МЕКЕР-МЕКЕР
МЕКЕР-МЕКЕР оҡш. ҡар. мыҡыр-мыҡыр. Лапаҫ эсенән мекер-мекер иткән кәзә тауышы ишетелеп ҡала.
МЕКЕТӘ (Р.: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) и. диал.
Бик бәләкәй кәүҙәле кеше; кәрлә; иргәйел. □ Карлик, пигмей, лилипут. / Карликовый. Циркта сығыш яһаусы мекетәләр. Мекетәләр номеры. Әкиәттәге мекетәләр иле.
МЕКСИКАН (Р.: мексиканец; И.: Mexican; T.: Meksikalı) и. этн.
Мексиканың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Мексиканец. / Мексиканский. Мексикан менән аралашыу. Мексикан менән хеҙмәттәшлек итеу. Мексикан бейеуе. Мексикан ҡыҙҙары. Мексикан ере.
МЕЛАНЖ [рус. < фр. melange] (Р: меланж; И.: melange; T.: katışım) и. махс.
Төрлө төҫтәге төрлө нәмәнән иләнгән еп һәм шул ептән һуғылған туҡыма. □ Меланж. / Меланжевый. Меланж кофта. Меланж туҡыма. Меланж еп. Меланж ҡушып бейәләй бәйләу.
МЕЛАНОМА [рус. < гр. melas, melanos ‘ҡара’ + ота] (Р: меланома; И.: melanoma; Т: melanom) и. мед.
Тире менән бәйле яман шеш. □ Меланома. Меланома менән яфаланыу. Меланомаға ҡаршы профилактика. Меланоманан һаҡланыу саралары.
МЕЛАНХОЛИК I (меланхолигы) [рус.< гр. melaina сһо1ё ‘ҡара үт’] (Р: меланхолик; И.: melancholic person; T: melankolik adam) и.
Меланхолияға бирелеүсән кеше. □ Меланхолик. Меланхолик булыу. ■ Гиппократ билдәләгән дурт темпераменттың береһе — меланхолик. Интернет селтәренән.
МЕЛАНХОЛИК II (Р: меланхолический; И.: melancholic; T: melankolili) с.
Меланхолияға хас сифаттар менән билдәле. □ Меланхолический. Меланхолик кеше. Меланхолик характер. Меланхолик кәйеф. Н Николай Григорьевич әйтмешләй, минең ише меланхолик, сентименталь ҡатын да
сығырынан сыҡҡас. Ошо бәлә алдында бетә нәмә ваҡ, буш һымаҡ. Р. Камал.
МЕЛАНХОЛИЯ [рус. < гр. melaina chole ‘ҡара үт’] (Р: меланхолия; И.: melancholy, spleen; melancholia; T: melankoli) и. мед.
1. Күңел төшөнкөлөгө, эс бошоу, һағыш. □ Меланхолия (хандра, тоска, депрессия). Меланхолияға бирелеу. Меланхолиянан арыныу.
2. Сәбәпһеҙгә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән, бер нәмә, идея менән һаташыу сәбәпле психиканың боҙолоуы. □ Меланхолия (нарушение психики из-за какой-л. навязчивой идеи). Меланхолияға бирелеу. Меланхолиянан дауа. Меланхолиянан сығыу ысулдары.
МЕЛЕ (Р: малёк; И.: fry, hatchling; T: balık yavrusu) и. зоол. диал. ҡар. селбәрә.
Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; йотҡолоҡ. □ Малёк. Меле һөҙөу. Йомро сабаҡ мелеләре. Меле көтөуе.
МЕ Л ЕК (мелеге) (Р: головастик; И.: tadpole; T: iribaş) и. зоол. диал. ҡар. сүмесбаш.
1. Баҡа балаһы; эт балыҡ. □ Головастик. Кул мелектәре. Ямғыр һыуындағы мелектәр. Мелек баҡаға әйләнә.
2. ҡар. меле. Мелек тотоу. Мелек һөҙөу. Мелек көтөуе. Ялтыр сабаҡ мелектәре.
МЕЛЕМ ҠЫУЫУ (мелем ҡыу) (Р: сплавлять плот; И.: drive; T: tomruk yüzdürmek) ҡ. диал.
Ҡырҡылған ағасты йәки ҡыуғынды һыуға төшөрөп ағыҙып ҡыуыу; һал ағыҙыу, ҡыуғын ҡыуыу. □ Сплавлять плот. // Сплав, моль, сгон. Еҙемдән мелем ҡыуыу. Нөгөш буйлап мелем ҡыуғандар. Н Элек ауыл халҡы ағас ҡырҡып, мелем ҡыуыу менән көн курҙе. Экспедиция материалдарынан.
МЕЛИОРАТИВ (Р: мелиоративный; И.: land reclamation / improvement; T: meliyora-syon) c.
Мелиорацияға мөнәсәбәтле. □ Мелиоративный. Мелиоратив эштәр. Мелиоратив юлменәнерэшкәртеу. М Урмандарҙы аяҡҡа баҫтырыу, ағастар яҡшы уҫһен өсөн, тупраҡ
252