Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 246 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕДИЦИНА
1. Кешеләр, әруахтар, йәндәр менән аралашсы. □ Медиум. Медиумға мөрәжәғәт итеу. Медиум фараздары. Медиум кәңәше. Медиум серҙәре.
2. Парапсихологияла: үтә һиҙгер кеше; экстрасенс. □ Медиум. Медиум курәҙәһе. Медиумдың махсус алымдары. Медиум һабаҡтары. Медиум һәләте.
МЕДИЦИНА [рус. < лат. medicina] (Р.: медицина; И.: medicine; T.: tıp) и. мед.
Төрлө ауырыуҙар, уларҙы булдырмау һәм дауалау юлдары тураһындағы ғилемдәр һәм ғәмәли саралар йыйылмаһы. □ Медицина. / Медицинский. Эксперименталь медицина. Медицина ярҙамы. Медицина институты. Халыҡ медицинаһы. М Бөгөн медицина фәне ҡымыҙҙың файҙалы сифаттарын раҫлаусы әллә купме эксперименталь һәм клиник тикшеренеуҙәр һөҙөмтәләренә ирешкән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
МЕДИЦИНА МАГНИТЫ (Р: медицинский магнит; И.: medical magnet; T: mıknatıs) и. мед.
Тәнгә эләккән тимер, ҡорос ярсыҡтарын сығарыу приборы. □ Медицинский магнит. Медицина магниттарын ҡулланыу. Медицина магниттарын дезинфекциялау.
МЕДКОМИССИЯ [рус. медицинская комиссия} (Р: медкомиссия; И.: medical examination; T: muayene) и.
Кешенең һаулығын тикшерә торған комиссия. □ Медкомиссия. Медкомиссия утеу. Медкомиссияға барыу. ■ Дуртөйлөнән Бөйөк Ватан һуғышына киткән 50 ҡыҙ ҙа (те-уәлерәге, улар 48 була — Өфөлә икәуһе медкомиссия утә алмай) ҡот осмалы ғәрәсәттән иҫән-имен сыға. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,2010.
МЕДПУНКТ [рус. медицинский пункт} (Р: медпункт; И.: first-aid post; surgery; aid station; T: muayenehane) и. мед.
Медицина ярҙамы күрһәтә торған махсус урын. □ Медпункт. Медпункт мөдире. Медпункт асыу. Медпунктта эшләу. М Ауылда ололар, ауырыуҙар куп, медпунктыбыҙ ҙа,
фельдшерыбыҙ ҙа бар ине, хәҙер килеп уны ябалар. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
МЕДСАНБАТ [рус. медико-санитарный батальон} (Р: медсанбат; И.: medical (and sanitary) battalion; T: sıhhiye bölüğü) и. хәрби.
Медицина һәм санитария батальоны, шул батальондың медицина пункты.
□ Медсанбат. Медсанбатҡа барыу. Медсанбатҡа мөрәжәғәт итеу.
МЕДСЕСТРА [рус. медицинская сестра} (Р: медсестра; И.: nurse; T: hemşire) и. мед. ҡар. шәфҡәт туташы.
Дауалау учреждениеларында эшләгән махсус урта белемле ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәр.
□ Медсестра. Балалар медсестраһы. Медсестралар кәңәшмәһе. ■ Инде медсестра ҡыҙыҡай, бармағын спирт менән мазуттан таҙартып, йод ҡына һөртә башлағайны, машина ҡысҡыртҡаны ишетелде. Медсестраны аптыратып, бинт менән бәйләуен дә көтмәйенсә, сығып йугерҙе Зөфәр. Д. Бүләков.
МЕДУЗА [рус. < гр. Medusa} (Р: медуза; И.: jelly-fish, medusa; T.: medüz) и. зоол.
Ҡойҡа һымаҡ йомшаҡ тәнле, һәрмәүесле диңгеҙ йәнлеге. □ Медуза. Медузалар кургәҙмәһе. ■ Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, быяла банка эсендә ҡатырылған крабты, спиртҡа һалынған медузаны ҡаранылар. 3. Биишева.
МЕДЭСКАДРОН [рус. медицинский эскадрон} (Р: медэскадрон; И.: medical (cavalry) squadron; T.: sağlık bölüğü) и. хәрби.
Кавалериялағы медицина бүлексәһе.
□ Медэскадрон. Медэскандронғамөрәжәғәт итеу. Медэскадронда ярҙам алыу.
МЕЖА [рус.] (Р: межа; И.: balk; boundary path; T.: tarla sınırı) и. a. х. ҡар. ыҙан.
1. Ерҙе бүлгән сик. □ Межа. / Межевой. Межа уткәреу. Межа ярыу. Межа бағаналары. ■ Роман межа уткән йылға, тау, ялан исемдәрен яҙып йөрөй, сикте белдереп ултыртылған бағаналарға тейешле һанды һуға. Н. Мусин. Межа ҡыуаҡ һигеҙ
246