Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 254 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕЛОДРАМАТИК
үтә яуыздарға киҫкен рәүештә бүленгән һәм геройҙарҙың, яҙмышын хәл итеүҙә осраҡ-лылыҡ ҙур урын тотҡан әҫәрҙәр мелодрама була. К. Әхмәтйәнов.
3. күсм. Урынһыҙ фажиғәлелек, яһалмалылыҡ менән айырылып торған ваҡиға, хис, кисерештәр. □ Мелодрама. Мелодрамаға әй-ләндереп ебәреү. Мелодрама яһау. Мелодрама хәленә еткереп һөйләү.
МЕЛОДРАМАТИК (Р.: мелодраматичный; И.: melodramatic; T.: melodram tarzında) с.
Мелодрамаға нигеҙләнгән. □ Мелодраматичный, мелодраматический. Мелодраматик әҫәр. Мелодраматик сюжет. Мелодраматик роль.
МЕЛОМАН [рус. < гр. melos ‘йыр’ + mania ‘аҡылһыҙлыҡ’] (Р: меломан; И.: music lover; T.: meloman) и.
Музыка һәм йыр һөйөүсе, улар менән үтә ныҡ мауығыусы. □ Меломан. Меломан булыу. Бер төркөм меломандар. Меломандарға хас һыҙат.
МЕЛОМАНИЯ [рус. < гр. melos ‘йыр’ + mania ‘аҡылһыҙлыҡ’] (Р: меломания; И.: melomania; T.: musikiye aşırı düşkünlük) и.
Музыка һәм йырға артыҡ әүәҫлек. □ Меломания. Меломанияға бирелгән. ■ Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә меломания күренеше күҙәтелә. Интернет селтәренән.
МЕЛОН [рус. < гр. melon ‘алма’] (Р: ме-лон; И.: added dividend; T.: kâr payı) и.
Артыҡ ҙур табыштың йә төшөмдөң таратып биреү йә бүлешеп алыу өсөн тәғәйен өлөшө; ҙур өҫтәмә дивиденд. □ Мелон. Ме-лонға эйә булыу. Мелон алыу. Мелон бүлешеү. Мелон күләме.
МЕЛЬХИОР [рус. < нем. melchior < фр. Maillot-Chorier] (Р: мельхиор; И.: German silver, nickel silver, cupronickel; T.: almangümüşü) и. ҡар. ырыҡта.
Баҡыр менән никелдән торған көмөшкә оҡшаш иретмә. □ Мельхиор. / Мельхиоровый. Мельхиор ҡалаҡ. Мельхиор тәрилкәләр. Мельхиорҙан ҡойолған беләҙектәр. Мельхиор составы. ■ Бик матур, үҙенсәлекле был биҙәүес [муйынса] көмөш һәм мельхиорҙан
яһалып, аҡыҡ ҡаш менән биҙәлгән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
МЕМБРАНА [рус. < лат. membrana ‘тиресә4] (Р: мембрана; И.: membrane; T.: mem-ran) и.
1. Тартылғанда ҡаты тығыҙ хәлгә килгән һығылмалы йоҡа яры (тауыш сығарыу йәки ҡабул итеү өсөн төрлө аппараттарҙа ҡулланыла). □ Мембрана. Телефон мембранаһы. Микрофон мембранаһы.
2. тех. Үҙенән-үҙе тартылып, һығылып, тирбәлә алған йоҡа ғына һығылмалы пластинка. □ Мембрана. Тормоз мембранаһы. Сигнал мембранаһы.
МЕМБРАНАЛЫ (Р: мембранный; И.: membrane; T: memranlı) с.
Мембранаһы булған. □ Мембранный. Мембраналы насос. Мембраналы тормоз.
МЕМОРАНДУМ [рус. < лат. memorandum] (Р: меморандум; И.: memorandum; Т.: memorandum) и.
1. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡарата хөкүмәттең ҡарашы белдереп яҙылған дипломатик документ. □ Меморандум. Меморандум ебәреү. Һайлау алды меморандумы. Меморандум яҙыу. Меморандум ҡабул итеү.
2. Дипломатик мәсьәләнең юридик һәм документаль яғын яҡтыртҡан, ҡайһы бер саҡта нотаға (II) ҡушып ебәрелгән документ. □ Меморандум. Меморандумдағы талаптар. Меморандум өлөшөндә яҙылған өҫтәмәләр. Меморандумдың ҡаралама варианты. Меморандумға ҡул ҡуйыу тантанаһы.
3. Страховкалау полисында страховка ҡаралмаған хәүефтәр исемлеге. □ Меморандум. Меморандумға иғтибар итегеҙ. Меморандумға төҙәтмәләр индереү.
МЕМОРИАЛ [рус. < лат. memorialis ‘иҫтәлек, иҫтәлекле’] (Р: мемориал; И.: memorial; T.: anıt) и.
1. Ниндәйҙер тарихи ваҡиға йәки атаҡлы кешенең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн эшләнгән архитектура ҡоролмаһы. □ Мемориал. Мемориал төҙөү. Мемориал асыу.
2. Күренекле спортсылар иҫтәлегенә бағышланған спорт ярышы. □ Мемориал (спортивное соревнование, посвящённое памяти известных спортсменов). Бер туған
254