмдың Мартин Лютер тәғлимәте нигеҙендә XVI быуатта барлыҡҡа килгән бер ағымы. □ Лютеранство. Лютеранлыҡ хәрәкәте.
ЛЮТИК (лютигы) [рус.] (Р: лютик; И.: buttercup; T.: düğünçiçeği; sarıot) и. бот.
Йылтыр һары ваҡ сәскәле ағыулы үлән. □ Лютик. / Лютиковый (лат. Ranunculus). Ағыулы лютик, һаҙ лютигы.
138