Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 256 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕНГИР
К Шул арала менге атты етәкләгән Ниғмәт ағай ҙа килеп еткән. 3. Ураҡсин. Менге аттары айырым булған хәллерәктәр ылау яллаған, ярлы-ябаға күберәк йәйәү «елдерткән». Башҡортостан календарынан.
МЕНГИР [рус. < бретон. меп ‘таш’ + һгг ‘оҙон’] (Р.: менгир; И.: menhir; T.: taş anıt) и. махс. ҡар. һынташ.
Тәүтормош дәүеренән ҡалған, ергә вертикаль рәүештә ҡаҙаулы ҙур таш һындар (сәнскән таш, әбейташ, ҡолонташтарҙың фәнни атамаһы). □ Менгир. ■ Менгирҙар бигерәк тә республикабыҙҙың Көньяҡ Урал райондарында һәм уларға сиктәш Силәбе, Ырымбур әлкәләре райондарында күпләп осрай. М. Муллағолов.
МЕНГӘШЕҮ (менгәш-) (Р: садиться верхом вдвоём на одну лошадь; И.: mount a horse together; T: iki kişi bir ata binmek) ҡ.
Бер атҡа икәүләп атланыу. □ Садиться вдвоём на одну лошадь; ездить верхом вдвоём на одной лошади. Менгәшеп барыу. ■ Менгәшеп йыраҡ китә алырбыҙмы? Б. Рафиҡов. [Хәмит:] Шул кәмә тип кире килдем бит. Юғиһә Хәтирә инәйҙең энеһе менән, атына менгәшеп, бергә ҡайтып китә инем. Д. Бүләков. • Менгәшеп, яу сабып булмай. Әйтем.
МЕНГӘШТЕРЕҮ (менгәштер-) (Р: са жать двоих верхом на одну лошадь; И.: seat two persons on horseback; T: ata bindirmek) ҡ.
Бер атҡа атландырыу, бергә мендереү. □ Сажать двоих верхом на одну лошадь; сажать кого-л. вместе с собой верхом на одну лошадь. Менгәштереп сабыу. ■ Мин түҙмәнем, .. Машаны атҡа менгәштереп, урманға шылдым. Я. Хамматов. Теге ҡаҙаҡ атына ҡыҙҙы менгәштереп алып ҡасҡан. Халыҡ ижадынан. Алпамыша, Барсынһы-лыуҙы Ҡолйерәненә менгәштереп, Әйләр хандың йәйләүенә сапты, ти. «Алпамыша».
МЕНДЕРЕЛЕҮ (мендерел-) ҡ. төш. ҡар. мендереү, страд, от мендереү. Икенсе кеше булып атҡа мендерелеү.
МЕНДЕРЕҮ (мендер-) (Р: поднимать вверх кого-л., что-л.; И.: lift; hoist; T: bindirmek) ҡ.
1. Юғарыға алып менеү, өҫкә күтәреү. □ Поднимать вверх кого-л., что-л. Мендереп ебәреү. Күтәреп мендереү. Һөйрәп мендереү. Кирбесте ҡыйыҡҡа мендереү. Мендерә башлау. Мендереп ҡуйыу. Мендереп төшөү. ■ Бригадир ағайҙың тарантасын аласығы башына мендереп ҡуйһындармы — ҡыҙыҡҡа һанайҙар. Р. Әхмәтов. Былар дүртәүләп һары май тултырылған батманды өй башына күтәреп мендергәндәр ҙә ҡыйыҡ аҫтына йәшереп ҡуйғандар, ти. Әкиәттән. Малайҙарҙың иҫәптәре — атты тау тү-бәһенә мендерергә лә, туғарып, санала шыуып төшөргә. Р. Вәлиев.
2. Юғарыға, бейек урынға күтәрелергә мәжбүр итеү; үрләтеү. □ Заставить подниматься, взбираться вверх. Мендереп ебәреү.
■ Батырҙар .. баҡанға Буҙансы батырҙы мендерергә булғандар. Әкиәттән.
3. Һыбай атланырға мәжбүр итеү, атланырға ыңғай ҡуйыу; атландырыу. □ Помочь или заставить кого-л. сесть верхом на лошадь; сажать верхом на лошадь. ■ Ти-мербулатты бәләкәйерәк кенә ҡара тумалаҡ атҡа мендерҙеләр. Һ. Дәүләтшина. Күсәр хан Куҙыйкүрпәсте бер арыҡ ҡына дүнәнгә мендерҙе, ә үҙе иң яҡшы тигән атына атланып алды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
МЕНДЕРЕШЕҮ (мендереш-) ҡ. урт. ҡар. мендереү, взаимн. от мендереү. Тартманы өсөнсө ҡатҡа мендерешеү. Баланың коляскаһын мендерешеү. Тоҡто һөйрәп бишенсе ҡатҡа мендерешеү. Мендерешеп ҡуйыу.
МЕНДӘР I [фарс. бәндәр ‘ҡамыш яҫтыҡ’] (Р: подушка; И.: pillow; cushion; T.: minder) и.
1. Баш аҫтына һалыу өсөн йәтешләп, эсенә йөн, мамыҡ йәки башҡа йомшаҡ нәмә тултырып яһалған урын ҡаралдыһы. □ Подушка. Мамыҡ мендәр. Көлаҡ мендәре. Мендәрҙе күпертеү. Башты мендәргә һалыу.
■ Баланы бер үҙен ҡалдырып сыҡҡанда, уның эргәһенә, мендәр аҫтына бысаҡ, ҡайсы һалалар. Башҡорт мифологияһынан. Кырҙа тыуҙың. Аҡ мендәргә түгел, арыш көлтәһенә һалдылар. М. Кәрим.
256