Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 247 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕЗОНИНЛЫ
талын, яным ай, ҡырҡып алдым уҡ-һаҙаҡҡа, яным ай. «Билал менән Дүсән» эпосынан.
2. Баҫыуҙа һөрөлмәй ҡалған тар ғына ер. □ Межа (невспаханное поле, отрезок земли). ■ Ер башындағы межа менән баҫыу һыртына тиклем күтәрелдем. М. Кәримов.
МЕЖАЛАНЫУ (межалан-) ҡ. төш. ҡар. межалау, страд, от межалау. Межалан-ған сөгөлдөр баҫыуы. Межаланған бесәнлек. ■ Өршәк буйы башҡорттары ҡеүәтле мең ҡәбиләһенең меркет-мең, өршәк-мең ырыуҙарына ҡарай. Аҙаҡ меркет-мең ырыуы биләмәләре ырыуҙаш 12 ауыл араһында бүленеп межалана. Интернет селтәренән.
МЕЖАЛАТЫУ (межалат-) ҡ. йөкм. ҡар. межалау, понуд. от межалау. Межалатып сығыу. Межалатып бөтөү. Межалата башлау.
МЕЖАЛАУ (межала-) (Р.: межевать; И.: (land) survey; establish the boundaries; T: sınır çekmek) ҡ. ҡар. ыҙанлау.
Ерҙе межалар менән бүлеү, сиген билдәләү. □ Межевать. // Межевание. Межалап алыу. Межалап ҡуйыу. Яланды межалау. Баҫыуҙарҙы межалау. Урмандарҙы межалау. М Шулай итеп, «Генераль межалауға иҡтисади иҫкәрмәләр »ҙең барлыҡ өлөштәре лә Башҡортостан топонимияһы буйынса баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт сығанаҡ булып тора. А. Камалов.
МЕЖА ҮТКӘРЕҮСЕ (Р.: межевик; И.: (land) surveyor; T.: sınır çekici kimse) u.
Баҫыу-ҡырҙарҙы үлсәп бүлеп йөрөүсе. □ Межевик. Межа үткәреүсе үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Межа үткәреүсе эшен башланы. Межа үткәреүсе ҡорамалы.
МЕЖГЕҮ (Р.: мелочный; И.: small-minded, petty; T.: dar görüşlü) с. диал. ҡар. ваҡсыл.
Кәрәкмәгән ваҡ нәмәләргә лә иғтибар итеүсән; ваҡ һүҙле. □ Мелочный. Межгеү ҡарсыҡ. Межгеү кеше менән эш ырамай.
МЕЖЕК с. диал. ҡар. мыштыр. Межек ҡатын. Межек бала. Шул ҡәҙәре межек әҙәм булыр икән.
МЕЗАЛЬЯНС [рус. < фр. mesalliance] (Р.: мезальянс; И.: mismarrige; T.: dengi olamayan biri ile evlenme) и.
Түбән социаль төркөм кешеһе менән никахҡа инеү күренеше. □ Мезальянс. Мезальянс хәле. Мезальянсҡа юл ҡуймау.
МЕЗ БУЛЫУ (мез бул-) ҡ. диал. ҡар. оятҡа ҡалыу. Мез була яҙҙыҡ. Мез булып ҡуймағыҙ.
МЕЗОЗОЙ [рус. < гр. mesos ‘урта’ + zöe ‘тормош’] (Р: мезозой; И.: the Mesozoic era; T: Mezozoik Zaman) и. геол.
Ерҙең геологик тарихында палеозой менән кайнозой араһында торған дүртенсе дәүер. □ Мезозой. / Мезозойский. Мезозой дәүере. Мезозой осоро. Мезозой ҡатламы.
МЕЗОКЛИМАТ [рус. < гр. mesos ‘урта’ + klima ‘эйелеш’] (Р.: мезоклимат; И.: mesoclimate; T: yerel iklim) и.
Урындағы йәки тик бер урынға ғына хас климат. □ Мезоклимат. Мезоклимат барометры. Мезоклимат өсөн метеостанция төҙөү. Мезоклимат шарттары.
МЕЗОЛИТ [рус. < гр. mesos ‘урта’ + lithos ‘таш’] (Р.: мезолит; И.: Mesolithic; T: Orta Taş Çağı) и. геол.
Ерҙең геологик тарихындағы палеолит менән неолит араһында торған урта таш быуат дәүере. □ Мезолит. К Улар [«Урал батыр» эпосындағы ваҡиғалар] беҙҙең эраға саҡлы VIII— VII меңйыллыҡтар булған боронғо таш быуаттан (палеолиттан) яңы таш быуатҡа (мезолитҡа) күсеү осорон сағылдыра булһа кәрәк. «Ағиҙел», № 10, 2008.
МЕЗОНИН [рус. < ит. mezzanino ‘ярым ҡат’] (Р: мезонин; И.: attic storey (above the central part of a building)-, T: çatı katı) и. ҡар. сарлаҡ.
Өйҙөң урта өлөшөнә өҫтәп һалынған икенсе ҡат рәүешендәге бәләкәй генә ҡоролма. □ Мезонин. / Мезонинный. Йортҡа мезонин эшләтеү. Мезонинды семәрләп биҙәү. Мезонинда гөлдәр үҫтереү.
МЕЗОНИНЛЫ (Р: с мезонином; И.: with an attic storey; T: çatı katı olan) c.
247