Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 257 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕНЕҮ
2. миф. Боронғо ышаныуҙар буйынса, ҡанат, мамыҡ - бәхет, тыныс тормош, йәшәү көсө биреүсе мифлаштырылған әйбер. □ Подушка (мифологизированный предмет). Туйҙа парлы мендәр һалыу. Парһыҙ мендәр бирергә ярамай. ■ Килен мендәренә ҡот, бетеу текһәң, йәштәр бәхетле була. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
МЕНДӘР II (Р.: подушка телеги; И.: bolster; T.: at arabasının önü) и. диал.
Тәртә менән арбаның алғы ике тәгәрмәсен тоташтырып тороусы өлөшө; арба күкрәге; арба түше. □ Подушка телеги. ■ Ат боролғанда мендәр арбаның хәуефһеҙ боролоуын тәьмин итә. Мендәрҙең уҙәгенә арбасөй индереп ҡуйып нығытыла. Экспедиция материалдарынан.
МЕНДӘРГӘ БАҪТЫРЫУ (Р: свадебный обряд; И.: ancient wedding rite to put a pillow under bride’s feet; T.: bir düğün geleneği) и. этн.
Килен төшөргәндә, «бәрәкәтле аяғың менән», тип теләк теләп, ҡаҡ ергә баҫтырмай, мендәргә баҫтырып, өйгә индереү йолаһы. □ Свадебный обряд (во время переезда невесты в дом жениха встречающие подкладывают подушку под ноги невесты с пожеланиями благополучия и счастья). ■ Мендәргә баҫтырыу йолаһын ҡәйнә кеше уҙе атҡара. Экспедиция материалдарынан.
МЕНДӘР ҠАБЫ и. диал. ҡар. кәпрән. Мендәр ҡабын яңыртыу. Беше туҡыманан мендәр ҡабы тегеу.
МЕНДӘР ТЫШЫ (Р: наволочка; И.: pillowcase, pillow slip; T.: yastık kılıfı) u.
Мендәргә кәпрәндән һуң кейҙерелгән тышлыҡ. □ Наволочка. Мендәренең тышы шау биҙәк. Мендәр тышы сигеу. ■ Мария-Тереза алмаш кейем-һалымын, керләнә төшкән ике таҫтамалын, ике яулығын, ире йоҡлаған аҡ киндер япма менән сәскәле мендәр тышын йыуып, ҡояшҡа элде. М. Кәрим.
МЕНДӘР ЯБЫУЫ (Р.: накидка; И.: lace pillow cover; T.: yastık örtüsü) u.
Өйөп йыйыштырылған мендәрҙәр өҫтөнә ябып ҡуйылған селтәр; япма. □ Накидка.
Мендәр ябыуы һатып алыу. Мендәр ябыуын йыуыу.
МЕНЕДЖЕР [рус. < ингл. manager] (Р: менеджер; И.: manager; T.: yönetici) и.
Профессиональ ойоштороусы (шәхси эш-ҡыуарлыҡта, банкыла һ. б.). □ Менеджер. Менеджер булып эшләу. Менеджер һәнәрен уҙләштереу. ■ Беҙҙең журнал тышында — «Өфө транспорт экспедиция селтәре» йәмғиәтенең өлкән менеджеры Зөлфиә Бәҙретдинова. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010. Америкалағы иң яҡшы менеджер исемен алған «Дженерал электрик»тың етәксеһе Джек Уэлч идарала эшләгәндәр һанын ун алтынан икәугә ҡалдырғас һәм ике йөҙҙән ашыу бюрократты эштән ҡыуғас, бөтә Америка «аһ» итә. Т. Ғарипова.
МЕНЕДЖМЕНТ [рус. < ингл. management] (Р: менеджмент; И.: management; Т.: yönetim) и.
Эффектлы һәм мул табыш, төшөм алыу маҡсаты менән етештереүҙә файҙаланылған формалар, алымдар һәм ысулдар. □ Менеджмент. Менеджмент класын тамамлау. Көньяҡ Рәсәй менеджмент институты.
МЕНЕҮ I (мен-) (Р: подниматься вверх; И.: walk up; go / come upstairs; climb; T: binmek) ҡ.
1. Юғарыға табан хәрәкәт итеү, бейек урынға күтәрелеү; үрләү. □ Взбираться, влезать, подниматься вверх. // Подъём, восхождение. Ағас башына менеу. Баҡанға менеу. Өҫкә менеу. Үргә менеу. Баҫҡыс буйлап менеу. Менеп ултырыу. Ырғып менеу. ■ Рәзилә бейек бер ағасҡа менеп, ҡош ояһын тикшереп, куҙәтеп йөрөнө. Г. Яҡупова. һомай ҡош донъяла бер генә ҡош та осоп менә алмаҫлыҡ бейектә оса икән. Халыҡ ижадынан.
2. Кайҙалыр китеү өсөн транспортҡа ултырыу. □ Садиться в транспорт. Машинаға менеу. Трамвайға менеу. Вагонға менеу. М [Фаилдың ағаһы] тубәнгә табан тиҙлеген арттыра барған бензовозын ете-һигеҙ һикереуҙә ҡыуып етеп, кабинаһы эсенә ырғып менде. Р. Әхмәтов, һеҙҙе яҡшы аңлайым: автобусҡа, трамвайға ауыр менгәндәр.
9- 1.0062.14
257