МАВР
надгробное архитектурное сооружение). Хөсәйенбәк мавзолейына экскурсия. ■ Еңеү көнөнә арналған парад башланыр алдынан Ленин мавзолейы трибунаһына дәүләт етәкселәре күтәрелә. Кремль куранттары сәғәт 10-ды һуҡҡанда, майҙанда күк атҡа атланған Г. Жуков күренә. «Ағиҙел», №5, 2010. [Ғилман:] Мин Мәскәүҙе күрҙем, малайҙар, Кремлде күрҙем, метрола булдым. Мавзолейға индем. 3. Биишева.
МАВР [рус. < лат. Mauri < гр. mauros ‘ҡара’] (Р.: мавр; И.: Moor; T.: Mağribi) и. тар.
1. Ҡара тәнлеләрҙең Европалағы боронғо атамаһы. □ Мэнр. Маврҙар эше. Мавр менән аралашыу. Маврҙар йәшәгән урам.
2. Төньяҡ Африкала йәшәүсе төп халыҡтың (берберҙарҙың) боронғо исеме.
□ Мавр. Маврҙар йолаһы. Маврҙар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Маврҙарҙың икенсе атамаһы — берберҙар.
МАВРИТАН (Р.: мавританец; И.: Mauritanian; T.: Mağribi) и. этн.
Төньяҡ Африкала йәшәүсе төп халыҡ вәкиле. □ Мавританец. / Мавританский. Мавритандарҙың милли кейеме. Мавритан көйҙәре. Мавритандар ғәҙәте. Мавритан сығышлы.
МАВРИТАН СТИЛЕ (Р: мавритан ский стиль; И.: Mauritanian style; T: Moresk üslubu) и. архит.
Архитектурала ҡулланылған стилдәрҙең бер төрө. □ Мавританский стиль. Мавритан стилендә төҙөлгән йорт. Мавритан стилендәге биналар.
МАГ I [рус. < гр. magos] (Р: маг; И.: magician, enchanter; T: büyücü ) и. махе.
1. Боронғо Иранда һәм Көнсығыш илдәрендә дини йолаларҙы үтәүсе рухани.
□ Маг, древнеперсидский мидийский жрец-астролог, снотолкователь. Магтар йыйылышы. Магтың миссияһы. Магтар ҡоро.
2. Фокус күрһәтеү алымдары буйынса цирк номерҙарын уйлап табыусы һәм уның серҙәрен яҙып һаҡлаусы; иллюзионист. □ Фокусник, иллюзионист. Магтың серен асыу. Магтан дәрестәр алыу. Магтың иң билдәле фокусы.
3. Магия менән шөғөлләнеүсе; тылсымсы. □ Маг, волшебник, колдун. Маг менән аралашыу. Магтарға мөрәжәғәт итеү.
МАГ II [рус.] (Р: магистр; И.: ргорһу; Т: magister) и. жарг.
Студенттар телмәрендә ҡулланылған «магистр» һүҙенең ҡыҫҡартылған варианты. □ Сокращённое название слова «магистр» (студенческий жаргон). Маг булыу. Магка тиклем уҡыу. Магтар араһында йәшәү.
МАГАЗИН [рус. < фр. magazin < ғәр. и (Р: магазин; И.: store; shop; T.: dükkan) и.
1. Халыҡҡа кәрәк-яраҡ һата торған сауҙа ойошмаһы һәм шул ойошма урынлашҡан бина. □ Магазин. / Магазинный. Аҙыҡ-түлек магазины. Кейем-Һалым магазины. Универсаль магазин. Китап магазины. Көнкүреш химияһы һатыу магазины. Магазин инвентары. ■ Шул арала Фаил тиҙ-тиҙ генә магазиндарҙы йөрөп сыҡты. Р. Әхмәтов. [Гөлнур:] Кыҙыл ыуылдырыҡ магазинда ла бар. М. Кәрим.
2. махс. Приборҙағы йә аппараттағы бер иш нәмәләрҙе эсенә йыйып, тейешле урынға биреп тороу өсөн ҡулайлаштырылған ҡумта. □ Магазин (специальная коробка в аппарате, приборе для вкладывания, хранения и передачи однородных, одинаковых штучных изделий, частей чего-л.). Фотоаппарат магазины. Автоматтың коробкалы магазины. Автоматтың дискылы магазины. Автоматтың барабанлы магазины.
3. у март. Умартаға өҫтәп ҡуйыла торған йәшник йә рамдар. □ Дополнительные рамы в улье. Умартаға яңы магазин ҡуйыу. Магазин ялғанмаһы. Магазиндар ҡуйыу.
МАГАЗИНСЫ (Р: продавец; И.: shopkeeper; T.: dükkancı) и. һөйл.
1. Магазинда һатыу эшен алып барыусы; кибетсе. □ Продавец. Магазинсы булып эшләү. Магазинсы апайҙан көтөргә алыу. Магазинсы төшкө ашҡа туҡтаны.
2. Магазин хужаһы, шәхси магазин тотоусы. □ Владелец магазина. Магазинсыға әйләнеү. Автозапчастар магазинсыһы. Шәхси эшҡыуар магазинсы.
МАГИК (Р: магический; И.: magic; T.: büyüleyici) с. ҡар. тылсымлы.
140