Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 255 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕНГЕ
Знаменскийҙар мемориалы. Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә мемориал.
3. И. Сталин заманында репрессиялан-ғандарҙы мәңгеләштереү буйынса ойошма.
□ Мемориал. Мемориал ҡарары. Мемориал тәҡдиме. Мемориал вәкиле.
МЕМОРИАЛЬ (Р.: мемориальный; И.: memorial; T.: anıt) с.
Данлыҡлы ваҡиғаның, күренекле кешенең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында эшләнгән. □ Мемориальный. Мемориаль йорт-музей. ■ Әлеге ваҡытта [М. Буранғолов ] сәсәндең туғандары йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. «Киске Өфө», №41, 2011. Мамай курганындағы «Ватан-Әсә» мемориаль комплексы хаҡында йыш яҙалар, фотоһын баҫалар. Г. Яҡупова.
МЕМУХР I [рус. мемуары < фр. memoir} (Р.: мемуары; И.: memoirs; T.: anı yazısı) и. әҙ.
Хәтирәләр рәүешендә яҙылған әҫәр.
□ Мемуары. Мемуар яҙыу. Мемуар баҫтырыу. ■ Мемуарҙар, көндәлектәр, автобиографик яҙмалар, хәтирәләр ни өсөн ҡыҙыҡһынып уҡыла? Ана шул ихлас, асыҡтан-асыҡ яҙылғаны өсөн. Ә. Әминев.
МЕМУАР II (Р: мемуарный; И.: pertaining to memoirs; memorial; T.: otobiyografik) с.
Мемуарға мөнәсәбәтле; хәтирәләргә нигеҙле, хәтирәләр рәүешендәге. □ Мемуарный. Мемуар әҙәбиәт. Мемуар әҫәр. ■ Замандаштарының, ырыу аҡһаҡалдарының, сәсәндәренең хәтирәләренә нигеҙләнеп төҙөлгән шәжәрәләр мемуар әҙәбиәткә яҡын тора. «Ағиҙел», № 9, 2008. Мәжит Ғафури менән тығыҙ аралашыуҙың яҡты биттәре Сәйфи Ҡудаштың мемуар характерҙағы «Яҙҙы ҡаршылағанда», «Онотолмаҫ минуттар», «Йәшлек эҙҙәре буйлап» әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Ф. Күзбәков.
МЕМУАРИСТ [рус.] и. ҡар. мемуарсы. Куренекле мемуарист. Мемуарист яҙмалары.
МЕМУАРИСТИКА [рус.] (Р: мемуаристика; И.: autobiography, memoirs; T.: otobiyografi eserler) и. әҙ.
Мемуар характерҙағы әҫәрҙәр. □ Мемуаристика. Мемуаристика менән булышыу. Башҡорт әҙәбиәтендәге мемуаристика.
■ Тарихи документаль әҫәрҙәргә, мемуарис-тикаға иғтибарҙың артыуы ла йәмғиәттәге рухи эҙләнеуҙәрҙе, тарихи хәтерҙең тәрәнәйеуен, милли уҙаңдың уҫешен сағылдыра. Р. Бикбаев.
МЕМУАРСЫ (Р: мемуарист; И.: author of memoirs; T.: anıcı) и.
Мемуар яҙыусы. □ Мемуарист. Мемуарсы әҙип. Билдәле мемуарсы юбилейы. Мемуарсы булып танылыу.
МЕН I (Р: недостаток; дефект; И.: shortcoming; drawback; T.: beden özürleri) и.
Етешһеҙлек, кәмселек (тәнгә ҡарата). □ Недостаток, дефект. Битен мен баҫҡан. Мен менән яфаланыу. Менде имләу. Мендән ҡотолоу. Аҡ ҡорбанға менһеҙ мал салына.
МЕН II с. диал. ҡар. сыбар.
МЕНГЕ I (Р: верховая езда; И.: riding; T.: binicilik) и.
1. Һыбай йөрөү атамаһы. □ Верховая езда, езда верхом. Менгегә өйрәтеу. Менгегә яраҡһыҙ тоҡом. ■ Сабыштарға китеусе аттарҙың кубеһе бығаса ҡамыт курмәгән тай-тулаҡ та ҡырҡмыш булды. Уларҙы малайҙар ғына менгегә өйрәтеп ҡылана ине әле. Ж. Кейекбаев. Төлкөсура ҡола бейәне эйәрләп бөтөп бара ине инде, уҙенә быйыл ғына менгегә өйрәтелгән тайын йугәнләп, һыртына уңлек һалып әҙерләп ҡуйған. Н. Мусин.
2. Һыбай йөрөү аты. □ Верховая лошадь. ■ Үҙ ҡарамағындағы өс ҡыҙылармеец менән бергә аҙна эсендә йөҙләп баш арыу ғына менге туплап, хужаларына аҡса урынына мисәтле ҡағыҙ һоноп, эшен бөтөргәс, юлайҡан Татыркулгә һуғылырға уйланы Ғөбәй. Ә. Хәкимов. Уның [Таһир Ҡуси-мовтың] ике-өс менгеһе булды. М. Ямалетдинов. Эйәрләйһе менгеләр эйәрләнгән, йөк кутәрәһе аттарҙың һыртына тирмәләр, кейеҙ-балаҫтар, һауыт-һаба, ҡара ҡаҙандар, йорт кәрәк-ярағы артмаҡлап бәйләнгән. Ә. Хәкимов.
МЕНГЕ II (Р: верховой; И.: riding; rider; T.: binek) с.
һыбай менеп йөрөтөүгә өйрәтелгән, һыбай йөрөү өсөн файҙаланылған. □ Верховой (о лошади). Менге ат. Менге юртаҡ.
255