МЕДИУМ
ный. Медальон сылбыры. Медальон тағыу. Балалар медальоны. ■ Республика халҡы «шифалы» медальондарға интернет аша заказ биргән булған. «Киске Өфө», № 28, 2012.
МЕДБРАТ [рус. медицинский брат] (Р.: медбрат; И.: nurse boy; T.: hastabakıcı) и. мед.
Дауалау учреждениеларында эшләгән махсус урта белемле ир-ат хеҙмәткәр. □ Медбрат. Медбрат булып эшләу. Дежур итеусе медбрат.
МЕДВЕДКА [рус.] (Р.: медведка; И.: punching press; T.: zımba presi) и. диал.
1. Тишеү пресы. □ Медведка; пресс прокалывания, пресс пробивания. Медведка ярҙамында ағас быраулау. Медведка менән таҡта тишеу.
2. Ағас әйберҙәрҙең өҫтөн юнып шымарта торған ҡорал; йышҡы. □ Рубанок. Медведка менән йышыу. Медведка менән иҙән шымартыу. Медведка һабы.
МЕДИА [рус. < ингл. media] и. ҡар. массмедиа. Медиа мәғлумәттәре. Медиа аша халыҡты иҫкәртеу.
МЕДИАНА [рус. < лат. mediana ‘урта’] (Р: медиана; И.: median; T: kenarortay) и. геом.
Өсмөйөштөң түбәһенән ҡаршы яҡтың уртаһына үткәрелгән тура һыҙыҡ. □ Медиана. Медиана уткәреу. Медиана һыҙыу.
МЕДИАТОР I [рус. < лат. mediator ‘аралаштырыусы’] (Р: медиатор; И.: mediator; Т: mızrap) и. муз.
Ҡыллы музыка инструменттарында сиртеп уйнау өсөн ҡулланылған осло башлы пластинка. □ Медиатор (в музыкальных инструментах). Мандолина медиаторы. Гитара медиаторы. М «Аяҡ бармаҡтары араһына медиатор ҡыҫтырып, мандолин уйнай торған әкәмәт шаян Шәйехзада Бабич тигән шәкерт бына шул була инде», — тине Сабит. С. Ҡудаш.
МЕДИАТОР II [рус. < лат. mediator] (Р: медиатор; И.: mediator; T: mediyatör) и. инф.
Компьютерҙы ҡабыҙып һүндергәндә мәғлүмәтте һаҡлауҙы тәьмин итеүсе мөһим процесс. □ Медиатор (в компьютере). Ком -пьютер медиаторы.
МЕДИАТОР III [рус. < лат. mediator] (Р: медиатор; И.: mediator; T.: aracı) и. махс.
Бәхәс, конфликтты хәл иткәндәге өсөнсө нейтраль кеше; яраштырыусы, аралашсы. □ Медиатор (третье нейтральное лицо, посредник, примиритель, помогающий сторонам разрешить имеющийся конфликт, спор). Медиатор ярҙамында бәхәсте хәл итеу. Медиатор ҡатнашыуы. Медиатор саҡыртыу.
МЕДИК (медигы) [рус. < лат. medicus] (Р: медик; И.: doctor; T.: tıp adamı) и. һөйл.
Медицина буйынса белгес. □ Медик. Медиктар кәцәшмәһе. Медиктар оперативкаһы. М Компьютерҙарҙың тәуге быуыны, монитор һәм системалы блок янында нурланыу кимәле көслө булғанлыҡтан, медиктарҙа шулай уҡ хәуефләнеу тыуҙыра ине. «Киске Өфө», № 38,2012.
МЕДИКАМЕНТ [рус. < лат. medicamentum] (Р: медикаменты; И.: medicine, medicament; T.: ilaç) и. мед. ҡар. дарыу.
Ауырыуҙы дауалау өсөн файҙаланылған шыйыҡ йәки онтаҡ матдә. □ Медикаменты. Медикаменттар булеу. Медикаменттар менән һатыу итеу. М Был карта [мәрхәмәтлек карталары] буйынса эшһеҙҙәр, аҙ тәьмин ителгән һәм куп балалы ғаилә ағзалары, студенттар аҙыҡ-тулек йыйылмаһы, медикаменттар аласаҡ. Интернет селтәренән.
МЕДИТАЦИЯ [рус. < лат. meditatio ‘уйланыу, фекер йөрөтөү’] (Р: медитация; И.: meditation; T.: meditasyon) и.
Дауаланыу һәм профилактик маҡсатта үткәрелгән психик күнекмәләр алымы. □ Медитация. Ауырыуға дөрөҫ медитация уткәреу ярҙам итте. Медитация алымы менән һауыҡтырыу. М Медитация һәм тын алыуҙы контролләу ысулдары иҫәбенә йога-лар туҙгеһеҙ физик ауыртыныуға ла сыҙай һәм оҙаҡ ваҡыт ашамай, йоҡламай йәшәй ала. «Киске Өфө», № 10,2012.
МЕДИУМ [рус. < лат. medium] (Р: медиум; И.: medium; T.: medyum) и.
245