МАГИСТРАНТ
Сихри көскә эйә булған; тылсымлы. □ Магический. Магик һуҙҙәр. Магик алымдар. Магик һандар. ■ Ирен, тел, тән осо-ноуҙарын да магик ысул менән бөтөрөргә тырышалар. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Шиғри юлдарҙы музыкаға һалыу магик көстө икеләтә арттыра тигән фекер йәшәгән. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
МАГИСТР [рус. < лат. magister ‘түрә, башлыҡ, етәксе’] (Р.: магистр; И.: magister; Т.: master) и.
1. тар. Боронғо Рим һәм Византияла вазифалы кеше һәм титул исеме. □ Магистр (в Древнем Риме и Византии: должностное лицо). Бөйөк магистр. Һыбайлылар магистры.
2. Бакалаврҙан һуң киләһе ғилми дәрәжә һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Магистр (учёная степень после бакалавра). ■ Өфө дәуләт авиация техник университетында 26 йунәлештә бакалаврҙар, 17 йунәлештә магистрҙар әҙерләнә. Башҡортостан календарынан.
3. тар. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә махсус имтихан биреп йә диссертация яҡлап университет йә дини академия бөткән кешегә бирелгән ғилми дәрәжә. □ Магистр (учёная степень в дореволюционной России; лицо, обладавшее такой учёной степенью). К Университет тамамлағас, ул [Руденко] география фәндәре магистры тигән ғилми дәрәжә яҡлай. Т. Сәғитов.
4. тар. Урта быуаттағы монахтар йәки рыцарҙар башлығының титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Магистр (титул главы средневекового, монашеского или рыцарского ордена; лицо, носящее этот титул). ■ Һуғышта ордендыц бөйөк магистры (башлығы) һәм рыцарҙарҙың купселеге һәләк булған. Интернет селтәренән.
МАГИСТРАЛЬ I [рус. < лат. magistralis] (Р: магистраль; И.: leading, main, magistral; T.: anayol) и.
1. Хужалыҡ әһәмиәтенә эйә булған ҙур төп юл; оло юл. □ Магистраль. / Магистральный. Тимер юл магистрале. Мөһим һыу магистрале. Байкал — Амур магистрале. ■ Проект тормошҡа ашырылғас,
Бәләбәйҙән Кумертауға тиклем «1А» класлы яҡтыртылған заманса юғары тиҙлекле магистраль буласаҡ. «Киске Өфө», № 49,
2011. Был ецеуҙән һуң полкты Белоруссияныц Барановичи ҡалаһына кусерәләр һәм Бер-линға бара торған тимер юл магистрален һаҡлауҙы йөкмәтәләр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010. «һамар—Өфө—Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы ауыр йөк машиналары водителдәренә эҫелә юл йөрөуҙец яцы ҡағиҙәләре индерелеуе хаҡында иҫкәртә. «Киске Өфө», № 29, 2012.
2. Ҙур ҡалаларҙағы оҙон киң урам. □ Магистраль (широкая и прямая городская у лица). Ҡаланың яцы магистрале. ■ Яцы стиль менән төҙөлгән бейек йорттарҙан торған был киц магистраль ҡалаға [Берлинға] йәм өҫтәп тора. А. Исмәғилев.
3. Электр, телеграф, телефон, компьютер, канализация, һыу, газ селтәре системаһында төп сым йәки мөһим төп торба. □ Магистраль (основная, главная линия в системе какой-л. коммуникации, сети). Электр магистрале. Компьютер магистраленә тоташыу. Газ магистрале. Нефть магистрале.
МАГИСТРАЛЬ II (Р.: магистральный; И.: magistral, leading, main; T.: ana) c.
1. Төп йүнәлештәге; үҙәк. □ Магистральный. Магистраль газ торбаһы. Магистраль канал. ■ Тәулек буйына эшләнем, иртәгеһенә кис кенә ҡайттым. Магистраль торба ярылғайны. Р. Солтангәрәев.
2. кусм. Төп, мөһим. □ Главный, основной. Магистраль йунәлеш. Магистраль әлкә. ■ Ә бына төп магистраль юлдан ярайһы уҡ ситтә ҡалғандарға.. аралашыу юлындағы барьерҙарҙы утеу купкә ҡатмарлыраҡ. Р. Бикбаев.
МАГИСТРАНТ [рус. < лат. magistratis] (Р: магистрант; И.: magistrand; Т: master) и.
Магистрлыҡҡа имтихан тапшырған, әммә әле магистрлыҡ диссертацияһын яҡламаған кеше. □ Магистрант (лицо, готовящееся защищать диссертацию на соискание учёной степени магистра). / Магистрантский. Студенттарҙың, магистранттарҙыц, аспиранттарҙың һәм йәш уҡытыусыларҙың X республика фәнни-ғәмәли конференция
141