Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 139 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАВЗОЛЕЙ
ЛЮТИКТАР и. бот. ҡар. лютик һымаҡ-тар. Лютиктар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр.
ЛЮТИК ҺЫМАҠТАР (Р.: лютиковые; И.: buttercup like flowers; T.: düğünçiçeği) и. бот.
Лютик, пион һ. б. үҫемлектәр ғаиләһенең атамаһы. □ Лютиковые (лат. Ranuncalas). Лютик һымаҡтарҙың урсеуе.
ЛЮТНЯ [рус. < ғәр. (Р: лютня; И.: lute; T.: lavta) и. муз.
Ҡыллы музыка ҡоралы. □ Лютня. Лют-няла уйнау. Лютня моңо.
ЛЮЦЕРНА [рус. < лат. lucema] (Р: люцерна; И.: medick; T.: kaba yonca) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән, тарбаҡ һабаҡлы, һәр һабағында өсәр оҙонса япраҡлы күп йыллыҡ йәки бер йыллыҡ үлән (мал аҙығы итеп ҡулланыла). □ Люцерна. / Люцерновый (лат. Medicago). Люцерна баҫыуы. Люцерна сәсеу. Люцерна сәскәһе.
ЛЯ [рус. < урта лат. la] (Р: ля; И.: А; 1а; Т.: 1а) и. муз.
Музыкаль гамманың алтынсы нотаһы.
□ Ля (музыкальный звук). Ля нотаһы.
ЛЯМБДА I [рус. < гр. lamda] (Р: Лямбда; . И.: Meissa; T.: Lamda) и. астр.
(баш хәреф менән) Орион йондоҙлоғонда урынлашҡан йондоҙ. □ Лямбда (звезда в созвездии Ориона). Лямбда йондоҙо.
ЛЯМБДА II [рус. < гр. lambda] (Р: лямбда (буква греческого алфавита)', И.: lambda; Т.: lambda) и.
Грек алфавитының 11-се хәрефе. □ Лямбда (буква греческого алфавита). Лямбда — грек алфавитында 11-се хәреф.
ЛЯМБЛИОЗ [рус. < нем. Lambliose] (Р: лямблиоз; И.: gisrdiasis; T.: giardia intestinalis adlı kamçılı mikroorganizmanın sebep olduğu hastalık) и. мед.
Эсәк лямблияһы йоғоуҙан килгән эсәк һәм үт юлдары ауырыуы. □ Лямблиоз. Лямблиозды дауалау оҙаҡҡа һуҙылды.
ЛЯМБЛИЯ [рус. < нем. Lamblie ‘чех врачы В. Ламбл фамилияһынан’] (Р: лямблия; И.: giardia; T.: giardia intestinalis) и. зоол.
Төрлө ауырыуҙар булдыра торған бер күҙәнәкле микроскопик йән эйәһе. □ Лямблия. Эсәк лямблияһы.
ЛЯПИС [рус. < лат. lapis ‘таш’] (Р: ляпис; И.: lunar caustic; caustic silver; T.: cehennem taşı) и.
Төҫһөҙ кристалик онтаҡ (микробҡа ҡаршы һәм яра көйҙөргөс сара итеп ҡулланыла). □ Ляпис. / Ляписный. Ляпис менән яндырыу. Ляпис ҡәләме.
м
М [эм] (Р.: семнадцатая буква башкирского алфавита; И.: the seventeenth letter of Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin on yedinci harfi)
Башҡорт алфавитының ун етенсе хәрефе, шартлаулы сонор ике ирен тартынҡы [м] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — М, бәләкәй — м формаһында яҙыла. □ Семнадцатая буква башкирского алфавита. M хәрефен дөрөҫ итеп яҙыу. Бәләкәй м хәрефе.
МАБАЙНА I [ғәр. (Р: ясный; И.: clear, distinct; T.: anlayışlı) с. иҫк.
Аңлайышлы, асыҡ. □ Ясный. Мабайна хәл. Мабайна ваҡиға.
МАБАЙНА II [ғәр. ^] (Р: ясно; И.: clearly, distinctly; T.: anlayışlı) р. иҫк.
Аңлайышлы, асыҡ. □ Ясно. Булған ваҡиғаны мабайна һөйләу. Эштең асылын мабайна ғына аңлата алмау.
МАБИҺИЛИФТИХАР [ғәр. Ихтирамға лайыҡ; хөрмәтле. □ Почитаемый, почтенный, уважаемый. Мабиһи-лифтихар әҙип. Мабиһилифтихар шәхес. ■ Билдәле беҙҙең мабиһилифтихар — ул мөхтәрәм ҙур шағир. Ш. Бабич.
МАВЗОЛЕЙ [рус. < лат. mausoleum < гр. Mausoleion] (Р: мавзолей; И.: mausoleum; Т.: mozole) и. архит.
Ҡәбер өҫтөнә эшләнгән ҙур архитектура ҡоролмаһы. □ Мавзолей (монументальное
139