Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 258 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕНЕҮ
Ҡайҙа ҡалды бер нәмәһеҙ килеш, бер ҡайғыһыҙ рәхәт көлгәндәр. Ф. Туғыҙбаева.
3. Үрләс ерҙе үтеү, үрләү. □ Подниматься, восходить. // Восхождение. Тауҙы менеу. Ҡырласты менеу. ■ Ҡупергә менгәндә машиналар тиҙлектәрен әкренәйтеп, яй ғына уҙып китә. Ә. Хәкимов. Башҡорттар тиктомалға, бер ниндәй хәжәтһеҙ изге тауҙар башына менеуҙе тыйған. Ф. Нәҙершина. Тау тубәне төшөу менеугә ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. 3. Ураҡсин.
4. Һыбай атланыу. □ Садиться верхом на лошадь. Ат менеу. Эйәрләп менеу. Эйәрһеҙ менеу. Байталды менеп йөрөу. ■ [Урыҫ егете — Аҡмалға:] Ниңә ул ат менмәгән? Саңғысы артынан ығышып барабыҙмы инде? Б. Рафиҡов. Алтын Урҙа биләгән Туҡтамыш тигән балаһы иленә таянып ат менгән. «Мәргән менән Маянһылыу». Атҡа менмәй ҡалыусы Уралымда ят булыр. Ҡобайырҙан. • Ағай-эне һуғышыр, атҡа менһә, ярашыр. Әйтем. Алты йәшәр атҡа менһә, алтмыш йәшәр сәләм бирер. Әйтем. Атҡа менгән ил гиҙер, батыр егет ил биҙәр. Әйтем. Балаһы атҡа менеп сапһа, атаһы ботон ҡыҫыр. Әйтем.
5. кусм. Етәкселек вазифаһына үрләү.
□ Прийти к власти. Власть башына менеу. Тәхеткә менеу. ■ Ауыл бөтөнләй уҙгәрҙе. Эш башына ярлылар менде. Рәхим ағай ауыл советына башлыҡ итеп һайланды. Ш. Шәһәр.
6. Йылылыҡ, эҫелек артыу. □ Подниматься (о температуре). Булмә температураһы егерме биш градусҡа менде. Ауырыуҙың температураһы утыҙ һигеҙ градусҡа менде.
7. һөйл. Артыу, юғарыланыу (хаҡтар, һан менән бирелгән курһәткестәр хаҡында).
□ Повышаться. // Повышение. Эш хаҡы яйлап менә бара. Аҙыҡ-тулеккә хаҡтар менде. ■ Ярмаларҙан йәшелсә-емеш саҡ ҡына ҡалыша — уларҙың хаҡы 40 процентҡа менгән. «Йәшлек», 29 ғинуар 2013.
♦ Атҡа менгәндәй булыу ныҡ ҡыуаныу. □ Сильно радоваться. Атҡа менгәндәй булып шатланыу. ■ Фермаға барғандың икенсе көнө урамда уны ҡыҙыҡай уҙе туҡтатып һуҙ асҡас, Тата атҡа менгәндәй
булды. Ә. Хәкимов. Өҫтөнә менеп барыу киҙәнеп, йомолоп килеү. □ Притеснять кого-л. с целью ударить или драться. ■ һаҡалтай, ҡыҙыулығын тыя алмай, бабайҙың өҫтөнә менеп бара. Картотека фондынан.
МЕНЕҮ II (мене-) ҡ. диал. ҡар. аш төрләү. Йөклө ҡатындар меней.
МЕНЗУРКА [рус. < лат. mensura] (Р.: мензурка; И.: measuring glass, graduate; T.: taksimatlı kap) и. махс.
Шыйыҡ нәмәнең күләмен үлсәү өсөн ҡулланылған һыҙыҡлы быяла һауыт. □ Мензурка. Мензурка менән улсәу. Мензуркаға һалыу.
МЕНИНГИТ [рус. < гр. тётпх ‘мейе тиресәһе’] (Р: менингит; И.: meningitis; Т.: menenjit) и. мед.
Баш һәм арҡа мейеһе ярыһының шешеүе. □ Менингит. Менингит менән яфаланыу. Менингиттан дауаланыу.
МЕНИСК [рус. < гр. meniskos ‘ай’] (Р: мениск; И.: meniscus; T.: menisk) и.
1. физ. Тар көпшә эсендәге шыйыҡлыҡтың батынҡы йәки ҡабарынҡы рәүеш алған өҫтө. □ Мениск (искривлённая поверхность жидкости внутри узкого сосуда, возникающая из-за натяжения поверхности).
2. опт. Бер яҡ йөҙө батынҡы, икенсе яғы ҡабарынҡы булған линза. □ Мениск (в оптике стекло, с одной стороны выпуклое, а с другой вогнутое). Менискыны йыуыу. Мени-скыны төнгөлөккә алып ятыу. Куҙлеккә мениск ҡуйыу. Төҫлө мениск.
3. анат. Тубыҡ быуыны эсендәге ярым айға оҡшаш ялпаҡ кимерсәк. □ Мениск (хрящевая прокладка). Менискыны ауырттырыу. Менискыны рентгенға төшөрөу.
МЕНСТРУАЦИЯ [рус. < Ji^x.menstruatio < mensis ‘ай’] и. ҡар. күрем. Менструация ваҡыты. ■ Беҙгә, ҡыҙҙарға, «Йорт эштәре» тигән дәрестә Рәлиә апабыҙ: «Менструация башланыу — ҡыҙҙарҙың өлгөрөп етеуе билгеһе», — тигәйне. Г. Яҡупова.
МЕНТАЛИТЕТ [рус. < фр. < лат. menta-lite] (Р.: менталитет; И.: mentality; T: düşünce tarzı) и.
258