МЕКЕРЛӘШЕҮ
■ Өләсәйем гел генә, йәшен атмаһын тип, мейес ябыуын тығып ҡуя торғайны. Экспедиция материалдарынан.
МЕЙЕС ЯҒЫУСЫ и. ҡар. мейессе 2.
■ Мейес яғыусы ла булмағас, өйҙә һалҡын. Р. Вәлиев.
МЕЙЕ ТАЙПЫЛЫУ и. ҡар. мейе ауыу.
■ Мейе тайпылыу булғанда, мейе үлсәп, шул епте түңәрәккә элеп китһәң, баш ауыртыуы бөтә. Башҡорт мифологияһынан.
МЕЙЕ ТОМАЛАНЫУ (мейе томалан-) (Р.: затуманиваться (о сознании)', И.: become misted; T.: bayılmak) ҡ.
Аң томаланыу; уйлау, фекерләү һәләте кәмеү, иҫ юйылыу. □ Затуманиваться (о сознании). Баш бәрелгәндән һуң мейе томаланды. Ҡаты ауырыуҙан һуң мейеһе томаланып бер булды.
МЕЙЕ ТӨҘӘТЕҮ и. миф. ҡар. мейе ҡағыу. ■ Мейе төҙәтеү өсөн имсе башты таҫтамал менән уратып һул ҡулы менән: «Урыныңа ултыр, төҙәл!» — тип шуға һуға. Башҡорт мифологияһынан.
МЕЙЕ ТӨШӨҮ (Р: сотрясение мозга; И.: concussion of the brain; T: beyin sarsıntısı) и.
Баш һөйәгенең, мейе тамырҙарының йә-рәхәтләнеүе; мейенең ҡуҙғалыуы, һелкенеүе. □ Сотрясение мозга. Мейе төшөүенән им-том. ■ Мейе төшһә, әпсен әйтеп урынына ултырталар. Экспедиция материалдарынан.
МЕЙЕ УЛТЫРТЫУ и. этн. ҡар. мейе ҡағыу. Мейе ултыртыуҙы белгән әбей.
■ Быуманы мейе ултыртып та имләйҙәр ине. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
МЕЙЕ ҮЛСӘҮ (Р: магический способ лечения головной боли с помощью разрезанных на мелкие отрезки ниток; И.: magical way of healing; T.: baş ağrısını büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Баш ауыртҡанда мейене еп менән уратып имләү ысулы. □ Магический способ лечения головной боли с помощью разрезанных на мелкие куски ниток, доел. Измерение мозга. Мейе үлсәү менән бәйле әпсен
дәр. ■ Баш ауыртһа, мейе үлсәп, бауҙы ваҡ ҡына итеп ҡырҡҡылап ташлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
МЕЙЕҺЕҘ (Р: беспамятный; безмозглый; И.: forgetful; brainless; T: beyinsiz) c. һөйл.
1. Тиҙ онотоусан, хәтерһеҙ. □ Беспамятный, забывчивый. Мейеһеҙ булыу. Мейеһеҙ ҡарсыҡ. Мейеһеҙ ҡарт. Мейеһеҙгә әйләнеү.
2. күсм. Тиҙ генә аңлай алмай торған, мәшәү. □ Безмозглый, бестолковый. Ауырыуҙан мейеһеҙ булып ҡалды.
МЕЙЕ ҺЕЛКЕНЕҮ и. ҡар. мейе төшөү.
Мейе һелкенеүҙән зәғифләнеп ҡалыу.
МЕЙЕ ӘПСЕНЕ (Р: заговор от головной боли; И.: spell against headache; T: baş ağrısından büyülü sözler) и. этн.
Мейене имләгәндә әйтелә торған әпсен. □ Заговор от головной боли. ■ Мейе әпсене ошолайыраҡ әйтелә: «Мейе ҡайпылды, үҙ эйәренә йәйпелде. Һин дә төш, мөйөшкә боҫ, шөшкә төш». «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
МЕЙЛ [рус. < ингл. e-mail] (Р: электронная почта; И.: e-mail; T: e-posta) и. инф.
Шәхси электрон хаттар яҙыу, алыу өсөн тәғәйенләнгән почта. □ Электронная почта, мейл. Мейл аша хат ебәреү. Минең мейлға хат яҙ. Отчётты мейл аша ебәреү. ■ Мей-лым шул уҡ, үҙгәрмәне. Интернет селтәренән.
МЕКЕР I (Р: жадный; И.: greedy; T: açgözlü) с. диал. ҡар. һаран.
Үҙ нәмәһен кешегә бирергә ҡыҙғаныусан, ҡулдан ебәрмәҫкә тырышыусан. □ Жадный. Мекер кеше. Мекер әҙәм. Мекер булыу.
МЕКЕР II с. диал. ҡар. мығырҙаҡ. Мекер ҡатын. Мекер бабай.
МЕКЕРЛӘҮ (мекерлә-) ҡ. ҡар. мыҡырлау. Келәт яғында кәзә мекерләгән тауыш сыға.
МЕКЕРЛӘШЕҮ (мекерләш-) ҡ. ҡар. мы-ҡырлашыу. Кәзә бәрәстәренең мекерләшеп, тыпыр-тыпыр йүгерешкәне ишетелде. Ме-керләшә башлау. Мекерләшеп йөрөү.
251