МЕЛОДРАМА
структураһын үҙгәртеүсе мелиоратив саралар үткәреү.. кадрҙар менән тәьмин ителгән хужалыҡ тарафынан ғына тормошҡа ашырыла ала. Н. Мусин.
МЕЛИОРАТОР [рус. < лат. melioratio] (Р.: мелиоратор; И.: land reclamation expert; T.: meliyorasyon uzmanı) u.
Мелиорация өлкәһендәге белгес. □ Мелиоратор. Мелиораторҙар кәңәшмәһе. Мелиораторҙар өсөн ҡулланма. ■ Бына әле һис кемгә кәрәкмәгән Атбатҡан төбәгендә киптереү эштәре башлап ебәреү өсөн мелиораторҙарҙы үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Д. Бүләков.
МЕЛИОРАЦИЯ [рус. < лат. melioratio] (Р.: мелиорация; И.: land reclamation / improvement / melioration; T.: meliyorasyon) и.
Ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар йыйымы (тупраҡты яҡшыртыу, һаҙлыҡтарҙы киптереү, ҡоро урындарҙы һуғарыу һ. б.). □ Мелиорация. / Мелиоративный, мелиорационный. Мелиорация эше. Мелиорация үткәреү. ■ Председатель хәҙер планда ҡаралмаған мелиорация эштәренә үҙе теләгәнсә аҡса тотона ала. Нуриханов шуға күңелләнеп ултыра ине, буғай. Д. Бүләков.
МЕЛИОРАЦИЯЛАУ (мелиорацияла-) (Р.: мелиорировать; И.: meliorate; T.: toprak ıslah işleri) ҡ.
Ерҙең уңдырышлығын күтәреү, яҡшыртыу. □ Мелиорировать. // Мелиорация. Баҫыуҙарҙы мелиорациялау. һаҙлыҡтарҙы мелиорациялау. Байтаҡ сәсеүлектәр мелио-рацияланды.
МЕЛИССА [рус. < гр. melissa ‘бал’] (Р.: мелисса; И.: mint species; T.: melisa) и. бот.
Эфир майлы, баллы һәм хуш еҫле күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Мелисса (лат. Melissa officinalis). Мелисса еҫе аңҡый.
МЕЛОДИКА [рус. < гр. melödikos ‘мелодик’] (Р.: мелодика; И.: melodics; T.: melodi) и. сәнғ.
1. Көй тураһындағы тәғлимәт. □ Мелодика (учение о мелодии). Мелодика дәресе.
Мелодика ғилеме. Мелодика фәненең маҡсаттары.
2. муз. Айырым композиторҙың йәки халыҡтың ижадына, берәй музыкаль әҫәргә, жанрға хас көй саралары йыйылмаһы. □ Мелодика (совокупность мелодических средств; сборник определённого композитора или музыкального жанра). Салауат Ни-заметдинов мелодикаһы. Башҡорт халыҡ йырҙары мелодикаһы. Оҙон көй мелодикаһын өйрәнеү.
3. лингв. Телдең тональ саралары. □ Мелодика. ■ Силлабикаға ҡоролған төрки телле шиғырҙарҙа ла хатта үҙенсәлекле мелодика була. К. Әхмәтйәнов.
МЕЛОДИЯ [рус. < гр. melödia ‘көй’] (Р: мелодия; И.: melody; T: melodi) и. муз.
Бер бөтөн йөкмәткегә эйә булған аһәңле тауыштар теҙмәһе; көй. □ Мелодия. / Мелодический. Йырҙың мелодия төҙөлөшө. Вальс мелодияһы. ■ Башҡорттоң оҙон көйҙәренә ҡарата был күренеш [көйҙө күп тапҡыр тәҡрарлау] айырыуса ныҡ тура килә: хәҙерге концерттарҙа «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Бейеш», «Урал» кеүек йырҙарҙың берәр куплеты ғына башҡарылыуы тиктәҫкә түгел. Мелодияның ошо хосусиәте, әлбиттә, текста ваҡиғалар хаҡында эҙмә-эҙлекле итеп хикәйәләүгә юл ҡуймай. К. Әхмәтйәнов.
МЕЛОДРАМА [рус. < гр. melos ‘йыр’ + drama ‘хәрәкәт’] (Р: мелодрама; И.: melodrama; T.: melodram) и. сәнғ.
1. Монолог һәм диалогтар йыр менән музыка ҡатнашлығында алып барыла торған музыкаль драма әҫәре. □ Мелодрама. Мелодрама авторы. Мелодрама ҡуйыу. Мелодрамала уйнау. Мелодрама сюжеты. Мелодрама йөкмәткеһе. Мелодраманың музыкаль үҙенсәлеге.
2. Ғәҙәттән тыш көсөргәнешле ваҡиғаларҙы, көслө тойғоларҙы сағылдырыуға, яманлыҡ менән яҡшылыҡты ҡаршы ҡуйыуға ҡоролған драматик жанр һәм шул жанрҙа яҙылған әҫәр. □ Мелодрама. Мелодрамаға хас сюжет. Күп сериялы мелодрама. ■ Персонаждары фәрештә кеүек ыңғайҙарға һәм
253